19.06.2015 Ул антифашист ине…
Был юлы Германиянан алған хат ҡыуандырманы. Өҫтәүенә, алыҫтан килгән сәләмде үҙемдең тыуған көнөмдә алдым. Әйтерһең, яҙмыш үҙе мине ғүмерҙең бик ҡыҫҡа булыуы хаҡында йәнә бер иҫкәртә ине… Хат Ингенан, немец журналисы, тарихсы Петер Трогтың ҡатынынан, килгәйне. Петер яҡты донъянан китеп барған. Аҙна самаһы шаңҡып йөрөгәндән һуң яҙам мәҡәләмде. Уҡыусылар был хаҡта белергә тейеш, тип иҫәпләйем.
Беҙҙә ҡайһы берәүҙәр фашизм менән немец халҡы араһына тигеҙлек билдәһе ҡуя. Күп тапҡыр бәхәсләшкәнем бар: барыбер немец инде, фашист, тип кенә ебәрәләр. Фашизмдың иһә милләте юҡ, уның теләһә ҡайһы милләттән булыуы ихтимал. Быға әллә күпме миҫал килтерер инем, һөйләргә теләгәнем ул түгел. Үҙемдең немец дуҫым, рухи туғаным Эрих-Петер Трог тураһында һүҙем.
Ул Австрияла тыуған. Алты йәшендә Трогтар ғаиләһе Германияға күсенә. Ғүмере буйы ул үҙен барыбер австрий тип иҫәпләне, ләкин тыуған яҡтарына ҡайтып йәшәй алманы. «Мин күңелем менән Австрияла, ниңәлер, Германия үҙ илем кеүек тә түгел», – тигәйне ул бынан күп йылдар элек, әсенеп. Бала сағы Дессау ҡалаһында уҙа. Петерға ун йәштәр булғандыр, илдә йәштәрҙе һәм ҡатын-ҡыҙҙы хәрби рухта, милләтселек тойғоһонда тәрбиәләү башлана. Гитлерҙың оҙайлы планы буйынса, гитлерюгенд хәрәкәтенә юл һалына һәм малайҙарҙы алда буласаҡ ҡанлы һуғышҡа әҙерләй башлайҙар. Ун дүрт йәштән ун һигеҙгә тиклемге үҫмерҙәрҙең барыһы ла гитлерюгендҡа инергә тейеш – Адольф Гитлер һәм йәштәр хәрәкәте етәксеһе Бальдур фон Ширахтың фарманы был. Гитлерюгендҡа инмәҫ өсөн ул саҡта Германияла һаман көсәйә барған нацистик партияның ҡот осҡос хәлдәргә килтерәсәген яҡшы аңлаған Эрих-Петер ун өс йәшендә Австрияға ҡаса һәм, Икенсе донъя һуғышы башланғас, антифашистар хәрәкәтенә ҡушыла.
– Мин бәләкәйҙән кешеләрҙе милләттәргә түгел, ә яҡшы һәм яманға бүлеп ҡараным, – ти торғайны дуҫым. – Әлбиттә, немец халҡын яратам, бөйөк Гете һәм Шиллер, Бах һәм Гендель, Кранах һәм Ницше менән ғорурланам. Әммә Ер йөҙөндә бер генә халыҡ та икенсеһенән бөйөк, юғары түгел.
Һуғыш тамамланғас, Петер Трог кире Германияға, яҡындары эргәһенә ҡайтырға хәл итә. Дүрт сикте – Америка, Франция, Англия, Советтар Союзы сиктәрен үтеп (фашизмды еңгәндән һуң Германия дүрт өлөшкә бүленә, һуңғараҡ ул икегә ҡала), ул Дессауға йәйәү килеп етә. Ҡала тулыһынса емерелгән, Трогтар йәшәгән йорт та бомбаға тотолған. Һуғыш кемде генә аяй инде…
– Фюрер тотош донъяны ғына түгел, немец халҡын да үлем хәүефенә ҡалдырҙы, – ти торғайны дуҫым. – Үҙенең йәлләт эшен дә ул бит Германиянан башланы. Аҙ ғына икенсе фекерҙә булһаң, йә булмаһа, нацизмға ҡаршы һүҙ әйтһәң, һиңә шунда уҡ үлем хөкөмө сығарҙылар.
Һуғыштан һуң Петер оҙаҡ йылдар «Комсомольская правда» гәзитенең ГДР буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләй. Ул Рәсәйҙе, унан бигерәк, Башҡортостанды ярата ине. Совет йылдарында республикабыҙҙы Галле округы менән тығыҙ дуҫлыҡ ептәре бәйләне. Сибайҙағы баҡыр-көкөрт комбинаты округтағы Мансфельд комбинаты менән хеҙмәттәшлек итте. Ул йылдарҙа Эрих-Петер Галле матбуғат үҙәгенә етәкселек итә ине. Беҙҙең беренсе осрашыуыбыҙ 1987 йылда булды. Сибай ҡала ЗАГС-ында мөдир булып эшләй инем. Баҡыр-көкөрт комбинатының ул саҡтағы партком секретары Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов мине эшкә саҡырҙы. «Комбинаттың үҙ баҫмаһы булырға тейеш, унда мөхәррир кәрәк», – тине ул. Шулай итеп, күп тиражлы «Знамя прогресса» гәзитендә мөхәррир булып киттем.
Ике-өс һан сығып өлгөрҙөмө икән, Германиянан хат килеп төштө. Гәзит асылыу менән ҡотлағандар. Ҡотлау аҙағында Петер: «Сибайға ике аҙналыҡ ижади командировкаға барам», – тип яҙған. Ул ижади командировка үҙе бер мажаралы тарих. Ҡыҫҡаһы, ошо осрашыуҙан һуң ике арала хаттар йөрөй башланы. Петерға яуапты йә мин яҙам, йә – хәбәрсе Булат ағай Аҡбирҙин. Икәүләп немец телен өйрәнәбеҙ, сөнки Петер русса бөтөнләй белмәй.
1989 йылдың октябрендә Башҡортостанда Галле менән дуҫлыҡ аҙналығы уҙғарылды. Петрға Сибайға килергә рөхсәт итмәнеләр. Ул комбинат директоры Алексей Селиверстовҡа һәм Зиннур Ғөбәйҙулла улына, аҙналыҡҡа мине ебәреүҙәрен үтенеп, телеграмма биргән. Самолетта Өфөгә дүрт кеше остоҡ. Тәүге көндә беҙгә осрашырға ирек бирмәнеләр. Көн юҡ-бар ығы-зығы менән, мәғәнәһеҙ үтеп китте. Икенсе көндө немецтар урынлашҡан «Россия» ҡунаҡханаһына килдек. Петер менән аралашыуға һиҙгер күҙәтеү аҫтында 15 минут ваҡыт бүленде.
– Гөлшат ҡалһын, ул бит журналист, уға был сараларҙа ҡатнашыу бик кәрәк, – тип ҡараны Петер. Рөхсәт булманы.
Шул уҡ көндө поезд менән ҡайтып киттек.
Күп тә үтмәй, мин Петерҙың ҡатыны Ингенан хат һәм үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырыу алдым. Сит ил паспорты йүнләгәнсе байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Германияға 90-сы йылдың ноябрендә генә сыға алдым.
– Һиңә әлегә унда бармай торорға кәрәк, – тине миңә партия ҡала комитетының беренсе секретары Марат Әнүәр улы Мөхәммәтов. – Был сәйәхәттең ни менән бөтөрө билдәһеҙ…
Тыңламаным. Әлбиттә, һуңынан шул арҡала күп ауырлыҡҡа дусар булдым. Марат Әнүәр улы хаҡлы булып сыҡты. Әммә бер ваҡытта ла был аҙымым өсөн үкенмәнем. Хатта, бөтөнләй эшһеҙ ҡалып, йылдан ашыу «икмәкһеҙ» ултырғанымда ла…
Ә Германияла мин яңы дуҫтар таптым. Инге менән иһә ғүмерлек әхирәттәр булып ҡалдыҡ. Ул миңә бөгөн дә: «Меinе klеinе Sсһuеstеr» («һеңлем»), – тип өндәшә.
Трогтар менән алман илен арҡыры-буйға йөрөп сыҡтым. «Бер генә турист та күрмәгән Германияны күрһәтәм», – тип вәғәҙә иткәйне Петер, һүҙендә торҙо. Дуҫтарым эргәһенә һуңынан да сығырға тура килде, һәр барғанымда рухым нығынып, бай тәьҫораттар алып ҡайттым. Ике Германия берләшкәс, немецтарҙың күбеһе быны ҡыуанып ҡаршыланы, ләкин Эрих-Петер әлеге хәлде ризаһыҙлыҡ менән ҡабул итте. Ул коммунист түгел, либерал-демократик партияла торҙо, ә күңеле, ғәмәле менән һәр саҡ социализм яҡлы булды. Галле ҡалаһының үҙәк майҙанында Советтар Союзы Геройы Александр Матросовҡа ҡуйылған һәйкәлде яңы властар алып ташларға булғас, Трог ҡайһы ғына ишекте шаҡыманы, ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәне, әммә һәйкәлде көньяҡ зыяратта совет яугирҙары ерләнгән урынға күсереп ултыртыуға барыбер өлгәште. Әйткәндәй, был һәйкәл Өфөләге элекке Матросов баҡсаһындағы һәйкәл менән бергә Ленинград заводында ҡойолғайны...
Совет һалдаттарының ҡәберлегенә лә Петер сәскәһеҙ йөрөмәне. Ул сәйәси ҡарашын да, илендәге үҙгәрештәргә кире мөнәсәбәтен дә бер ваҡытта ла йәшермәне. Йәшерен-батырыны юҡ, ике Германия берләшкәс, беҙҙең илгә ҡарата, Икенсе донъя һуғышына ҡарата мөнәсәбәт үҙгәрә башланы, элекке ГДР халҡы икенсе сортлыға әүерелде. Эшһеҙлек артты, социализм яҡлылар түбән эш хаҡы ала башланы, предприятиелар, уҡыу йорттары ябылды, немецтар күпләп Америкаға, Канадаға ағылды.
– Фашизм, нацизм – әҙәм балаһы уйлап тапҡан иң әшәке, иң яуыз, иң кешелекһеҙ ағым. Уның исеме икенсе төрлө булыуы ла мөмкин, әммә асылы бер: үҙеңде бөтәһенән дә өҫтөн ҡуйыу һәм башҡаларҙың йәшәүгә хоҡуғын танымау, – Петерҙың был һүҙҙәре бөгөн дә ҡолаҡ төбөндә яңғырап торған кеүек. Телевизорҙа беҙҙең илгә ҡарата кире һүҙҙәр ишетелһә, ул: «Фашистен, идиотен», – тип, ҡарамай сығып китер булды.
Берлинда «Рус йорто» бар. Ул ҡасандыр ҡанлы алыш барған Бранденбург ҡапҡаһынан һәм Рейхстагтан алыҫ түгел. Петер миңә әлеге йортто күрһәтмәксе булды. Беҙҙе өс-дүрт кеше ҡаршыланы.
– Гөлшат, Башҡортостандан, – тип таныштырҙы мине дуҫым.
– Ҡайҙа ул, Америкаламы? – тип һорай бер рус ҡатыны.
– Ниндәй Америка, Советтар Союзында, – ти Петер.
– Советтар Союзында ундай өлкә юҡ, – тиҙәр.
– Өлкә түгел, республика, – тим.
– Ҡайһы тирәлә һуң ул, ишеткәнебеҙ ҙә юҡ, – тиҙәр.
Петер һуңынан ярты көн буйы тыныслана алманы: нисек инде үҙ илдәрендәге шундай ҙур республиканы ла белмәйҙәр?!
Мине ул фашист концлагерҙарынан иҫән ҡалған әсирҙәр менән дә, Бөйөк Ватан һуғышында беҙгә ҡаршы ҡорал күтәргән элекке нацизм һалдаттары менән дә, университет профессорҙары һәм фермерҙар менән дә, эмигранттар менән дә осраштырҙы. Байтаҡ немец ғаиләһендә булдым, уларҙың көнкүреше менән таныштым. Бер генә ғаиләлә лә телдән-телгә күсеп килгән немец һаранлығын күрмәнем, өҫтәлдә һәр саҡ һый тулы, хужаларҙың йөҙө гелән асыҡ булды. Йәнә бер асыш: немецтар эсмәй. Бер стакан һыра менән улар оҙон кис буйы әңгәмәләшеп ултыра. Бәлки, өҫтәлдәренә мул итеп шнапс һәм шарап ҡуймағандары өсөн уйлап сығарылғандыр ул һаранлыҡ хаҡындағы уйҙырмалар? Беҙҙә бит ҡунаҡсыллыҡты араҡы шешәһенә ҡарап баһалайҙар.
Лейпцигта бөйөк композитор И.-С. Бах ерләнгән сиркәүҙә илай-илай уның сонаталарын тыңлауыбыҙ, Бах музейында ҡурай күреп хайран ҡалыуым, Веймарҙа Гете баҡсаһындағы шағирҙың йорто, уның эргәһенән генә аҡҡан Ильм йылғаһы, ҡалалағы ғәжәйеп һуған байрамы, Цербстта Екатерина Икенсе тыуған йорт, Рәсәй батшабикәһенең йорт-музейы менән танышыу. Баварияның Нюрнберг ҡалаһында башҡорт рәссамы Рәшит Хәбиров менән осрашыу, ундағы халыҡ-ара йәрминкә, Шварц ауылында 1814 йылда башҡорт яугиры манараһына уҡ атҡан сиркәүҙе күреү, көнсығышҡа ғашиҡ мәшһүр Гете оҙаҡ ҡына йәшәгән һәм «Фауст» әҫәрен ижад иткән Бад Лаухштадт, ГДР тарҡалғанға тиклем беҙҙең ғәскәрҙәр торған Мерзебург һәм башҡалар, һәм башҡалар... Петер миңә Гендель һәм Бетховен, Мартин Лютер һәм Гейне донъяһын асты...
Беҙҙең дуҫлыҡтан ниндәйҙер сер эҙләп маташтылар... «Сибайға ете-һигеҙ тапҡыр килеп тә, ни өсөн мотлаҡ һиңә айырым мөнәсәбәттә булды?» – тиеүселәр ҙә аҙ түгел ине. Ә бының сере берәү генә: донъяға, йәшәйешкә, кешеләргә ҡараштарыбыҙ бер, халҡыбыҙҙа уртаҡ һыҙаттар күп, өҫтәүенә, Инге минең кеүек үк күңелсәк, сикһеҙ ябай, илаҡ һәм эскерһеҙ булып сыҡты. Беҙҙең хатта ҡыҙыҡһынған әйберҙәребеҙ ҙә бер үк, баҡтиһәң. Унан, дыуамаллыҡ. Дрезден ҡалаһы вокзалында сәстәре салланған ир-аттың өлкән генә йәштәге ике ҡатынды йөк ташый торған ҙур арбаға ултыртып, зал буйлап һөйрәтеп йөрөүен күҙ алдына килтерәһегеҙме? Етмәһә, Инге менән икәү тәгәрәп көләбеҙ. Үткән-һүткән пассажирҙар беҙгә йылмайып ҡарап уҙа, берәү ҙә ғәйепләмәй...
Инге менән Петерҙың үҙ-ара мөнәсәбәте мин бала саҡтағы хыялланған ғаилә талаптарарына яуап бирә ине: улар бер-береһен сикһеҙ ихтирам итә, ҡәҙерләй, ҡурсалай.
Эрих-Петер Трог юҡ инде. Инге япа-яңғыҙ тороп ҡалды (уларҙың балалары юҡ). Бөгөн мин немка дуҫыма бер нисек тә ярҙам итә алмайым, хәйер, ул матди ярҙамға мохтаж да түгел. Бары күңел яңғыҙлығы... Өҙөлөп һөйгән Петерын һағына, уларҙың бергә ғүмер итеүҙәренә быйыл – 65, ә Петерға көҙөн 90 йәш тулған булыр ине.
Ауыр көрсөк йылдарында, магазин кәштәләрендә бөтөнләй аҙыҡ-түлек, кейем-һалым булмағанда ла, эшһеҙ интеккән йылдарымда ла улар миңә балаларымды үҫтереште: әлдән-әле күстәнәс, кейем (кейелгәнде түгел, өр-яңыһын), хатта аҡса һалып торҙолар. Инге менән Петер арҡаһында минең ғаиләм мохтажлыҡһыҙ йәшәне. Мин дә бик һағынам дуҫымды. Уның яҡты рухы алдында баш эйәм. Эрик-Петер Трог ысын Кеше ине...
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.
Оҡшаш яңылыҡтар
14.04.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды
24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү