08.01.2016 Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй
Ҡараңғы төн. Мөждәбә үҙенең яралы тәненә ҡаты итеп тибеүҙәренән, немец һалдатының һүгенеүен, овчарка эттәренең бер туҡтауһыҙ өрөүен ишетеп, аңына килә һәм ауырлыҡ менән күҙҙәрен аса. Тере икәненә ышанған немец һалдаты уға автоматының осо менән төртә лә, торорға ымлай. Яралы ауырлыҡ менән аяғына баҫа. Уны, ҡаты алыштан һуң тере ҡалған рус һалдаттары менән бергә, һарайға оҡшаш бинаға алып барып ябалар. 1942 йылдың июль айында Витебск ҡалаһы өсөн барған һуғышта уның әсирлеккә төшөүе ошолай була.
Арыған, яраланған, асыҡҡан һалдаттар араһында ниндәй генә милләт кешеләре юҡ ине. Йөҙҙәре болоҡһоу. Ҡараңғы концлагерҙа кемдер ауыр яраһының һулҡылдауына түҙә алмай, ауыр ыңғыраша, икенселәр һаташа. Мөждәбә, яраһының һыҙлауын да онотоп, тәрән уйҙарға бирелгән. Һуғышҡа тиклемге тормошон күҙ алдынан үткәрә.
Мөждәбә Гәрәй улы Шаһиев элекке Ырымбур өлкәһе Үрге Урал өйәҙенең Иманғол ауылында йәки хәҙерге Учалы районының Иманғол ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Бала сағының иң яҡты хәтирәһе – атаһы менән әсәһенең эргәлә булыуы, аслы-туҡлы йәшәһәләр ҙә, яҡындарының һөйөү наҙын тойоп үҫеүе ине. Ләкин был рәхәтлек оҙаҡҡа бармай, сөнки 1921 йылғы йотлоҡта халыҡ күпләп ҡырыла башлағас, атаһы менән әсәһе аслыҡтан һаҡлап алып ҡалыр өсөн Мөждәбәне һәм туғандарын балалар йортона бирергә ҡарар сығара. Шулай ҙа туғандары өйҙә ҡала, ә Мөждәбә Сермән балалар йортона килеп эләгә. Балалар йортонда тәрбиәләнгәндән һуң һәләтле егет уҡытыусы булыу теләге менән Белорет педучилищеһына уҡырға инә. Уны яҡшы билдәләргә тамамлай. Йәш белгесте Илсе ауылына уҡытыусы итеп эшкә ебәрәләр. Ул дәртләнеп балалар уҡытырға тотона, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Айырыуса педучилищела уҡығанында уйнарға өйрәнгән скрипкаһын ҡулына алһа, йәштәр үҙен һырып алыр ине. Шул ваҡыт Мөждәбәнең күҙе үҙенең уҡыусыһы Әҙибәгә төшә, ҡыҙыҡай ул мәлдә бишенсе класта ғына уҡыған була. Күп тә үтмәй, йәштәр өйләнешә, бер-бер артлы балалары Наилә, Йәдкәр, Марат, Әнисә тыуа. Әнисә апайҙың игеҙәге өс йәшендә үлеп ҡала. Марат шәкәр ауырыуынан 17 йәшендә вафат була.
Ауылдың, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Мөждәбәне Сәфәр ауылына уҡытыусы итеп ебәрәләр. Уның Сәфәрҙә уҡытҡанын оло быуын кешеләре әле лә яҡшы хәтерләй. Тырышлығын, уңғанлығын күреп, күп тә үтмәй, уны ауыл рәйесе итеп ҡуялар, ә бер аҙҙан Һәйтәк ауылына рәйес итеп ебәрәләр. Ең һыҙғанып дәртләнеп эшләп, балалар тәрбиәләп, киләсәккә яҡты хыялдар бағлап йәшәгән мәлдә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1941 йылдың июлендә Мөждәбәне фронтҡа алалар. Һуғышҡа киткәнендә оло ҡыҙы Наиләгә 8 йәш тулған була.
Уйҙары ошо урынға еткәс, Мөждәбәнең хәтер ебе кинәт өҙөлә. Тышта немец һаҡсыларының һүгенеп-аҡырынғандары, әсиргә төшкән һалдатты ҡаты туҡмауҙары ишетелә. Өйҙә ҡалған яҡындарын һағыныуҙан ирҙең йөрәге яманһыулай, яраһы тағы ла нығыраҡ һыҙлай башлай.
Уның әсирлеккә төшөүенә ике йыл ваҡыт үтеп китә. Ошо арауыҡ эсендә бер нисә фашист концлагерын алмаштырырға тура килә. Концлагерь тормошондағы ауырлыҡтарға нисек түҙгәненә үҙе лә аптырай. Ҡоро һыуҙан торған баланда ашап, көнө-төнө таш аҡтарыуҙар, кисен ас көйөнә бет тулы баракка ҡайтып йығылыуҙар, туҡмалыуҙан алған яраларҙың үҙәккә үтеп һыҙлауы һәм иң ҡыйыны билдәһеҙлек, түҙеп торғоһоҙ булып тыуған яғын, яҡындарын һағыныу ине. Мөждәбә һәм уның кеүек әсирҙәге һалдаттарҙы килтергән һуңғы концлагерь Германия ерендә урынлашҡайны. Был ваҡытта Францияла франция макиздары (партизандары) фашизмға ҡаршы ныҡ көрәш алып барған була. Ошо сәбәпле немецтар, уларҙы юҡ итеү өсөн әсир һалдаттарға ҡорал тоттороп, алышҡа ебәрә. Ә совет һалдаттары уңайы сыҡҡанын көтөп, немец һаҡсыларын үлтереп, урмандағы француз макиздары яғында ҡала. Немецтар күпме генә атмаһын, эттәр менән эҙләмәһен, уларҙы таба алмай. Ҡасҡан әсирҙәр бик оҙаҡ барғандан һуң француз партизандарына килеп ҡушыла һәм 1944 йылдың апреленән алып Еңеү көнөнә тиклем улар менән бергә фашистарға ҡаршы һуғыша. Дошманға ҡарата төрлө заданиела, разведка операцияларында ҡатнашалар. Есиль, Глюль, Бриф, Эглетон кеүек француз ҡалаларын немецтарҙан азат итәләр. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Мөждәбә Гәрәй улы “Батырлыҡ өсөн”, “Партизан” миҙалдары менән бүләкләнә. Бөйөк Еңеүҙе ул Франция ерендә ҡаршылай. Һуңынан уны үҙе кеүек һалдаттар менән бергә Советтар Союзына ҡайтаралар. Ләкин тыуған илендә уларҙы тағы бер ҡаты һынау көтә. Ул заманда әсирлектә булған һалдаттарға хыянатсы тип ҡарайҙар. Франция партизандары менән дошманға ҡаршы һуғышҡан Мөждәбәне лә хыянатсылыҡта ғәйепләйҙәр. Партбилетын, наградаларын тартып алып, үҙен 10 йылға Донбасс шахталарына эшкә оҙаталар. Ике йыл концлагерҙа ыҙа сигеп, һаулығы ҡаҡшаған Мөждәбә тимерәү ауырыуы менән ауырый башлай. Сирҙең йоғошло булыуын белеп, уны үҙенең тыуған яғына оҙатырға мәжбүр булалар. Шулай итеп, Мөждәбә 1946 йылдың ғинуарында тыуған еренә ҡайтып төшә. Һуғышҡа тиклем колхоз рәйесе булып эшләһә лә, хәҙер килеп уны бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙар. Күп балалы булыуын ғына иҫәпкә алып, ара-тирә төрлө эштәрҙә йөрөргә мөмкинлек бирәләр. Оло ҡыҙы Наилә ул йылдарҙы ошолай тип хәтерләй торғайны: “Атайым көнө буйына колхозда эшләп, кискә арып ҡайтыуына өйҙә уны Учалынан килгән һыбайлы НКВД хеҙмәткәре көтә ине һәм Учалыға допросҡа алып китә. Ә иртәгәһенә арыған атайым тағы эшкә юллана”.
Мөждәбәгә шулай 1957 йылға тиклем “хыянатсы” исемен күтәреп йәшәргә һәм эшләргә тура килә.
1957 йылда Франция Президенты Шарль де Голль Никита Хрущевҡа хат ебәрә һәм ошо хатында һуғыш йылдарында француз партизандары менән бергә фашистарға ҡаршы һуғышҡан бер төркөм совет һалдатына рәхмәтен белдерә. Хаттағы исемлектә Мөждәбә Гәрәй улы Шаһиевтың да фамилияһы була. Франция Президентының хатынан һуң Мөждәбәнән “хыянатсы” исемен алып ташлайҙар, партбилетын һәм наградаларын ҡайтарып бирәләр. Күп тә үтмәй, уны Мәскәү ҡалаһына саҡыралар. Унда уға Франциянан килгән Участнику французского сопротивления ордены тапшырыла. Артабан ул үҙенең яратҡан уҡытыусылыҡ эшенә кире ҡайтарыла, ә һуңынан мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә.
Һуғыштан һуң Мөждәбә менән Әҙибәнең тағы ете балаһы донъяға килә. Улар балаларына яҡшы тәрбиә бирә, барыһын да тиерлек юғары белемле итеп, уҡытып сығаралар. Оло ҡыҙҙары Наилә генә, нисек кенә һәләтле булмаһын, юғары белем ала алмай, сөнки ул йылдарҙа “хыянатсы” исемен йөрөткән кешеләрҙең балаларына уҡыу йорттарында ишектәр “бикле” булып сыға.
Мөждәбә Гәрәй улын оҙон буйлы, ҡаҡса йөҙлө, алсаҡ, шаян кеше итеп хәтерләйҙәр. Тормош уға ниндәй генә һынауҙар ҡуйһа ла, үҙенең гражданлыҡ бурысына тап төшөрмәй, кешелек сифаттарын юғалтмаған коммунист һалдат булып ҡала белгән. Һуғышта скрипкаһында уйнап, француздарҙы аптырашта ҡалдырған Мөждәбә Гәрәй улы үткәндәрен мәрәкә итеп һөйләр ине.
Есиль ҡалаһын азат иткәндән һуң улар кибеттәрҙән француз шараптарын тәпәне менән алып сығып эсә башлаған. Беҙҙең рус һалдаттары иҫерешеп һуғыша башлағас, француздар уларҙан эсемлекте тартып алырға мәжбүр була һәм рус һалдаттарына: “Һуғышҡанда һеҙҙән дә батыр кеше юҡ, ә эсеп алһағыҙ, һеҙҙән дә иҫәр кеше юҡ икән”, – тине, тип һөйләп көлдөрә торғайны.
Мөждәбә Гәрәй улы 1982 йылда вафат була. Беҙҙең бөгөнгө матур тормошобоҙ өсөн үҙенең тос өлөшөн индергән коммунист, һуғыш яугиры тураһында яҡты хәтирәләр күңелдәрҙә һаҡлана. Уның тураһында бик күп очерк, мәҡәлә баҫылған. Екатеринбург киностудияһы хатта документаль фильм да төшөргән. Һәйтәк ауылы халҡы Мөждәбә Гәрәй улының исемен мәңгеләштереп, үҙәк урамға уның исемен биргән, йортона таҡтаташ ҡуйылды. Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй, тип әйтеүҙәре бик дөрөҫ.
Мөждәбә Гәрәй улының уҡытыусылыҡ эшен ҡыҙы Ләлә дауам итә. Ул Һәйтәк ауылы мәктәбе директоры, һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы Межгорье ҡалаһының, ә артабан Учалы районының мәғариф бүлеге етәксеһенең уҡытыу буйынса урынбаҫары вазифаларын биләй.
Яугирҙың педагогик династияһын оло ҡыҙы Наиләнең улы Ғаяз Аусат улы Фәррәхов дауам итә. Ул Һәйтәк ауылында 15 йыл мәктәп директоры булып эшләй, хәҙерге ваҡытта Учалы ауылы урта мәктәбендә тарих дәресенән уҡыта. Ул шулай уҡ һәүәҫкәр композитор, баянсы булараҡ та киң билдәле. Уның Ғәлинур Юламанов башҡарыуындағы “Ҡара болот” йыры бөтә республикаға танылған, ә уҡытыусыларға арналған “Ҡыңғырауҙар сыңы” йырын районыбыҙҙың күп остазы һаман да ихлас башҡара.
Р.S. Мөждәбә Шаһиев минең оло ҡайным, ҡәйнәм Наилә Мөждәбә ҡыҙы Фәррәхованың атаһы булып сыға. Иҫән сағында ҡәйнәм атаһы тураһында тик яҡты иҫтәлектәр генә һөйләр ине. Һөйләгәндәрен файҙаланып, яугир тураһында яҙылған ҡулъяҙмаларҙы өйрәнеп, уның хаҡында яҙмай булдыра алманым.
Әнисә ФӘРРӘХОВА.
Учалы ауылы.
Оҡшаш яңылыҡтар
14.04.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды
24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү