RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

15.01.2011 Яу юлы

Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Бәхтейәр Кейекбаев үҙенең ауылдашы Мофассал Шаһиев хаҡында район гәзитендә ике тапҡыр мәҡәлә баҫтыра. Шуның менән хушһынмайынса, Бәхтейәр бабай, йәш быуын фашизмдың ҡара йөҙөн, этлектәрен онотмаһын, тигән ниәттә махсус дәфтәр башлай, уны «Яу юлы» тип атай. Матур, тигеҙ, ваҡ хәрефтәр менән яҙылған ошо дәфтәрҙе беҙгә Гөләйшә Әхмәткирәева килтер­ҙе: «Быйыл, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығында, «Йәшлек» гәзите уҡыусылары совет һалдаттарының, тылдағыларҙың фиҙакәр батырлыҡтарын иҫкә төшөргәндә, беҙҙең атайҙарҙың да исеме ситтә ятып ҡалмаһын». Аманатҡа хыянат ҡылмай, инде мәрхүм Бәхтейәр Кейекбаевтың яҙмаһын уҡыусыларыбыҙға тәҡдим итәбеҙ. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған, барыһы ла иҫтә...
1943 йылдың феврале. Ун ете йәшлек Фазылйән Әхмәтйәнов, Мофассал Шаһиев, Марат Мостафин хәрби хеҙмәткә саҡырыу ҡағыҙы ала. Иң үҫер, нығыныр саҡтары аслыҡ-яланғаслыҡҡа тура килгән егеттәрҙең иң оҙоно – 153 сантиметрлыҡ Фазылйән, Мараттың буйы ни бары 148 сантиметр. Уны кире ҡайтарып ебәрәләр. Һуғышҡа алынғандарҙы хәрби эшелон Мейәстән Тоцкиға килтерә. Фазылйән юлда аҙыҡ тоҡсайын юғалта, Мофассалдың һоло ононан бешерелгән икмәге менән икәүләп тамаҡ ялғап барырға мәжбүр булалар.
Атаҡлы Тоцк лагеры: ерҙе ҡаҙып эшләгән казармалар, шыйыҡ һалдат өйрәһе, хәрби әҙерлек һуғыш шарттарына яҡынлаштырылған. Ахундан Дауышев менән Ғәлимулла Йосопов, Көсөктән Рәжәп Исхаҡов бер ротала. Мофассалдың зирәклеген күреп, снайперҙар әҙерләү ротаһына күсерәләр.
Тиҙләтелгән курс менән әҙерләп, һалдаттарҙы фронтҡа оҙаталар. Быҙаулыҡта Фазылйәнде хәрби училищеға ебәреү өсөн алып ҡалалар. Әммә үҙе менән белеме тураһында танытмаһы булмағас, училищеға эләкмәй. Ауылға уның 1944 йылдың 4 декабрендә хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙ килә.
Үҙәк Брянск фронтына яҡынлаш­ҡан эшелон бомбаға тотола. Снаряд ярсыҡтарынан каскаһы тамам йәмшәйгән Мофассал иҫенә килгәндә, янындағы шәфҡәт туташы йәнһеҙ була. Ун ете генә йәшлек егеттең тәүге тетрәнеүен сағылдырырлыҡ һүҙҙәр юҡ...
Десна йылғаһында фронт һыҙығын тотҡан уҡсылар полкында Мофассал Нуриман районынан килгән Әхтәм Әхмәтйәнов менән бер взводҡа эләгә. Взвод командиры ярҙамсыһы старшина Ғафаров – Малаяҙҙан. Ул, Хәсән күлендә самурайҙар менән алышҡан, фин һуғышында ҡатнашҡан тәжрибәле яугир, Дятьково ҡалаһы өсөн барған һуғышта һәләк булған взвод командирын алмаштыра. Ошо алыштарҙа яраланған Мофассал, медсанбатта дауаланғас, 82 миллиметрлы миномет ротаһы сафында һуғыша.
Немецтар сигенгәндә Сож йылғаһындағы күперҙе шартлатҡас, понтон күпер һалырға тура килә. Уны һалыуҙа ауылдашы Әхмәҙиә Мифтаховтың да ҡатнашыуын Мофассал күп йылдар үткәс кенә белә.
Резервтағы пулемет ротаһына, батальонға Буг йылғаһын сығыуҙы тәьмин итергә, тигән бойороҡто еткерергә ҡушыла Мофассалға бер заман. Бойороҡто үтәгәндә ул кәмәлә «максимка»нан ут аса. Йылғаны кискәндә күрһәткән был ҡыйыулығын «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләйҙәр, сержант дәрәжәһе лә бирелә.
Ял иткән, тулыландырылған батальон Краснин ҡалаһына йүнәлә. Алда – һыбайлы капитан Варушин. Һиҙгерлеге юғалғанмылыр инде, бер мәлдә батальон дошман засадаһына эләгә. Арыш баҫыуындағы дошман пулеметы баш ҡалҡытырға ла ирек бирмәй. Мофассалдың автомат уты сәпкә теймәй, мылтыҡтан атҡас ҡына пулемет тына.
Краснин ҡалаһына батальон танкылар ышығында бәреп инә. Һуңынан полк командиры ҡаланы алыуҙа батырлыҡ күрһәткән яугирҙарҙы саф алдында ҡотлай.
Висла йылғаһын батальон кисеп сыға, ләкин плацдармда нығынып өлгөрә алмай, бүленеп, кире сығырға мәжбүр була. Яр буйына кәмәгә саҡырған тауышҡа йүгереп килһәләр, унда яралы матрос ята. Яҡында немецтар: «Рус сдавайся!» – тип аҡыра. Унлаған һалдат – кәмәлә, ҡалғандары кейемдәрен сисеп, йылғаны йөҙөп сыға. ҡышҡы һалҡында үпкәһенә һыуыҡ үткән Мофассалды медсанбатҡа оҙаталар.
1945 йылдың 19 ғинуары. Сандомир плацдармы. Ике сәғәт ярым артиллерия әҙерлегенән һуң дошман позицияһы һөрөлгән ер кеүек. Полк немецтарҙың фронт линияһын өҙә. Утарҙарҙа йәшәүсе немецтар ҙа мал-мөлкәтен ташлап ҡаса. Һалдаттар кухняға йөрөмәй, аҙыҡ-түлек йыйып, үҙҙәре ашарға әҙерләй.
Немец ғәскәре Силизияға сигенә. Полк, дошманды эҙәрлекләп, Одра ярҙарына килеп етә. Иң тәүҙә йылғаны аша сыҡҡан батальон позиция өсөн ҡаты һуғыш алып бара, яугирҙар бирешмәй, сигенмәйҙәр...
Уҡсылар батальоны, дошман аэродромдарын ҡыйратып, Карпат тауҙарындағы Штрегауз ҡалаһын ала. Немецтар һөжүмгә күсә. Полк ҡамау­ҙа ҡала. Фашистар батальонды утҡа тотҡанда йәш пулеметсы, ҡурҡып, пулеметын ҡалдыра ла, сигенә. Шуны абайлаған Мофассал тиҙ генә ҡорал янына шыуышып килеп, Дегтярев пулеметынан немецтарға үлем яуҙыра. Һөжүм кире ҡағыла, яу яланында утыҙҙан ашыу дошман һалдаты үлә. Полк мәктәбе курсанттарынан төҙөлгән танк десанты ҡамауҙан сығырға ярҙам итә.
Дивизияға ҡыҙыл Армия көнөнә Вроцлав ҡалаһын алыу бурысы ҡуйыла. ҡаланы СС дивизияһы һәм власовсылар һаҡлай. Гарнизон башлығы, ҡала совет ғәскәрҙәренә тапшырылмаҫ, тип Гитлерҙың үҙенә ант иткән була. Полктың һөжүме артиллерия уты менән башлана. Америка авиацияһы ла ярҙамға килә. Батальон ҡала урамдарына бәреп инә – һәр йортто штурм менән алалар. Мофассал да үҙенең отделениеһын штурмға алып бара. Батальон командиры яралана, полк командирын снайпер пуляһы һәләк итә. Беҙҙекеләр ҙә снайперҙар төркөмөн булдыра. Мофассал оптик сәпле мылтыҡ алып, немец снайперҙарын сәпкә алғанда, «ҡылыслы» утҡа эләгә. Ошо алыштан һуң ул Паулюстың Польшалағы резиденцияһында урынлашҡан госпиталдә дауалана. Ауылдашы Хисам Шәһәретдиновтың да ошонда икәнен ишетә, ләкин осрашырға яҙмай.
Суворов армияһының тарихи юлынан Альп тауҙары аша дивизия Австрияға сыға һәм Потсдам килешеүе нигеҙендә күҙәтеү зонаһын биләй. Бер аҙҙан өлкән йәштәгеләр­ҙе өйҙәренә ҡайтара башлайҙар. ҡалғандары өсөн Маутхаузен төрмәһенә экскурсия ойошторола. Тап ошонда фашистар менән хеҙмәттәшлек итергә теләмәгән генерал Карбышевты боҙло һыу менән ҡойондороп, туңдыралар. Әсирҙәрҙе тереләй яндырған мейесте күреп тә йәндәре әсей совет яугирҙарының, улар күңелдәрен ялмаған нәфрәттән сәсәй...
Америка күҙәтеү зонаһы Линц ҡалаһында Америка һалдаттары менән осрашҡанда Мофассалдың күкрәгендә II дәрәжә Ватан һуғышы ордены ла ялтырай – Польшаны азат итеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була был наградаға. Тиҙҙән өс мәртәбә яраланған, контузия алған Учалы егете хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла. Тамуҡ уты эсенән үтеп, иҫән ҡалыуына һаман ышана алмаған Мофассал, тыуған еренә аяҡ баҫҡас, күҙ йәштәрен саҡ тыя...
Фронтовик күрше ауыл һылыуы Маһикарамға өйләнә, тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә – йәшлек дәрте менән илдең билен нығытыуға тотона. Ун һигеҙ йыл трактор бригадаһында механик булып эшләгән Мофассал юғары уңыш үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн «СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе», «Сиҙәм күтәргәне өсөн» миҙалдары, Почет билдәһе һәм Хеҙмәт ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнә. Өс ҡыҙ, биш малай үҫә Шаһиевтарҙың татыу, эшсән ғаиләһендә.
Мофассал Мостафа улы Шаһиев немец илбаҫарҙарынан илен ҡорал тотоп һаҡланы, колхоз-совхоз иҡтисадын күтәреүгә лә бөтә көсөн, һәләтен һалды.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Бәхетле Шаһиғәли

25.09.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Бәхетле Шаһиғәли


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»