RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

25.09.2015 Бәхетле Шаһиғәли

Фашистарға, япон самурайҙарына ҡаршы батырҙарса алышып, күп орден-миҙалға лайыҡ булған яугир тыныс тормошта ла фиҙакәр хеҙмәте менән танылыу яулаған


Бәхетле ШаһиғәлиЯнымда ултырыусы исем-шәрифен атағас, бер юлы шаһ, хан һәм солтан титулдарын йөрөткән бөйөк кеше менән тәүге тапҡыр танышам, тип йылмайҙым («Ғәли» ғәрәп теленән «бөйөк» тигәнде аңлата). Шаһиғәли Хансолтан улы Яҡупов, әйтмәксе лә, миндә өс титул бар икән, тип аптыраны: «Ошоғаса был турала уйлаған да юҡ ине». Ысынлап, исеменә – күрә есеме, дуҫтар: Бөйөк Ватан һуғышы ветераны үҙ-үҙен тотошо менән хас та аҡһөйәктәр, хакимдар затынан һымаҡ. Юҡ-юҡ, маһайыу, танау сөйөүҙең, эрелектең эҙе лә юҡ унда, киреһенсә, үтә кеселекле, иғтибарлы, тыйнаҡ ул. Әммә тап ошо күркәм сифаттар уны һинән, гүйә, бер башҡа юғары, затлы итә, һәм ветеран менән әңгәмәләшкәндә үҙең дә һиҙмәҫтән арҡаңды турайтып, башыңды ололап эйәһең, һәр һүҙен йотлоғоп тыңлайһың. Күп һөйләргә яратмаған Шаһиғәли олатай­ҙың күңеленә асҡыс таба алһаң инде, уның иҫ киткес оҫта хикәйәсе икәнен асыҡлайһың – тормошта күргәндәрен бәйнә-бәйнә һөйләгәндә, барыһы ла шул килеш кенә күҙ алдына баҫа.
…Баймаҡ районының Үрге Яйыҡ­бай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуып, һәр көнгә ҡыуанып йәшәгән бәләкәй Шаһиғәли йәйҙе һағынып көтөп ала. Сөнки был матур, йылы миҙгелдә артыҡ кейем дә кәрәкмәй, аҙыҡ та аяҡ аҫтында – өҙ ҙә аша! Бына ҡайҙа ул хөрриәт тигәндәре! Шаһиғәли ҙә, иптәштәре лә үҙ өлөштәренә төшәсәк ауырлыҡтар, алда көткән ғазаптар, юғалтыуҙар тураһында баштарына ла индермәй, көн оҙонона Һаҡмарҙа сәптерләй, ярҙа ҡыҙына, балыҡ тотоп ҡура. Улар хатта гүзәл киләсәк тураһында ла хыялланмайҙар – бер көн менән йәшәгән осорҙары. Көҙ ирекле тормошҡа нөктә ҡуйыла: Сәхибъямал менән Хансолтан Рахманғоловтарҙың тәүге балалары Шаһиғәли уҡырға инә һәм, дәрес әҙерләүҙән тыш, һеңле-ҡустыларын ҡарау ҙа уның иңенә йөкмәтелә. Бишенсе синыфҡа ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Икенсе Этҡол мәктәбенә бара ул. Көн дә йәйәү йөрөйҙәр (әлеге һымаҡ автобус ҡайҙан ти ул саҡта?) 1941 йылда һигеҙенсене тамамлаған Шаһиғәли көҙөн артабан уҡыуын дауам итергә йыйына. Ләкин бар планын һуғыш селпәрәмә килтерә. Үҫмерҙәр колхоз эшенә сығарыла. Улар өлкәндәр менән бер рәттән бар эште башҡара, йәштәре менән иҫәпләшеүсе булмай. 1942 йылдың ноябрь айында Шаһиғәли менән бер төркөм ҡыҙҙы Белорет районының Үрге Мәнәү ауылына хәрби завод өсөн ағас ҡырҡыр­ға ебәрәләр. Шаһиғәли унда Таулыҡай ауылы егете Сафа Ғимаҙов менән танышып, бергә эшләйҙәр.
– Сафа Хәйретдин улы бик яҡшы кеше ине, йәл, 1992 йылда вафат булды, – ти көрһөнөп ветеран. – Урманда һәр беребеҙ көнөнә биш кубометр утын әҙерләнек. Тәүлегенә 600 грамм сейле-бешле арыш икмәге бирәләр. Ярай ҙа өйҙән ярма, талҡан алып барғайныҡ, шулар менән аҙыраҡ тамаҡты алдаштырабыҙ. Ауыр эштән, аслыҡтан аяҡ-ҡулдар ҡалтырай, етмәһә, сатнама һыуыҡ елеккә үтә. Саҡ ҡына тын алырға туҡтаһаң да кейемең шунда уҡ тәнеңә ҡуша ҡата. Беҙҙең менән бергә күрше Ниғәмәттән оло йәштәге Хажиәхмәт Ғаббасов, Зәйнәғәбдин Юнысов та булды. Барыбыҙ ҙа тырышып йөкләмәләрҙе үтәнек, һыр бирмәнек. Биш ай эшләгәс, марттың ун биштәре беҙҙе ҡайтарҙылар. Сафа менән йәйәү ҡайттыҡ. Ашарға бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, исмаһам, үлән дә әле баш ҡалҡытмаған. Икебеҙ ҙә аслыҡтан танымаҫлыҡ булып шешенгәнбеҙ, аяҡтарға гер аҫҡандармы ни – саҡ атлайбыҙ. Юлда үлеп ҡалмаҫ өсөн былтырғы муйыл емештәрен сүпләгән булабыҙ. Йәнебеҙҙе усыбыҙға тотоп, нисек булһа ла ҡайтып етәйек, тип бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп, көс-хәлгә ауылдарыбыҙға ҡайтып еттек. Тағы бер көнлөк юл ҡалһа, беҙ башҡаса түҙмәҫ, биллаһи, үлер инек. Мин тәнтерәкләп өйөбөҙгә килеп тә индем, иҫһеҙ тәгәрәп тә киттем (аҙаҡ белеүемсә, Сафа ла шулай йығыл­ған). Әсәйем шешенгән аяҡтарымдан быйманы саҡ ҡырҡып сискән. Ныҡ ауырыным. Дарыу ҙа, махсус тәрбиә лә юҡ, ямауыбыҙ – үҙебеҙҙә. Терелеү менән колхоз эшенә сыҡтым. Шулайтып, мин беренсе үлемдән тере ҡалдым.
Яҙғы сәсеүҙән һуң Шаһиғәлиҙе армияға алалар. Белоретта ағас ҡырҡҡанда танышҡан Шырмай ауылы егете Хәмит Йәндәүләтов менән Өфө янындағы хәрби лагерға эләгәләр. Кесе командирҙар әҙерләгән полкта ҡорал менән эш итергә, тактик уйындарға, һуғыш хәрәкәте ысулдарына өйрәнәләр. 1944 йылдың март айында сержанттарҙы яңы ғына фашис­тар­ҙан азат ителгән Ржев ҡалаһы янында ойошторолған дивизияға оҙаталар.
– Лагерҙа бик ҡыйын булды, – тип дауам итә һүҙен Шаһиғәли Хансолтан улы. – Тәртип шул тиклем ҡаты, хатта бәҙрәфкә лә строй менән теҙеп йөрөттөләр. Ҡалғаны тураһында әйтәһе лә түгел. Түҙә алмай, ҡайһы бер егеттәр ҡасты. Әммә уларҙы тәүлек эсендә тотоп, часҡа кире килтерәләр ҙә, 24 сәғәт эсендә хәрби трибунал уларға хөкөм сығарып, гарнизондағы һалдаттарҙы түңәрәкләп теҙеп ҡуйып, ҡарарҙы уҡыйҙар ҙа, күҙ алдында ата торғайнылар. Был, билдәле, башҡаларға һабаҡ булһын, тип башҡарылды… Шулай ҙа лагерҙа ашау яғы яҡшы ине, шунда беренсе тапҡыр тамаҡ туйып ҡалды. Тактик күнекмәләр Ағиҙел буйындағы туғай­ҙа, урманда, һаҙлыҡта үтте. Сәйәси дәрестәрҙе усаҡ тирәләй түңәрәкләп ултырып тыңланыҡ. Лагерь бик ҙур ине: беҙҙән, пехотанан тыш, артиллеристар, автоматсылар, элемтәселәр, саперҙар, снайперҙар, ПТР-сылар (ПТР – танкыға ҡаршы ата торған ике кеше алып йөрөтмәле ҡорал) булды.
Эшелонға тейәлер алдынан иҫке кейемебеҙҙе алмаштырҙылар – баштан-аяҡ өр-яңы әйбер кейҙек. Юлда оҙаҡ барҙыҡ. Һәр вагонда – тимер мейес, шунда сиратлап бутҡа бешереп ашайбыҙ. Сәйгә йылы һыуҙы станцияларҙа туҡтағанда алып ҡалабыҙ. Вагонда өс ҡатлы нар эшләнгән, шунда ултырып, ятып барабыҙ. Составты Ржев ҡалаһына етмәҫ борон ҡола яланда туҡтатып, беҙҙе немецтарҙан янмай ултырып ҡалған өйҙәргә урынлаштырҙылар. Һуңынан фашистарҙы ҡыуып барғанда, улар­ҙың бөтә ауылды, баҫыуҙағы игенде яндырып, күперҙәрҙе шартлатыуына шаһит булдыҡ – улар үҙҙәре артынан бер нәмәне лә тере килеш ҡалдырманы...
Беҙ килгәндә офицерҙар составы ғына булып, иртәгәһенә үк һалдаттар килә башланы. Уларҙы ҡабул итеп алабыҙ, взвод, бүлектәргә бүлеп, алыш серҙәренә өйрәтәбеҙ. Шулай итеп, беҙҙең 95-се уҡсы дивизияһы төҙөлдө. Әйткәндәй, тағы ла иптәшем Хәмит менән бер взводҡа эләктем (бүлек командирҙары инек). Өфөләге лагерҙа ла бер бүлектә булып, землянканың икенсе ҡат нарында ҡаҙаҡ егеттәре менән талаша-һуғыша арҡа терәп ятып йоҡлап йөрөгәйнек. Тағы бергә булыуыбыҙға ҡыуандыҡ. Бындай бәхет һирәктәргә эләкте, барыһын да төрлө полк, батальондарға таратып бөттөләр. Беҙҙең 90-сы полктың командиры – майор Сурков, 2-се һанлы батальоныбыҙ командиры – Башҡортостан егете капитан Йосопов, 2-се рота командиры – лейтенант Мөхә­мәт­шин, 1-се взвод командиры кесе лейтенант Пономаренко ине. Беҙ ошо командирҙар менән һуғышҡа бергә индек, ләкин кемеһе үлде, кемеһе яраланды, кемеһе тере ҡалды – теүәл генә әйтеүе ҡыйын. Өлкән командирҙар артта була, бүлексә командирҙары ғына һалдаттар менән бергә йәнәшә бара. Мәхшәрҙә эргәңдәге кешене лә күреү бик ҡыйын, сөнки саң, төтөн, томан күҙҙе бәйләй, алда ла, артта ла шартлаған снаряд, миналар, һыҙғырған пулялар тауышынан ҡолаҡ тона. Бигерәк тә тәүге мәлдә бер ни күрмәйһең, ишетмәйһең. Һуңынан өйрәнәһең, алыш көндәлек эш кеүек тойола башлай…
Апрель аҙағында, юл кипкәс, дивизияны көнбайышҡа алып китәләр. Төндә генә барып, көндөҙ урман эсендә йәшенеп яталар. Юлда барғанда ҡайһы берәүҙәр немецтар ҡалдырған миналарға эләгеп шартлай. Фронт һыҙығына 40 – 50 километр барып етмәй, урман эсендә землянка ҡаҙалар, түшәк урынына ҡарағай, шыршы ботаҡтарын түшәй­ҙәр. Дары еҫен еҫкәмәгән йәштәр араһында һуғыш сирҡанысын алырға өлгөргән ололар ҙа була. Ҡайһыһы сатан, ҡайһыһы һыңар күҙле был һалдаттар йәштәргә күргән-кисергәндәрен һөйләй, нисек һаҡланырға өйрәтә. Усаҡ яғыу, тәмәке тартыу, урмандан сығыу ҡәтғи тыйыла, сөнки өҫтәрендә, ҡорбанын аңдыған ҡоҙғон ише, немецтарҙың разведка самолеттары бер туҡтауһыҙ өйрөлә. Саперҙар командаһын ғына көн дә ҡайҙалыр алып китәләр, ҡайтҡанда улар теүәл булмай (аҙаҡ белеүҙәренсә, саперҙар юлды миналарҙан таҙартып, йылғаға күпер һала, һаҙлыҡҡа танктар үтерҙәй арҡыры ағас түшәй). 21-се июндән 22-нә ҡараған төндә быҫҡаҡлап яуған ваҡ ямғыр аҫтында танктарҙың тәгәрмәс сылбырына тотоношоп, һалдаттар фронт һыҙығына барып етә. Әҙер окоптарға урынлашалар.
– Окопта – һыу, бысраҡ, сүкәйеп кенә ултырып ял иттек, – ҡарт һалдат өсөн барыһы ла кисә генә булған кеүек. – Ул арала, киске ашты барып алырға, тигән һүҙҙе ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа шыбырланылар. Ике һалдат­ҡа бер котелок бутҡа бирҙеләр, теләгәндәр 100 грамм араҡы ла алды. Иртәнге сәғәт дүрттә бөтә төр калибр­ҙағы пушканан немецтарҙың позицияларына ата башланылар. Иң тәүге һәм һуңғы залптарҙы гвардия минометтары – «Катюша»лар баш­ҡар­ҙы. Ике сәғәттән ашыу өҙлөкһөҙ атыу барҙы, ҡолаҡтар тоноп бөттө, ер туҡтауһыҙ һелкенде. Артиллерия атыу­ҙан туҡтағас, донъяла шундай тынлыҡ, һиллек урынлашты, әйтер­һең дә, бер ниндәй һуғыш та юҡ… Бына шулай итеп «Багратион» операцияһы башланып китте.
Артиллерия утынан һуң бер тере йән эйәһе ҡалмаҫҡа тейеш кеүек ине, сөнки ер һөрөлгән һымаҡ ҡап-ҡара, бер ҡыяҡ та юҡ. Әммә беҙ ҡуҙғалыу менән немецтарҙың ер аҫтындағы дзоттарынан, доттарынан үлем сәселде… Урманғаса өс саҡрым араны һуғыша-һуғыша кискәсә үттек. Инде күҙ алдына килтерәһегеҙме унда ниндәй алыш булғанын? Төн тыныс үтте. Йәл, артыбыҙса килгән кухня минала шартлағайны, ҡоро паек менән генә туҡландыҡ. Иртән дошманды яңы көс менән ҡыуып киттек, бер ҡайҙа ла нығынырға ирек бирмәнек. Тәүлегенә бер-ике генә сәғәткә ялға туҡтай торғайныҡ. Днепрҙы кискәндә бик күп юғалтыу булды, аяуһыҙ һуғыштыҡ. Тотошлай үртәлгән ауылдарҙың бисара халҡы урмандарҙан төйөнсөктәрен, балаларын күтәреп килеп сыҡҡанда, күҙгә йәш тулды, йән әрнене…
Минск ҡалаһына етер саҡта башҡорт егете контузия ала. Ҡазанда дауаланғас, уны, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип, ауылына ҡайтаралар. Ләкин өйөндә оҙаҡ ятырға форсат эләкмәй: уны ҡабаттан һуғышҡа алып, инде Көнсығышҡа оҙаталар. Монголия далалары, Гоби сүллеге буйлап 35 – 40 градус эҫелә юлһыҙ, һыуһыҙ, ҡомға бата-бата килгәндәрендә аттар ҙа, һалдаттар ҙа ҡолап ятып ҡала. Ауырттырып күҙгә, ауыҙға тулған ҡомдан ҡотолоуҙарына, Хинган тауҙарындағы упҡындар йөрәккә шом һала… Совет һалдаттарына ҡаршы яҡшы әҙерлекле һайланма япон самурайҙары – Квантун армияһы тора. Тауҙарҙа уларҙың оҫта йәшерелгән көслө нығытылған базалары була. Беҙҙең һалдаттар япондар көтмәгән яҡтан – сүллектән, ташлы бейек ҡаялар буйлап килеп һөжүм итә… Дәһшәтле алыштарҙың бере­һендә Шаһиғәли ҡабат контузия ала. Шул мәлдә үкенеүҙәре! Госпи­талдә ятҡанында, ярай, исмаһам, имен ҡалдым, тип тә ҡыуана үҙе. Алыҫ Көнсығыштан ауылдашы Ибраһим Исмәғилев менән бер эшелонда ҡайтыуын Магнитогор­скиға килеп төшкәс кенә белә.
– Был яғына бергә ҡайттыҡ, – ти ике һуғышта ҡатнашҡан батыр һалдат. – Ниғәмәттә Әнүәр ағай Бикмәтов осрап, һәр кемебеҙҙе өйгәсә илтте. Ауылда тормош хөрт ине. Ярай ҙа Магнитогорскиҙа ризыҡ биргәйнеләр: шәкәр, консервалар… Ике көндән колхоз идараһы 200 кг бойҙай яҙҙы. Колхоз эшенә ихласлап тотондом – танһыҡ ине тыныс тормош. Үлсәүсе, ырҙын табағы мөдире, баҫыусылыҡ эшсеһе, келәт мөдире, һатыусы, ауыл советы сәркәтибе, урмансы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Бына шулай… Һуғышта күргәндәрҙе, кисергәндәрҙе аңлатып, бөтәһен тасуирлап һөйләп бөтөрлөк түгел. Яуҙа һәр секундта ғүмерең өҙөлөүе ихтимал, шуға ла ике тамуҡтан тере ҡайтыуыма, ошо йәшкә етеүемә ҡыуанам, Хоҙайға рәхмәтлемен. Бәлки, әсәйем өйрәткән доғалар ҙа һаҡлағандыр мине. Һуғыш йыш төшкә инә. Йөрәк дерелдәп килеп уянаһың да, ҡурҡып ятаһың – өн булдымы был әллә төшмө, тип. Донъяла күрмәгән, белмәгән нәмә ҡалманы, әммә иң-иң михнәтлеһе – һуғыш. Әле генә һин дә мин һөйләшеп ултырған иптәшеңдең үлемен күреү бик ауыр кисерелде, быға бер ваҡытта күнегеп булманы…
Донъялар имен торһон, тип теләйем, беҙ күргәнде һеҙ бер ҡасан да күрмәгеҙ, балалар.
Фашистарға, япон самурайҙарына ҡаршы батырҙарса алышып, күп орден-миҙалға лайыҡ булған Шаһиғәли Яҡупов тыныс тормошта ла фиҙакәр хеҙмәте менән танылыу яулаған. Ҡатыны (мәрхүмә) Сәғирә Мөхөтдин ҡыҙы менән матур тормош юлы үтеп, аҡыллы, эшһөйәр балалар тәрбиәләгәндәр. Бөгөн Шаһиғәли Хансолтан улы ҡыҙы Зәлиә, кейәүе Рәсим Зәйнәғәбдиновтар менән бергә ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй. Йәш сағында ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журналдар алдырып уҡыған ветеран һаманғаса баҫмаларҙан, тарихи китаптарҙан айырылмай.
Туҡһан йәшен беҙҙең «Йәшлек» менән бергә ҡаршылаған гүзәл кешегә иң изге теләктәр теләп, һоҡланыуыбыҙҙы белдерәбеҙ. Ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуһа ла, батырлыҡтары, хеҙмәте, күңел байлығы менән затлы зат ул.










Оҡшаш яңылыҡтар



Олатай иҫтәлеге

22.06.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Әҙәбиәт Олатай иҫтәлеге


Әсләм шишмәһе

26.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Әсләм шишмәһе


Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

09.05.2018 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй...


«Үлемһеҙ полк»  саҡыра

03.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөйөк Еңеүгә 71 йыл «Үлемһеҙ полк» саҡыра


Исеме ташҡа уйып яҙылған

27.06.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Исеме ташҡа уйып яҙылған


Яҙмыштарында – ил  тарихы

20.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Яҙмыштарында – ил тарихы


“Хәтер –  мәңгелек”

13.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Хәтер – мәңгелек”


"Һуғыш балалары - тарих яралары"

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл "Һуғыш балалары - тарих яралары"


Журналистар картуф ултыртты

12.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар картуф ултыртты


Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Иң бөйөк көндө көтә Йәнгир улы Рәис


Журналистар уларҙы онотмай

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Журналистар уларҙы онотмай


Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!

10.05.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Һуңғы өмөтөгөҙ һүнмәһен!


"Беҙ күрмәнек һуғышты, һәм бер ҡасан да күрмәҫбеҙ тип ышанабыҙ..."

Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды

«Миңлеғәле  Шайморатовҡа –  Герой исеме!»

06.02.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Йәмғиәт «Миңлеғәле Шайморатовҡа – Герой исеме!»


Ҡарт яугирҙы әле лә  ил яҙмышы борсой

16.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ҡарт яугирҙы әле лә ил яҙмышы борсой


Батыр үҙе үлһә лә,  исеме йәшәй

08.01.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Батыр үҙе үлһә лә, исеме йәшәй


Күңелдең ике ҡанаты:  береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү

24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү


Геройҙың батырлығы  онотолмай

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Геройҙың батырлығы онотолмай


Ул антифашист ине…

19.06.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ул антифашист ине…


Нәҫел ағасының ете тармағын мәңгегә йотҡан һуғыш…

Быуаттарға балҡыр дан!

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Быуаттарға балҡыр дан!


«Беҙҙең мөхәббәтте һуғыш та, ауырлыҡтар ҙа еңә алманы»

Ватандың тоғро һаҡсылары

15.05.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Ватандың тоғро һаҡсылары


Тәслимә Рәхимова
5 ноября 2015 23:42: Тәслимә Рәхимова
Һаумыһығыҙ, "Йәшлектәр"! Мин дә Яҡупов Шаһиғәле олатайҙың һәм атайым Мусин Харистың иҫтәлектәр дәфтәре буйынса мәҡәлә ебәргәйнем һеҙгә Бикметова Гүзәл аша.