15.05.2015 Германияға һыбай барып еткән ул
Йәшлектәрен һуғыш урлаған атайым менән әсәйем, 12 балаға ғүмер биреп, 63 йыл матур тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәне
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда 32 йәшлек атайым Ғәйетҡол Аҫылхужа улы Минһажев менән 26 йәшлек әсәйем Кәфиә Хәлилулла ҡыҙы дүрт бала тәрбиәләп йәшәп ятҡан була. 1941 йылдың 7 июлендә беренсе саҡырылыш менән үк атайымды һәм башҡа ауылдаштарымды фронтҡа оҙаталар. Һуғышҡа ингәнсе Тоцк ҡалаһында хәрби әҙерлек үтәләр. Һуғышҡа киткәндә Иглин аша үтәләр. Атайым әсәйемә яҙған хатында балаларҙы ташлап килеп йөрөмәҫкә ҡуша, айырылышыу ауыр булыр, тип уйлай. Башҡа ауылдаштар тағы ла бер күрешеп ҡалыу ниәте менән Иглингә поезды ҡаршыларға бара. Барыһы ла, поезд туҡтап китер, тигән өмөттә була. Атайым был ваҡиғаны, поездағыларҙың кисерештәрен һөйләгәндә үҙҙәре лә, беҙ – балалар ҙа түгелеп илай инек: станцияға етә башлағас, поезд тиҙлеген арттырып, ҡысҡыртып үтеп китте, осрашырға килгән Фәриза Минғазова, Хәмиҙә Иҙрисова, Әсмә Саяпова әбейҙәр һәм башҡалар, поезд артынан йүгереп, йығылышып ятып ҡалды, ә беҙ, баш кейемдәрен болғап, һыҙғырып елеп үтеп киттек, станция, яугирҙарҙың яҡындары күҙҙән юғалғас, ҡосаҡлашып, геү килеп илаштыҡ, ти ине.
Атайым киткәс, 1942 йылда Хәлисә апайым донъяға килә. Шулай итеп, әсәйем аслыҡ-яланғаслыҡ, һуғыш ваҡытында биш бала менән ҡала. Ашарға юҡ, баланы имеҙергә һөт юҡ. Ҡалаҡлап ҡына биргән ондан бәләкәскә күмәс бешереп ашатҡан ваҡиғаны иҫкә төшөрөп, әсәкәйем икмәк бешереп сығарған һайын: «Аллаға шөкөр, туйғансы икмәк ашайбыҙ бит», – тип илар ине. Ҙурыраҡ балалар урамда уйнағанда, Хәлисә апайыма – имсәк балаһына, бәләкәс кенә күмәс бешереп, ашатып йоҡлатыуға, оло ағайым Хәмит ҡайтып инеп: «Инәй, күмәс еҫе килә!» – тип, һикелә төшөп ҡалған валсыҡтарҙы еҫкәй-еҫкәй тәгәрәп илаған. «Хәҙер икмәкте телемләп, ауыҙ тултырып ашайһығыҙ, ҡәҙерен белегеҙ, ундай аслыҡты күрмәһәгеҙ ине», – тип, беҙҙе, һуғыштан һуң тыуған балаларын, ризыҡты әләф-тәләф итмәҫкә өйрәтеп тәрбиәләне. Әсәйем бик уңған, эшсән, оҫта ҡуллы, баҫалҡы, сабыр холоҡло, зирәк аҡыллы, уҡымышлы ине, биш ваҡыт намаҙын, ураҙаһын, үҙемде белгәндән үк ҡалдырманым, тиер ине, Алла ризалығы өсөн булһын. «Биш баламды астан үлтермәй ҡараның ауыр һуғыш йылдарында», – тип, атайым уға һәр саҡ рәхмәт әйтер ине. Ут эсенән иҫән-имен ҡайтып, 12 бала тәрбиәләп, улар 63 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Беҙ, балалар, ғаиләлә ике төркөм булып үҫтек, бишәүебеҙ – һуғышҡа тиклемгеләре, етәүебеҙ – һуғыштан һуңғылар. 1946 йылғы Хәлит ағайым 20 йәшендә, сиҙәм ерҙәрҙе күтәрергә китеп, Целиноградта үлеп ҡала. Ҡалғандарыбыҙ, тормошта үҙ урындарын табып, лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда.
Атайым бик уңған, йор һүҙле, шаян, еңел һөйәкле, бейергә оҫта кеше булды, бик моңло йырлай ине. Өйөбөҙҙә, күмәк бала булһа ла, бөхтәлек хөкөм һөрҙө.
Атай һуғыштан 1945 йылдың декабрендә генә ҡайта, кавалерист була (Германиянан һыбай мал ҡыуып ҡайталар). «Мин Германияға һыбай барып ҡайтҡан кеше әле», – тип, урынлы ғына шаярта торғайны. Сталинградты обороналауҙа, Кенигсбергты алыуҙа ҡатнаша, Днепрҙы кискәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике миҙалының береһе – «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары», «За боевые заслуги» миҙалдары менән бүләкләнә. Днепрҙы кискәнен гел иҫкә алып һөйләр ине: «Ауыр орудиеларҙы һалдарҙа, кәмәләрҙә алып сыҡһалар, аттарҙы боеприпастар менән йөҙҙөрөргә кәрәк ине, ағым шул тиклем көслө, ҡаршы ярҙан ут яуа, аттар, һалдаттар аға (йөҙә белмәгәндәр ҙә бар ине), ә мин үҙемдең атты, тағы бер нисә атты боеприпастары менән ҡотҡарҙым, шуның өсөн был миҙалдарҙы бирҙеләр».
Атайым эшкә ныҡ ине, нимәгә тотонһа ла, матур итеп, еренә еткереп башҡарҙы. Һуғыштан һуң хаҡлы ялға сыҡҡансы умартасы булып, маҡталып эшләне. Донъяһы төҙөк, һәр нәмә үҙ урынында булыр ине, уның рөхсәтенән башҡа эш ҡоралдарына бер кем теймәне, хатта әсәйем дә. Бар ерҙә лә тәртип яраттылар, үҙҙәре лә тәртипле, иманлы ине, беҙҙән дә шуны талап иттеләр, урындары йәннәттә булғырҙары.
Әсәйем 1992 йылда 78 йәшендә гүр эйәһе булды. Атайым, унан бер йыл ғына ҡалып, 85 йәшендә баҡый донъяға күсте. Бөтә күргән ауырлыҡтарҙан атайым өсөн иң ауыры әсәйебеҙҙән башҡа үткәргән көндәре булғандыр. Иңгә-иң терәшеп йәшәгән ҡәҙерле ҡатыны үлгәс, уның өсөн йәшәү йәме ҡалманы, иланы-иланы ла, һағыштарына түҙә алмай, хыялыйға һабышып, 1993 йылдың 1 декабрендә яҡты донъянан китте.
Атай-әсәй, минең ғәзиз
кешеләрем!
Һеҙҙе һағынып түгәм әсе күҙ
йәштәрен.
Һеҙһеҙ донъя йәмһеҙ, моңһоу
булып ҡалды,
Серем сисер шишмәм һүнде,
ҡомо ғына тороп ҡалды.
Атаҡайым, барыбыҙға булдың
терәк.
Әсәкәйем, бар яҡтан да беҙгә
үрнәк:
Сабырлығың, уңғанлығың,
аш-һыуҙарың...
Һеҙгә Хоҙай йәннәттең иң
түрҙәренән
Бирһә ине әхирәттә урындарҙы.
Атай-әсәй, һеҙгә атап иртә-кисен
доға ҡылам,
Иҫләп, әсәй, һин ятлатҡан
аяттарҙы
Ҡибла табан йөҙөм борам, намаҙ
торам.
Һеҙгә булған рәхмәттәрем,
Изге теләк-доғаларым
Рухығыҙға барып етә алһа ине,
Мәңгелектә бергә була алһаҡ
ине.
Шатлыҡлы ла, һағышлы ла Еңеүҙең 70 йыллығын да ҡаршы алдыҡ. Беҙҙең ауылдан Еңеү алып ҡайтҡан яугирҙарыбыҙҙың барыһы ла гүр эйәһе. Шул шанлы йылдарҙы икмәк валсығына тилмереп үткәргән, бала саҡтарын ҡәһәрле һуғыш урлаған сабыйҙар, ағайҙар-апайҙар! Һеҙҙең алда беҙ, һуғыштан һуң тыуған быуын, баш эйәбеҙ. Киләсәктә һеҙгә хәйерле, бәрәкәтле, сәләмәт ҡартлыҡ бирһә ине Хоҙай, мохтажлыҡ кисермәй, һый-хөрмәттә үтһә ине ҡалған ғүмерегеҙ!
Ошо хәтирәләремде бүлешкәндә, форсаттан файҙаланып, юғары вазифалы етәкселәребеҙгә өндәшәм: яуҙан еңеп ҡайтҡан, ҡайта алмаған яугирҙарыбыҙҙың балаларын да иғтибарһыҙ ҡалдырмаһаҡ ине!
Аслыҡ-яланғаслыҡ менән көрәшеп, көстәренән килмәгән ауыр эштәр эшләп улар ҙа бит Еңеү яулаған. Бөгөн шул балаларҙың күбеһе бик бәләкәй пенсиялары менән осон-осҡа ялғап, саҡ йәшәй. Һуғышҡа тиклем, һуғыш осоронда тыуған балаларҙың пенсияларын күтәрһендәр ине тигән теләктә ҡалам.
Нәфисә БӘҘЕРТДИНОВА,
ветеран уҡытыусы,
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.
Нуриман районы,
Иҫке Исай ауылы.
Оҡшаш яңылыҡтар
14.04.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды
24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү