RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

10.05.2011 «Картуф сәсер мәл етә...»

йәки 96 йәшлек һуғыш ветераны Мөждәбә Ғәҙелшин ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай
«Картуф сәсер мәл етә...»− Бәрәңге сәсер ваҡыт етә, онотоп ҡуймағыҙ, килегеҙ, бергәләп сәсербеҙ, − тип оҙатты балаларын 96 йәшлек Мөждәбә Ноғоман улы. Үҙенең саҡ тын алып, хәлһеҙ ятыуында эше юҡ, һаман донъя ҡайғыртты. Ул электән шулай эшкә талымһыҙ, бер минут тик ултырыр­ға яратмай. Әле ун йыл элек һуғыш һәм хеҙмәт ветеранының яйлап баҫып, мал тәрбиәләп йөрөгәненә һоҡланһам, быйыл ҡыш инде йөҙ йәште баҫтырған олатай ҡар көрәп аптыратты. Тыуған көнөмә балалар йыйылһа, көрткә сумып йөрөмәһендәр, тип, йылы өйҙә ятып түҙмәй, ҡулына көрәк алған. Көрәктең дә иң еллеһен, ауырын тотҡан, йәнәһе лә, эш ырамлыраҡ барһын. Бар нәмәне еренә еткереп эшләп өйрәнгән Мөждәбә бабай ҡапҡа алдын һепереп үк ҡуйған. Әле уның, ауырһынып, урынынан тора алмай ятыуына ышан­ғы ла килмәй...
Ул Учалы районының Ураҙ ауылында йәшәүсе Шәрфи менән Ноғоман Ғәҙелшиндарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. 1940 йылда Мөждәбәне армияға алғандар. Егерме биш йәшлек егетте йәш ҡатыны – ҡунаҡбай ауылынан килен булып төшкән кәләше Закира оҙатып ҡалған. Һәүетемсә Алкинда хеҙмәт итеп йөрөгәнендә тормоштарын пыран-заран килтергән ҡурҡыныс хәбәр ишетелгән: «Фашистар илебеҙгә һөжүм иткән!» Тәүҙә, буш хәбәрҙер, тип ышанмағандар, аҙаҡ, һуғыш оҙаҡ бармаҫ, тип өмөтләнгәндәр. Әммә һуғыш уты һүнмәй, көсәйгәндән-көсәйгән, ялҡыны Башҡор­тостанға ла тиҙ үк килеп еткән. Йәш һалдаттарҙы, эшелондарға тейәп, фронтҡа алып киткәндәр. Мөждәбәнең ут эсенә инеп киткәнен белгәс, әсәһенең йоҡоһо ҡасҡандыр, атаһы уны йыуатҡандыр. Унан һуң ата менән әсә, йөрәктәрен усҡа ҡыҫып, ил күргәнде күрәбеҙ, тип, өлкән улдары Мөхәммәтте лә, Мәхмүтте лә фронтҡа оҙат­ҡан. Кинйә малай Камил, ағайҙарынан зарығып хаттар көтә-көтә, ауылда ҡалған өлкәндәр менән бер рәттән ауыр крәҫтиән йөгөн тартҡан. 1944 йылда, ун ете йәше тулыу менән, ул ата-әсәһенә өндәшмәй генә военкоматҡа барып, фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, ғариза яҙып ҡайта. Хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙы килгәс, әсә:
– Һиңә ун һигеҙ тулмаған да һуң, нишләп һуғышҡа алалар?! – тип һығылып төшә. Камилдың үҙенә йәш өҫтәгәнен улар һуңынан ғына белә. Ғәҙелшиндар берҙән-бер ҡыҙҙарына бауыр баҫа, иң ауыр мәлдәрҙә лә улдарының имен-һау ҡайтырына ыша­ныс­тарын юғалтмай. Дүрт егеттең өсөһө еңеүсе булып үҙ аяҡтарында ауылдарына ҡайтып төшә. Тик Мәхмүттәре генә Кенигсберг ҡалаһы өсөн барған алыштарҙа һәләк була.
– Бөтә Европаны ҡайҙа шыуышып, ҡайҙа атлап, ҡайҙа танкыла үтелде, – тип хәтирәләре менән бүлешә Мөждәбә Ноғоман улы. – Фашист илбаҫарҙарын өңөнә алып барып тыҡҡансы бирешелмәне.
Һуғыштың иң аяуһыҙ мәлдәре ветерандың күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған. Разведротала хеҙмәт иткән һалдаттың үҙәгенә айырыуса Ленинград блокадаһын өҙөү үткән. Шунда мең эт бәләһе менән «тел» алыуҙары тураһында ла түкмәй-сәсмәй һөйләй:
– Ленинград янында ҡамауҙа ҡалдыҡ. Командир, былай бармай, «тел» кәрәк, ти. Нисек алырға ул «тел»де? Тәүҙә бер нисә кеше барып ҡараныҡ, тик килеп сыҡманы. Командир менән кәңәшләшкәс, ул беҙгә ер аҫтынан барырға ҡушты. Әйтеүе анһат та ул... Ятҡан килеш иллеләп кеше ер ҡаҙҙыҡ. Тупраҡты тоҡҡа тултырып, бер-беребеҙгә сылбыр буйлап тапшырып, тышҡа сығарып түгәбеҙ. Өйөп һалмайбыҙ, яланға һибәбеҙ. Юғиһә дошмандарҙың беҙҙең ниәтте һиҙеп ҡалыуы ла ихтимал. Берәү автомат менән һаҡта тора, командир, бинокль менән алға ҡарап, элемтә аша беҙҙең менән етәкселек итә. Уның ҡушыуы буйынса, тура итеп ҡаҙмайбыҙ, биш метр тегеләй, биш метр былай ерҙе соҡойбоҙ: был дошман утҡа тотҡан хәлдә барыбыҙ ҙа ер аҫтында тороп ҡалмаһын өсөн. Ишелеп төшмәһен өсөн, үҙебеҙсә стеналарын да нығытҡан булабыҙ. Алдағыларҙың ҡулында – танкыға ҡаршы граната. Командир, барып еткәс тә, элемтәне өҙөгөҙ, ти. Фронт һыҙығын нисек үткәнде һиҙмәнек, немецтарға барып еткәс, кинәт бәреп өҫкә ҡалҡып сыҡтыҡ та, блиндаждарына тулдыҡ. Туғыҙ «тел»де тиҙ генә бәйләп һалып, ауыҙҙарына сепрәк тыҡтыҡ та, килгән юл менән уларҙы һөйрәтеп алып ҡайтып киттек. Пулемет, автоматтарын да алырға онотманыҡ. Иң мөһиме, операция ла уңышлы үтте, үҙебеҙ ҙә иҫән ҡалдыҡ, тип ҡыуандыҡ. Бер аҙҙан фашистар яғында ғауға ҡупты, атыш башланды. Командир, дошмандарға тыныс йәшәргә бирмәйек әле, тигәс, дәррәү күтәрелдек, фашистарҙы ҡыуа киттек. ҡыш көнө бит, аяҡта быйма. Дуҫым бер ваҡыт минаға баҫты ла ҡуйҙы. ҡолаҡтарҙы ярырҙай булып шартлау яңғыраны, тулҡыны беҙҙе әллә ҡайҙа алып бәрҙе. Шаңҡып ятабыҙ. Минең арҡа ауырта. Иптәшем, аяғым, тип ыңғырашты. Янына шыуышып килеп, быймаһын сисеп ебәргәйнек, шау ғына ҡан. Мина үксәһен ярған. Көс-хәлгә иптәшебеҙҙең аяғын бәйләп, санитарға тапшыр­ҙыҡ. Госпиталгә алып китеп барғанда, йән биргән... Бынамын тигән күпме ир-егет башын һалды ул яуҙа, һанап бөтөрлөк түгел!
Дошманды ҡыуғанда, яҙға ҡарай юлдарында йылға осрай. Тәрән генә була ул. Бойороҡ – уны кисеп сығырға. Ә нисек, нимә менән аша сығырға – бер кем белмәй. Һалдаттарға быйма, шинелдәрен һалырға тура килә. Йөҙә белгәндәр, шул иҫәптән Мөждәбә лә, тиҙ генә икенсе ярға барып сыға. Арыу уҡ ваҡыт этләнә торғас, ниһайәт, башҡалар ҙа йылғаны кисә.
– Дошман беҙҙе ҡарап тик ятмай, аталар һәләк, пулялар ямғыр кеүек яуа, – тип ветеран һүҙен дауам итте. – Һыу килеш ерҙә ятып, өшөттөрҙө лә. Шинелдәр килтергәс, йәшәйбеҙ әле, тип шатландыҡ. Тик мин икенсе размер кейәм бит инде, ә миңә өсөнсөнө биргәндәр. Йүгергәндә былай ҙа тайҙыра, хәҙер инде, етмәһә, шинелдең сылғауына эләгеп йығылам. Йән көйҙө лә, кинжалым бар ине, шуның менән итәген ҡырҡтым да ташланым. Артыҡ тоҡорайтып, кеҫәләренә тиклем ҡырҡҡанмын, имеш. Иптәштәр, ну һинең шинель тәк шинель, тип көлөп бер булды. Уның ҡарауы, шинель яурындарҙы ла баҫмай, аяҡҡа ла сырмалмай башланы.
Бер көн командир беҙҙе сафҡа теҙҙе лә, тракторсылар, ҡул күтәрегеҙ, тип бойорҙо. ҡул күтәрҙем. Беҙҙе танкисҡа уҡырға ебәр­ҙеләр. Шулай танкыла Германияға барып етелде.
Берлинға тиклем утыҙ саҡрым ер ҡалғас, Мөждәбә Ноғоман улы, ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. Унан һауығып сыҡҡас та, тиҙ генә тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмай. 1945 йылдың 25 ноябрендә генә Ураҙға аяҡ баҫа. ҡар юҡ, ер туң, халыҡ ауыр эштән, аслыҡтан биҙрәгән. Уға боҙоҡ трактор биреп, ер һөрөргә ҡушалар. Техниканы рәткә килтерәм тип, элекке танкист һыуыҡ тейҙерә. Һалдаттың эш көндәре (трудодень) булмағас, йүнләп ашарға ла юҡ. Һуғышҡа тиклем паспорт йүнәткән була, шуны алып, ауыл советына йүнәлә, ситкә эшкә китер өсөн белешмә һорай. Әммә тәүҙә һөт, йомортҡа, ит буйынса бурыстарығыҙҙы ҡайтарығыҙ, шунан ҡарарбыҙ, тиҙәр.
– Саҡ түләп бөттөк, – ти бабай, шул саҡтағы ғәҙелһеҙлекте иҫләп, тауышы ҡалтырай. – Ашарға ла кәрәк бит. Эй, эт күрмәгәнде күрҙек инде... Шунан ғына паспорт алып, Миндәккә киттем, карьерға эшкә урынлаштым. Норманы гел арттырып үтәнем. Алдынғы эшсе булғас, быраулаусыға уҡырға ебәрҙеләр. Ә минең бер класс та белемем юҡ. Шулай ҙа, тыңлап ҡына ултыр­һам да, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, һөнәрле булдым. Аҙаҡ байыҡтырыу фабрикаһында киптереүсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Эшләгәндә ултырыуҙы белмәнем, баш баҫып эшләнем дә эшләнем. Башҡаса йәшәй ҙә белмәйем.
– Һуғышта өйгә ҡайтам тип уй­ламай­һың, дошманды еңергә тырышаһың, – хәтер ебе тағы һуғышҡа барып тоташты. – Бер ҡул, бер аяҡ булмаһа ла, ҡайтып үлгәндә яҡшы булыр ине, тип уйлайбыҙ ҙа бит, һуғыштың үҙ ҡанундары, пулялар үлем көҫәп, гөжләп тора... Ленинградтағы аслыҡты күреп, бәғер теленде. Унда, аяҡ ял итһен тип, ботинканы сисеп ятҡайным. Иртән тороуға аяҡ кейемен ҡомаҡтар ашаған да ҡуйған. Улар өйөр-өйөр булып йөрөй, кешегә лә һөжүм итергә ҡурҡмай, атып үлтереп бөтөрлөк түгел. Улар ҙа һуғыштың бер аяныс, ҡурҡыныс йөҙө.
«Ашаған бөтә, кейгән туҙа, татыулыҡҡа ни етә?» – тип яратҡан мәҡәлен йыш һамаҡлаған Мөждәбә Ғәҙелшин ҡыҙы Зәкиә, кейәүе Әхмәт менән Миндәк ҡасабаһында йәшәй (ҡатыны Закира менән улар биш бала үҫтергән). Балаларына, ейән-ейәнсәр­ҙәренә, эштән ҡурҡырға ярамай, эшләгән кеше бәхетле була, тип васыятын гел генә әйтә: «Һәр яҡтан мине үтеп китегеҙ әйҙә! Тик һуғыш күрергә яҙмаһын һеҙгә, донъялар имен торһон». ҡарт һалдаттың васыятын һуғыш көҫәүселәр ҡолағына ла төшөрөргә, улар быуыны күргәндәрен йөрәктәренә ярып яҙырға ине лә бит, ҡайҙа һуң...
Ә Мөждәбә Ноғоман улы менән тағы осрашырға яҙһын.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»