04.07.2014 «Апайым менән ғорурланам!»
Был фотола минең ике туған апайым — Учалы районының Ураҙ ауылы һылыуы Миләүшә Зиннурова. Ул унда 2011 йылда Финляндияла үткән “Браво Турку” конкурсында 2-се урынды алып, кубок менән бүләкләнгән мәлендә төшкән.
Апайым – бик тырыш, кешелекле, ҡыйыу ҡыҙ. Парашют менән һикерергә, тау саңғыһында йөрөргә ярата. Һөнәре буйынса юғары белемле рәссам. Ул әле Нижневартовск ҡалаһында балаларға рәсем төшөрөү серҙәрен өйрәтә.
Мин Миләүшә апайым менән ғорурланам һәм уға оҡшарға тырышам.
Гөлназ ЗИННУРОВА.