13.06.2014 “Уңыштарыма ҡыуанған яҡындарым барлығы менән бәхетлемен“
Мин Гөлназ Рәис ҡыҙы Ильясова булам. 1997 йылдың йәмле йәйендә, 14 август көнөндә Хәйбулла районының Беренсе Мырҙа ауылында тыуғанмын.
Әлеге ваҡытта Ишембай ҡалаһында йәшәйем һәм нефть колледжының 1-се курсында уҡып йөрөйөм. Данлыҡлы "Берғамыт" бейеү ансамблендә сығыш яһайым. Яңыраҡ беҙ "Байыҡ" телевизион тапшырыуына барып, тик яҡшы баһа ғына алып ҡайттыҡ. Быйыл үҙебеҙҙең ҡалала үткән «Һылыуҡай – 2014” конкурсында 1-се урын яуланым.
Бәләкәй генә уңыштарымды ла ҙур күреп, дәртләндереп торған яҡындарым булыуы менән бәхетлемен.
"Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр", – тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Шуға ла был һүҙҙәр – тормошом девизы.