28.03.2015 Ҡартатаһы һәм ҡаһарман ауылдаштары рухына арнала
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында бик үҙенсәлекле акция үткәрелгән. Ауылға ингән ерҙәге боролошта артиллерия орудиеһы урынлаштырылды.
Һәйкәлде ҡороу, уны урынлаштырыу менән Йәнйегет ауылында тыуып үҫкән Фаил Әбүбәкиров етәкселек итә. Уға ауылдаштары – иретеп йәбештереүсе Фирғәт Әминев, Нәзир Мәхийәнов һәм Наил Рафиҡов ярҙам итә.
Фаил Илгиз улы әйтеүенсә, проект Бөйөк Ватан hуғышында һәләк булған ауылдаштарына һәм ҡартатаһы – 112-се Башҡорт атлы дивизияһының танкка ҡаршы 45 миллиметрлы орудие расчеты командиры Әхмәт Мәхмүт улы Әбүбәкировтың яҡты иҫтәлегенә бағышлана. Яугирҙың һуңғы төйәге Украинала – ул Дебальцево янындағы Петровское ауылында һәләк булған.
Һәйкәл ошо арала эшләнеп бөтәсәк. Орудиены постаментҡа ҡышҡыһын кран ярҙамында күтәргәндәр. Уның ике яғындағы блоктарға байраҡтар ҡуйыласаҡ, Йәнйегет ҡаһармандарының исемдәре яҙылған таҡтаташ та урын аласаҡ.
Әйтергә кәрәк, орудие заманында был төбәктә төҙөлөргә тейеш тимер күпер таяуының тимер-бетон плитаһына ҡуйылған. Хәйбулла районындағы карьер-рудниктарҙан табылған мәғдән поезда Сибай тау-байыҡтырыу комбинатына оҙатылырға тейеш булған. Ләкин Советтар Союзы юҡҡа сыҡҡас, ниәт тормошҡа ашырылмаған. Тимер-бетон ҡулса, блок-плиталарҙы Йәнйегет, Татлыбай ауылдары янында һаман да осратырға мөмкин.
Оҡшаш яңылыҡтар
14.04.2016 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл Брянск өлкәһендә 1943 йылда һәләк булған башҡорт кавалеристары һәм саңғысылары исемдәре мәғлүм булды
24.07.2015 - Бөйөк Еңеүгә 71 йыл » Махсус биттәр Күңелдең ике ҡанаты: береһе йыр булһа, икенсеһе – бейеү