«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Гөлшат Яубаҫарова: “Илемә кәрәкле шәхес булырға теләйем”



18.07.2014 Гөлшат Яубаҫарова: “Илемә кәрәкле шәхес булырға теләйем”

Гөлшат Яубаҫарова:   “Илемә кәрәкле шәхес булырға теләйем”Мин Гөлшат Илшат ҡыҙы Яубаҫарова булам. 1996 йылдың 10 февралендә Һыуғояр йондоҙлоғо аҫтында республикабыҙҙың иң гүзәл ерҙәренең береһендә – Ейәнсура районының Әбүләис ауылында тыуғанмын. Әлеге ваҡытта 11-се синыфты тамамланым.
Маҡсатым – табип һөнәренә уҡып, илемә кәрәкле шәхес булыу. Хыялдарым бик күп. Уларҙың бөтәһен дә тормошҡа ашырырға теләйем. Буш ваҡытымда дуҫтарым менән ял итергә, аралашырға һәм бейергә яратам. Тормош девизым: бер нәмәгә бирешмәйенсә, ғорур атлап алға барырға.


“Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы төркөмөнөң “Бәйләнештә”ге адресы – https://vk.com/ye02guzel
Фотоларҙы, үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәтте шунда һала алаһығыҙ, йәки Айбулат Ишназаровҡа (https://vk.com/id47026933) шәхси хәбәр менән ебәрергә мөмкин. Сәхифәләрегеҙ (“личка”) асыҡ булырға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға