13.05.2016 “Хәтер – мәңгелек”
Бөйөк Ватан һуғышы – илебеҙ яҙмышында күп яҡлы яҡтыртылған тарих. Ул яуҙа ҡатнашыусылар һәм тыл ветерандары, шул осор балалары үҙҙәре кисергән-күргәндәр хаҡында һөйләй, яҙа, кинотаҫмаларға төшөрә, ҡылҡәләм менән һүрәтләй, ҡыҫҡаһы, кешелек тарихына теркәүен дауам итә. Бөйөк Еңеү хаҡына ҡанын түккән, ғүмерен һалған батырҙар, көндө төнгә ялғап хеҙмәт фронтында тир түккән тыл хеҙмәтсәндәре, уйнап-көлөп йөрөр саҡтарында уҡ иңдәрен ил хәстәре баҫҡан һуғыш дәүере балалары тураһында хәтирәләрҙе яҙып алып, тыңлаусыға еткереү “Юлдаш” радиоһында изге бурыс булараҡ атҡарыла. 2014 йылда күмәк тырышлыҡ менән “Хәтер – мәңгелек” тип аталған эсселар шәлкеме эфирға сыҡты. Унда һәр кем үҙенең ата-әсәһе, олаталары, ауылдаштары, яҡындары, таныштарының һуғыш менән бәйле яҙмышы тураһында бәйән итте, бөгөнгө заман быуынына фәһем-аҡыл бирерлек, тормош ҡиммәте, Еңеү хаҡы хаҡында уйландырырлыҡ хәлдәрҙе тасуирланы. Был проект “Юлдаш” радиоһына “Рәсәй патриоты” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү килтерҙе.
Шәлкемде яугирҙар һәм тыл ветерандары, һуғыш осоро балалары, ябай тыңлаусыларыбыҙ ҙа дауам итеп, Еңеүҙең 70 йыллығында 70 хәтернамә эфирға сыҡты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Сәлимйән Ғүмәровтың яҙмаһында шундай юлдар бар: “1926 йылда тыуған Бәҙретдин: “Әйҙәгеҙ, егеттәр, ошо ҙур ташҡа исемдәребеҙҙе яҙайыҡ та ҡушҡайын араһына күтәреп ҡуяйыҡ”, – тигән тәҡдим яһаны. Ташта Бәҙретдин, Ғилман, Ғиннәт, Зәбирйән, Зариф, Әхмәтғариф, Рәхимйән тигән исемдәр яҙылды. “Был беҙҙең иҫтәлекле вәғәҙә ташы булыр, кем һуғыштан иҫән-һау ҡайта, ошонда килеп дуҫтарын иҫенә алыр”, – тине Зариф...”
Таштан бигерәк, ил батырҙары хаҡында хәтер һәм мәңгелек һәйкәлдәр – беҙҙең күңелдәрҙә, йөрәктәрҙә ул. Хәтирәләрҙә бәйән ителгән һәр кеше яҙмышы – илебеҙ тарихының айырылғыһыҙ өлөшө. Иҫтәлектәрҙе туплап, Еңеүҙең 70 йыллығына “Хәтер – мәңгелек” йыйынтығы сығарылды. Ә 30 апрелдән 22 июнгәсә, 75 йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы башланған көнгә тиклем, яҙмаларҙы көн һайын 10 сәғәт 10 минутта “Юлдаш” тулҡындарында яңғыратабыҙ.
Оҡшаш яңылыҡтар
14.04.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды
24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү