«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Фәрит РӘМОВТАН кроссворд



18.07.2014 Фәрит РӘМОВТАН кроссворд

Фәрит РӘМОВТАН кроссвордГоризонталь буйынса: 5. Ашап-эсеүҙәре бер ни түгел, ошо ултырыуҙары (…) (халыҡ йырынан). 6. Үткән ваҡиғалар тураһында хикәйәләгән һүҙ. 10. Йылҡының маңлай сәсе. 11. Көл тоноғо. 12. Йомро ҡара емеш бирә торған ҡамыш һымаҡ гөл. 15. Халыҡҡа телдән йәки яҙма реүештә еткерелгән саҡырыу һүҙе. 16. Тормоштан риза булған ҡәнәғәтлек хисе. 18. Ҡайғы. 19. Текә ҡаянан, һикәлтәнән киҫә ағып төшкән һыу. 20. Эремсек билмәне. 24. Метр менән үлсәнгән оҙонлоҡ. 25. Ил, халыҡ тарафынан кемдеңдер алдына ҡуйыл­ған талап. 26. Игеҙ түгел, яңғыҙ. 30. Ҡамыш араһында оялап, өйрәк, баҡа, йомран, сысҡан менән туҡланыусы һаҙ мүктәргеһе. 32. Калуш, ҡата менән кейелгән йоҡа күндән тегелгән итек. 33. Ҡыҫҡа моронло, ҡабырсаҡ тәңкәле балыҡ. 34. Йөрәктең ит ҡатламы. 35. Аҙнаның дүртенсе көнө.

Вертикаль буйынса: 1. Йомран­дың көрәнһыу төҫтәге бәләкәй бер төрө. 2. Һәр төрлө бысраҡ эш, боҙоҡлоҡ. 3. Урғыс машинаның әйләнеп торған ҡанаты. 4. Күргән-белгәнде онотмай башта һаҡлау һәләте. 7. Әсе һыҙғыртып тауыш бирә торған ҡысҡыртҡыс. 8. Мунсала сабыныу урыны. 9. Сүмес һымаҡ урынлашҡан яҡты йондоҙлоҡ. 13. Иртә яҙ сәскә атҡан эре сәскәле үлән. 14. Ураҙала киске намаҙға ҡушып уҡыла торған өҫтәмә намаҙ. 16. Мәжүсиҙәрҙең дини йола, им-том башҡара торған кешеһе. 17. XVIII – XIX быуатта Рәсәйҙә халыҡ иҫәбе алыу күренеше. 21. Билдәле һандағы кешегә иҫәпләнгән бер комплект һауыт-һаба. 22. Ҡатындар­ға бала тапҡанда ярҙам итеүсе белгес. 23. Үткәндәр иҫтәлеге. 27. Генерал салбарындағы таҫма. 28. Ерән төҫтәге ат. 29. Ойотолған һөт аҙығы. 31. Ҡыҙ яғынан егеттең ата-әсәһенә бирелгән бүләк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға