26.05.2018 Әсләм шишмәһе
Изге күңелле аҡһаҡал тере сағында үҙенә һәйкәл ҡуя
Беҙҙең урамда Бөйөк Ватан һуғышына алынмаған дүрт кенә ир заты ҡалды. Уларҙы «ир-ат» тиһәң дә, исем өсөн генә: бер аяҡлы колхоз рәйесе Хамматгәрәй, арҡаһы сыҡҡан быяласы Зариф, етмеште ҡыуған Әсләм һәм Хәбибулла. Ул йылдарҙа миңә туғыҙ-ун йәш ине.
Утын әҙерләү иң ауыр мәсьәлә булды. Әсләм бабай үҙ теләге менән, һыйырын егеп, етем һәм йәш балалы ҡатындарға хаҡҡа түгел, сауапҡа утын килтерә ине.
Ҡышҡы көндәрҙең береһендә Әсләм бабай күршеһе Мәрхәбә әбей янына инә, уға бер бәйләм утын килтерә. Күршеһе шыжылдап торған самауыр артында сәй эсеп ултыра. Тәҙрә ҡапҡасы ябыҡ, быялаларын боҙ ҡаплаған, өй эсен гүр ҡараңғылығы биләгән. Һырма кейеп, шәл ябынып ултырған Мәрхәбә күршеһен шунда уҡ таныманы. Утын түмәре иҙәнгә бәрелгән тауыштан һиҫкәнеп китте.
– Эй, Аллам, ишек алдында ҡар ҙа көрәлмәгән, кем икән тиһәм, һин икән, Әсләм ағай. Әҙ булһа ла йәнгә йылы кермәҫме тип, самауыр артына боҫтом. Түрҙән уҙ, хәҙер сәй яһайым, еләк ҡағы менән сәй эсербеҙ, – тип, Мәрхәбә мыштым ғына урынынан торҙо.
– Рәхмәт, Мәрхәбә килен, әле генә сәйҙән килдем, иртәгә һыйыр егеп Бәйсәкә урманына утынға барам, насип булһа, һинең өлөшкә лә алып ҡайтырмын, – тине күршеһе.
– Мең рәхмәтле булырмын, Әсләм ағай, изгелектәреңде күп күрҙем, өлөшө барҙың – өмөтө бар, ти халыҡ. Йә, Хоҙайым, юлдарың изге сәғәттә булһын. Сәмиғулланан хәбәр бармы?
– Был арала хәбәр-фәлән юҡ әле, бик борсолабыҙ, Сәнәнең күҙенән йәш кипмәй. Китеүенә бер йыл да алты ай ҙа ун өс көн тула. Һуңғы хатында, киләһе хатты Берлиндан көтөгөҙ, тип яҙғайны, – тине Әсләм. Уның талапсанлығы, теүәллеге, дөрөҫлөктө яратҡаны күптән билдәле булған. “Бер теүәлһеҙлек икенсеһен килтереп сығара, икенсе яңылышлыҡ – өсөнсөһөн, шуға ла талапсанлыҡ кәрәк, талаптан элек әҙәп кәрәк”, – тигән ул. Шуғамы, йәш сағында уны “Теүәл Әсләм» тип шаяртҡандар.
– Көндәр генә түгел, йылдар тиҙ үтә, Әсләм ағай. Оҙатҡан көн әлеге генә кеүек хәтеремдә. Ауылға, бөтә тирә-яҡҡа таңһынып ҡараны, тыуған ерен ҡалдырғанға һыҡранмаһа, шулай ҡарамаҫ ине, еңеүсе булып ҡайтыр әле, Әсләм ағай.
– Фәрештәнең “амин” тигән сағына тура килһен һүҙҙәрең, Мәрхәбә килен, – тине Әсләм бабай.
Мәрхәбә әбей ауылда иң оҫта еп иләүсе ине. Һәр эштең үҙ оҫтаһы була. Ул иләгән ептән кейем-һалымды күптәр кейҙе. Бер нисә пар бейәләй, ойоҡбаш бәйләп, фронтҡа оҙатты. Киндер йәки етендән уға заказ биреп иләттеләр. Бөгөн дә уның төрлө еп менән тулы өрлөгөндә себен ҡунырлыҡ та урын юҡ. Уның орсоғо көнө-төнө бейене. Әсләм бабай, шаяртып:
– Ҡарт бар өйҙә ҡот бар, ҡарсыҡ бар өйҙә орсоҡ бар, – тине лә, шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Уның шундай ихтирамлы көлөүенән өй яҡтырып, йылынып китте. Мәрхәбәнең дә йөҙө асылды. Әсләм бабай сабата кейгән һайын күршеһе иләгән ептән һуғылған салғый урағанын бер ҡасан да онотманы.
Икенсе көнө бабай һыйырын егеп, Бәйсәкә урманына китте. Ул ауылдан өс-дүрт саҡрымда. Юл һыйырға таныш. Сана ашыҡмай ғына, һыйыр тиҙлеге менән, шыуа. Иртәнге тынлыҡ бөтә ғаләмде яулаған. Ҡыштан йөҙәп, яҙға ауыша башлаған ҡояш нурҙары ҡар өҫтөндә уйнай. Юлсы ярмалана башлаған ҡар өҫтөндә елбәҙәктәр ялтырағанына һоҡланып, һыйырын ашыҡтырмай ғына урманға барып етте. Күкрәк тултырып саф һауаны еҫкәне. Урман ауыҙына инеү менән көн ҡараңғыланды. Ҡышҡы ел ағас баштарын тулҡынлата-тулҡынлата урман өҫтөнән ҡайҙалыр ашыға. Ҡоро ботаҡ шартлап һынды ла, һауа һыҙғыртып, ҡарға төшөп батты. Һайыҫҡан шыҡырлауҙан башҡа йәнле тауыш ишетелмәй. Бабай һыйырын туғарып, алдына бесән һалды, муйынын һыйпап, бәләкәй генә ҡыңғырау таҡты. «Аша, аҡыллы таянысым, ҡайтҡанда ауыр булыр, аша, хәҙергә бесән, ҡайтҡас, әбейең картуф ҡабыҡтары бирер, ашлы һыу эсерер. Тиҙ ҡайтып етербеҙ, быҙауың да көтә», – тип, хужаһы иркәләүен белдерҙе. Хайуанҡай, хужаһына рәхмәт белдергәндәй, аңлайышһыҙ ауаздар биреп, ҡороҡ осон уңға-һулға һелккеләп, йәм-йәшел бесәнде ашай башланы. Үҙе тирә-яҡтан ҡоро-һары йыйып санаһына өйҙө. Бер аҙҙан йөрәге күкрәк ситлегенән сығырҙай булып ярһый башланы, аяҡтарының ғәйрәте шиңеүен һиҙҙе, бесәнгә ятып ял итергә була. Шунан тора алмай, йөрәге ярыла.
Кис етә. Сит ерҙә мал да үҙенә урын таба алмай. Һыйыр, әллә быҙауын һағынып, әллә ауылға ҡайтыр ваҡытын һиҙеп, мөңрәй башлай, башы менән хужаһын төрткөләй, ә ул һелкенмәй ҙә. Елене һөткә тулған һайын һыйыр һуҙып-һуҙып, ялыныулы-ялбарыулы мөңрәргә тотона. Шуны ғына көткән бүреләр өйөрө һыйырҙы уратып ала. Бисара мөгөҙөн айҡап та өлгөрмәй, “һә” тигәнсе һыйырҙың ике мөгөҙө лә дүрт аяғы ғына ҡала.
Бүре башлығы боғаҙына йәбешкәндә һыйырҙың баҡырған тауышын урманға яҡын ауылда йәшәгән Алексей ишетеп ҡала.
Һыйыр ҡәҙәр һыйырҙың һөйәген дә ҡалдырмай ашап бөткән бүреләр Әсләм бабайҙың кәүҙәһенә ҡағылмағандар, гүр эйәһе тигәндәрҙер. Кейемендә бүре тырнаҡтары эҙен генә табалар.
Икенсе көндө фажиғәле хәбәрҙе Алексей ауылға еткерә.
Был хәбәр бөтәһен дә тетрәтте. Әсләм ҡартты бөтә ауыл халҡы ерләне. Шул хәтле халыҡ йыйылыуын оло кешенең фажиғәле үлеме менән генә аңлатып булмай. Уның изгелектәре ауыл халҡына быуат башында уҡ билдәле була. Йәшлек йылдарында уҡ Әсләм һаҡалы биленә еткән аҡһаҡал дәрәжәһенә күтәрелә.
Ауылда кешеләр тәрбиәләп торған алты шишмә булған. Уларҙың барыһы ла түбән оста урынлашҡан. Әсләм бабай йәшәгән оҙон урамдың юғары осонда шишмә булмаған. Геологик белеме булмаған, күптән түгел кәләш ҡуйынының йылыһын татыған Әсләм, үҙенең һиҙемләүенә таянып, шишмә эҙләй башлай. Ауыл ҡарттары әйтеүенсә, ул төн урталарында йылға буйына барып, ергә ятып, ерҙең аҫтын тыңлаған. Шулай булғанмы-булмағанмы, ул йылғаның төньяҡ ярында, йылға юлына яҡын ғына бер нисә траншея кеүек соҡор ҡаҙа. Май айында соҡорҙарҙың береһенән шишмә бәреп сыға. Әсләм бабай соҡорға ағас бура төшөрә, улаҡ ҡуя. Йылғаның ҡояш ҡараған ярына ағастар ултырта. Улар йәйелеп үҫеп, ярҙы аҫтан өҫкә ҡәҙәр биләп ала. Ауылға һандуғастар ҡайта. Тау аҫтында сылтырап аҡҡан, таҙа, йомшаҡ һыулы шишмә барлыҡҡа килә. Һыуы инешкә ҡушылыр алдынан бер аҙ көйәнтәле килендәрҙе көтөп торған кеүек була ла, уңайлы мәлен табып, ағымға ҡушыла. Шишмәнең һалҡын һыуы ҡояш ҡыҙҙырғанда тирә-яҡты йәйге эҫенән арындырырға тырыша, ҡышын ҡар аҫтына сума.
Ололарҙың әйтеүе буйынса, күп йылдар буйы шишмәгә беренсе барған йәш килен беренсе көйәнтә һыуын Әсләм бабайға илткән. Ә тора-бара был яҡшы ғәҙәт күңелде пакландыра торған изге бер йолаға әүерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш йылдарында, билдәле сәбәптән, был йола юғалып ҡалды. Минеңсә, яңы тыуған шишмә, фажиғәле рәүештә вафат булған Әсләм бабайҙың изгелекле күңеленә ауыл халҡының ихтирамы – барыһы бергә йәнле һәйкәл булып тора.
Әсләм бабай шишмә менән мауығып, йыш ҡына йорт мәшәҡәттәрен онотҡан. Ундай ваҡыттарҙа һәр саҡ яҡты йөҙлө кәләше Бибисәнә асыуланған, йөҙө ҡараңғыланған. Шишмәгә батып үлерһең әле, тигән һүҙҙәр менән битәрләгән ирен. Ә ире уға, ер фәрештәһе, тип өндәшкән, тиҙәр. Әбей, фәрештә үк булмаһа ла, кендек әбейе булараҡ, тиҫтәләгән сабыйға донъяға килергә ярҙам итеп, күп изгелек ҡылды.
Әсләм бабай ниндәйҙер мөғжизә менән терелеп, зыярат тауынан төшһә, өйҙә крандан аҡҡан һыуға шатланыр, ә үҙе эсәр һыуҙы шишмәнән ташыр ине, моғайын. Ауылға һуңғы ҡайтыуҙа шул уйҙар менән шишмә янында башымды эйеп, һүҙһеҙ генә, оҙаҡ баҫып торҙом, услап һыуын эстем. Сылтыр-сылтыр шишмә тауышы ишетелә, ҡоштар һайрай, ағастар араһында үҙеңде ысын урман эсендәге кеүек хис итәһең. Әсләм шишмәһе тирәләй Әсләм урманы ла барлыҡҡа килгән.
P.S. Яңауыл районының Үрге Сат ауылында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булған хәлгә таянып яҙылды.
Нәдһәт ФӘТХИЕВ.
Оҡшаш яңылыҡтар
14.04.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды
24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү