10.05.2011 Тәбиғәт тә Еңеү һалдаттары менән бергә ҡыуанды
Бөйөк Еңеүҙең 66 йыллығы баш ҡалабыҙҙа киң билдәләнде
9 майҙа Башҡортостандың һәр район-ҡалаһы, ауыл-ҡасабаһы Еңеү көнөн байрам итте. Тантаналар республиканың баш ҡалаһы урамдарында, парктарында ла барҙы. Өфөнөң Еңеү паркында был көндө айырыуса йәнлелек хөкөм һөрҙө. Байрам иртәһенең салт аяҙ тороуы май ҡояшының, гүйә, Еңеү һалдаттарын тәбрикләүе ине. Һәр ерҙә дәртле көйҙәр яңғырай, оркестр һуғыш йылдары көйҙәрен уйнай. Ваҡыт аяуһыҙ – халыҡ ағымы араһында түштәрен тултырып орден-миҙалдар тағып атлаған ветерандар сафы һирәгәйә төшкән инде. Улар был көндө ихлас ҡотлауҙар ҡабул итә. Еңеүҙең 66-сы яҙын ҡаршылаған ветерандарҙы иң бәхетлеләр рәтенә индерергә булалыр.
Төньяҡ-Көнбайыш, 1-се Белоруссия фронттарында ҡатнашҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәүкәт Закир улы Фәтҡуллин менән һөйләшәбеҙ.
– 9 майҙы мин Берлинда ҡаршы алдым, – тип һөйләй кисәге яугир. – Көн бөгөнгө кеүек ҡояшлы, аяҙ ине. Беҙ аэродромда дежурҙа торҙоҡ, механик булараҡ, самолеттарҙы хеҙмәтләндерҙем. Берлинға тиклем килеп еткәс, Еңеү беҙҙең яҡта булыры билдәле ине инде. ҡалала атыу тауыштары тынырға ла уйламаны. Һуғыштың рәсми рәүештә ҡасан тамамланырын түҙемһеҙлек менән көттөк. Еңеү – ғүмеремдәге иң оҙаҡ көттөргән оло байрамдарҙың береһе. Был байрамды күрә алмай, яуҙа башын һалған тиҫтерҙәрем генә йәл...
Муса Насибулла улы Йосопов Еңеүҙе Грузияла госпиталдә ҡаршы алған.1943 йылда һуғышҡа алынған яугирға Курск дуғаһынан алып Украина, Болгария, Югославия, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнашырға тура килә. «Ошо көндәрҙе күрә алыуым менән бәхетлемен», – ти тере яуҙың оло шаһиты.
Башҡортостандан 700 меңдән ашыу яугир, ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлыҡ өлгөһө күрһәтеп, төрлө фронттарҙа һуғыша. Үҙенең ғәзиз Ватанын ғына түгел, бөтөн кешелекте ҡотҡарған халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы баһалап бөткөһөҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотларға, һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә сәскәләр һалыу өсөн Еңеү паркына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, төрлө министрлыҡ-ведомстволар вәкилдәре килгәйне. Улар Советтар Союзы Геройҙары Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин менән Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) һәйкәленә – яуҙа ятып ҡалғандарға, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың ҡәберенә, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың, Таһир Күсимовтың бюстарына сәскәләр һалды.
«Реквием» яңғырай. Тантана ҡыуанысынан бигерәк, уйсан йөҙҙәрҙә күҙ йәштәренә лә ирек бирелә. Үткәндәргә ҡайтыу, күңел хәтирәләре генә түгел, шатлыҡ йәштәрелер был.
Еңеү рухын үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары әҙерләгән тамашаларҙа, балаларҙың рәсемдәр, 109-сы мәктәп уҡыусыларының һуғышта булған олатай-өләсәйҙәренең исемдәрен туҡыма киҫәктәренә сигеп, уларҙан ойошторолған күргәҙмәһендә лә күрергә була ине. Ветерандар ялан ашханаһында һалдат бутҡаһы менән дә һыйланды, шанлы йылдар ауазын хәтерләткән таныш көйҙәргә бейеп, күңел асып, йәшлектәрен хәтергә төшөрҙө.
З. ЙӘҺҮҘИНА.
Ю. КӘРИМОВ, Ф. АБДУЛЛИН фотолары.
Оҡшаш яңылыҡтар
14.04.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды
24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү