«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Маҡсатым – атай-әсәйемдең өмөтөн аҡлау»



11.07.2014 «Маҡсатым – атай-әсәйемдең өмөтөн аҡлау»

«Маҡсатым –  атай-әсәйемдең өмөтөн аҡлау»Мин Алина Марат ҡыҙы Рыҫбаева булам. 1997 йылдың йәмле авгусында Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылында донъяға килгәнмен. Әлеге ваҡытта, мәктәпте тамамлап, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетына документтар тапшырҙым. Киләсәктә үҙемде шул уҡыу йорто студенты тип күрәм.
Бәләкәйҙән бейеүгә ғашиҡмын. Буш ваҡытымда китап уҡырға, ҡышын сноубордта шыуырға яратам. "Һылыуҡай – 2014" район бәйгеhендә икенсе дәрәжә диплом менән бүләкләндем.
Fаиләмде яратам. Әсәйем минең өсөн иң яҡшы кәңәшсе, башлаған эштәремдә ҙур терәк булhа, атайым ысын ир-егет идеалы булып тора. Ҡәҙерлеләрем миңә тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә, төплө белем алырға ярҙам итә.
Тормош девизым – ҡыйынлыҡтар алдында баш эймәй, hәр ваҡыт йылмайып йәшәргә! Яҡшы уй-ниәттәр генә беҙгә маҡсаттарыбыҙға ирешергә ярҙам итер.
Саф күңелле, кешеләргә ҡарата мәрхәмәтле булырға тырышам. Дуҫлыҡ минең өсөн ҙур роль уйнай. Унда иң мөhиме – тоғролоҡ, тип hанайым.

“Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсының “Бәйләнештә”ге адресы – https://vk.com/ye02guzel
Фотоларҙы, үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәтте шулай уҡ Айбулат Ишназаровҡа (https://vk.com/id47026933) шәхси хәбәр менән ебәрә алаһығыҙ. Сәхифәләрегеҙ (“личка”) асыҡ булырға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға