19.09.2014 «ТОРМОШТОҢ ЙӘМЕН КҮРЕП ЙӘШӘЙЕК!»
Мин Күгәрсен районының Бикес ауылы ҡыҙы Ғәлиә Зәйнулла ҡыҙы Әбйәлилова булам. 1993 йылдың 8 авгусында Арыҫлан йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгәнмен. Әлеге ваҡытта БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының педагогика һәм психология факультетында белем алам. Бер юлы вожатый, бухгалтер, массажсы һөнәрҙәрен дә үҙләштерҙем.
Тормош маҡсатым – алға ҡуйған маҡсаттарға, теләктәргә ирешеү, тормоштоң йәмен күреп, Хоҙай тарафынан бирелгән ваҡытты лайыҡлы үткәреү. Намыҫлы булыу, йәшәүгә дәрт, уй-хыялдарҙы тормошҡа ашыра белеү, ғәҙеллек – кеше күңеленең иң төп сифаттары тип уйлайым.