RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Хәтирәләр йомғағы тағалһа...

10.05.2011 Хәтирәләр йомғағы тағалһа...

Оҙонгүл ауылында Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арнап үткәрелгән тантана иҫкә төштө. Унда, йылдағыса, Озерный мәктәбе уҡыусылары концерт әҙерләгәйне – балалар шиғыр һөйләй, йырлай, бейей. Эшкә шәп, егәрле Оҙонгүл әбейҙәренә бер осҡон ғына етмәй, үҙҙәре үк дәртләнеп, бармаҡтарын шартлатып, түңәрәккә бейергә төшөп китәләр ҙә:
– Йә, Мәғрифә, теге бала саҡта ырҙынға алып сығып ятлата торғайнылар ҙа, шул декламацияңды һөйлә әле, – тип 78 йәшлек Мәғрифә Шакироваға мөрәжәғәт итәләр. Уныһы ҡаҙаҡҡол мәктәбендә өсөнсө синыфҡа күскәндә йәш кенә Мәрйәм исемле уҡытыусылары өйрәткән шиғырҙы инәлтеп тормай һөйләп ишеттерә – йәш быуынға фәһем булһын, ти. Декламацияла шул осор өсөн хас тойғолар – Еңеүгә иҫ киткес ҙур ышаныс, яҡты, мул киләсәккә өмөт, Гитлерға нәфрәт ярылып ята:
Ил өҫтөнә эт ташланды –
ҡоторған эт фашист нәҫеленән.
ҡулын йыумаҡ була беҙҙең ҡанға
Тәненән ашҡан һуңғы көс менән.

Бирелмәһә, дошман юҡ ителер,
Белеп килһен Гитлер бандаһы.
Ташланайыҡ, дуҫтар, яуға ҡаршы,
Гитлерҙың «г» хәрефе лә
ҡалмаһын.

Европаны ҡанға буяп,
Күп йөрөнө фашист итеге.
Хәҙер баҫмаҡ була беҙҙең илгә,
Ул ошонда мәңге тетелер.

ҡыҙыл байраҡ гел ҡуйылыр
Еңеү тауы башына.
Йөрәктәрҙә беҙҙең Еңеү, тиеп
ҡандар ташына.
Мәғрифә әбей ятлап бөтөүгә Нәғимә Абдрахманова һүҙҙе эләктереп ала:
ҡыҙыл флаг уртаһына
СССР тип яҙылған.
ҡыҙыл флаг шуға ҡараймай –
ҡан эсенән алынған!
Һүҙ утыҙынсы йылғы Әмир Мөхәммәтовҡа күсә. Ул бәйетен «41 йылдың аҙабы – 45 йылдың аҙағы» тип атай:
Германия туптар ата,
Кирбес өйҙәрҙе вата.
Әзмәүерҙәй йәш егеттәр
ҡанға буялып ята.

Тауға төшһә, тауҙы вата
Германияның туптары.
Һис берәүгә мәғлүм түгел
Был һуғыштың туҡтары.

Мәскәүгә килеп керҙе
Германияның эттәре.
Бер аҙым да ебәрмәне
СССР егеттәре.

Сталинға ҙур рәхмәт –
Үҙе сыҡҡан урамға.
Мәскәүҙәргә керетмәне
Ышаныслы булғанға.
Ололарға хас булған тыныс тауыш менән олатай эсе бошҡанда сығарған мөнәжәтен дә әйтеп ебәрә:
Бал ҡорттары оса, ай, бал өсөн,
ҡуш ҡарағай үҫә йәм өсөн.
Ир-егеттәр китеп башын һалды
Ватанына бөтмәҫ дан өсөн.
Һәр йыл һайын 9 Май айҡанлы үткәрелгән тантанаға килгәндә, Еңеү байрамын башҡаса күреп булмаҫ инде, тип көйәләнеп тә, ауылдаштарына хөрмәтен белдереп тә:
Күл буйлатып ҡына элеп ҡуйған
Балыҡсылар ғына шул ауҙарын.
Яу баҫтырып, яу ҡыуалап
ҡайтып килде ҡалған һауҙары, – тип йырлап ебәрә старшина Ишкәрим олатайҙың нәҫелен дауам итеүсе Әмир Мөхәммәтов. Унан сират һикһән дүрт йәшлек Әминә Мөхәммәтоваға барып етә:
Бергә-бергә күп эшләнек,
Бер ваҡыт ирешмәнек.
Серек картуф ашаһаҡ та,
Бер ҙә лә бирешмәнек.

Аслыҡта үткән ғүмерҙе
Оноторлоҡмо бөгөн?
Ул йылдар иҫкә төшһә,
Әрнеп китә күңелем.

Устарыма алып ҡаптым
Аҡ икмәктең валсығын,
Һуғыш ваҡытында күпме йоттоҡ
ҡара һоло ҡылсығын.
Әсе елдәр иҫеп торҙо
Тәҙ(е)рәләр ватыҡҡа.
Ваҡытында беҙ ҙә эшләнек
Бер көрөшкә ҡатыҡҡа.

Киндер иләп, киндер һуҡтыҡ,
Күлдәк итеп кейергә.
Көнө-төнө беҙ эшләнек
Фашистарҙы еңергә.

Алмағастың алмаларын
Ашамайса ҡалманыҡ.
65 йылдың байрамын
Байрам итмәй ҡалманыҡ.
– Рамазаным, мин китеп барһам, йырымды йырлап, иҫеңә төшөрөп йөрө, тигәйне, шуның йыры нисек булды әле? – Баҙыян Абдрахманова, хәтерен барлап, тамағын ҡырҙы ла һуҙып ебәрҙе:
– Самауырҡай ҡойҙом, эй,
ҡайнамай,
Әллә күмеркәйе юҡмы икән?
Үткән ғүмер үтте лә китте,
ҡалған ғүмеркәйем күпме икән?
Йыл һайын ураҙа тотоп, аяттар уҡытҡан Әминә, Нәғимә, Хәмдиә, Мәрхәбә, Сәмсиямал, Баҙыян әбей­ҙәрҙең йөҙҙәренән яҡтылыҡ китмәй, йәштәргә һәр йәһәттән өлгө булып, ихлас донъя көтәләр. Уларҙың шиғри телгә маһирлыҡтары ошо яҡтың тәбиғәтенәндер тим (Көсөкбай һыуы, Әсәт ҡойоһо, Суҡтал, Һыуыҡбил, Юлғыуар, Һарғамыш, Сәүкәташы, Торһай – ер-һыу атамалары ниндәй матур бит әле!). Һүҙемде ветеран уҡытыусы, Башҡортостандың мәғариф алдын­ғыһы Ишмөхәмәт Рамазанов та раҫлай. Әйткәндәй, Оҙонгүл балаларына белем биргән Ишмөхәмәт Илһаметдин улын барыһы ла, ололап, «ағай» тип кенә йөрөтә. Ауылдың шәжәрәһен, аймаҡтар тарихын унан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡ. Ағайҙың да күңеле хискә туп-тулы, уның да һуғышҡа әйтеп бөтөлмәгән әрнеүе ҡалған:
Кире килһәң ине, бала сағым –
Тик һуғышһыҙ һәм аслыҡһыҙ.
Риза булып эшләп йөрөр инем,
Булмаһа ла өҫтә ҡыйбатлы...
Әммә Ишмөхәмәт ағай оҙаҡ ҡайғырып, төшөнкөлөккә бирелеп ултырыу­сыларҙан түгел. Бер аҙҙан көр тауышы дәртле яңғырай:
Бергәләшеп гәпләшкәндә
Күтәрелә күңелдәр.
Күңел күтәренке булһа,
Оҙоная ғүмерҙәр, һай!
– Тормошомдан ҡәнәғәтмен, – ти ул. – ҡояш сығыу, таң атыу минең йәшлегем булған, оҙон көн буйы күктә ҡояш йөҙөүе – хеҙмәт йылдарым, ә киске шәфәҡ ҡартлығым икән дә! Шөкөр, ҡартлығым шәфәҡ кеүек матур, сөнки намыҫлы ғүмер иттем:
Киске шәфәҡ шундай
һоҡландырғыс –
Төрлө биҙәкле йәйелгән буй
балаҫ.
Илгә даны сыҡҡан рәссамың да
Бындай матур итеп буямаҫ!..
Ишмөхәмәт ағай биргән мәғлүмәт буйынса, Бөйөк Ватан һуғышына 53 йортлоҡ Оҙонгүлдән 51 кеше китә, ун туғыҙы яуҙа башын һала, ҡайт­ҡандары ла гел ғәрип була. Ошо яугир­ҙарҙың исеме, һуғыш йылдарындағы юғалтыуҙар, әрнеүҙәр – тереләрҙең иҫендә. Һәм 9 май көнөндә генә түгел, көн һайын Бөйөк Ватан һуғышы ҡалдырған яралар һыҙлай, төн йоҡоларын урлай – оноторлоҡмо ни үткәндәр?!.

Нәйрә ИШМӨХӘМӘТОВА.
Учалы районы,
Озерный ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»