12.05.2016 Журналистар картуф ултыртты
Йыл һайын 9 май алдынан "Юлдаш" радиоһы тимурсылар хәрәкәтенә ҡушыла. Яугирҙар һәм тыл хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар ойоштороу, уларға йорт, баҡса эштәрендә ярҙам күрһәтеү, бергәләп иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереү кеүек изге эштәр коллектив өсөн мөҡәддәс бурыстарҙың береһе һанала.
Ошо көндәрҙә генә бер төркөм “юлдаш”тар Шишмә районының Илкәш ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшиҙә апай Юлдашеваға картуф ултыртышып ҡайтты. Ер йөҙөндәге ҡара көс – немец фашистарын тар-мар итеүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың да өлөшө ҙур була. Ирҙәр менән бер рәттән, ҡанлы яуҙа меңләгән ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша. Улар һауа оборонаһы, медицина һәм элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Ана шундай үҙенсәлекле һалдаттарҙың береһе – дәһшәтле яу юлы үткән Рәшиҙә инәй Юлдашева. Ул ҡәһәрле һуғыш осорон әле булһа әсенеп хәтерләй. Үҙе теләп һуғышҡа китә, фронтта снайпер була. Һуғыш юлын ире менән бер сафта үтә. 1945 йылдың авгусында тыуған иленә әйләнеп ҡайта. Иле, халҡы, балалары өсөн янып, дәртләнеп йәшәй. Ауыл биләмәһе депутаты булһынмы, колхозда эшләһенме – һәр эште йөрәк йылыһын һалып башҡара. “Ул беҙҙең өсөн дә сәпкә тейеп барған снайпер булды. Әйткәнен һәр саҡ үтәнек, ғәҙеллекте яратты, эшенә яуаплы ҡараны”, – ти уның хаҡында ауылдаштары. 92 йәшен тултырған Рәшиҙә инәй бөгөн үҙен бәхетле тоя, ҡыҙы һәм кейәүе янында матур тормошта йәшәй. “Иң мөһиме, илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын”, – ти хөрмәтле ветеран.
Ветерандың баҡсаһына картуф ултыртып бөткәс, “юлдаш”тар инәйҙең йорт алдына йыйылған Илкәш халҡына концерт күрһәтте. “Юлдаш” йыры” конкурсанттары Резеда Бүләкова, Филүс Вәлиев, шулай уҡ Фәрүәз Урманшин, Филүс Ҡасимов башҡарыуындағы күңелле йырҙар байрам кәйефе генә өҫтәне.
Оҡшаш яңылыҡтар
14.04.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды
24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү