«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Айһылыу ҠЫРЫМҒУЖИНА: “Бәхетлемен!”



23.05.2014 Айһылыу ҠЫРЫМҒУЖИНА: “Бәхетлемен!”

Айһылыу ҠЫРЫМҒУЖИНА:   “Бәхетлемен!”Мин, Айһылыу Хәйбулла ҡыҙы Ҡырымғужина, 1995 йылдың 28 майында, бөтә тәбиғәт сихри йәшеллеккә күмелгән мәлдә, Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында яҡты донъяға ауаз һалғанмын.
Тыуып үҫкән ауылымдағы мәктәпте тик «дүртле» һәм «бишле»гә генә тамамланым.
Мин бик бәхетлемен, сөнки үҙемдән һуң дүрт һеңле-ҡустым бар. Уларға иң оло апай булып, атай-әсәйемә ярҙам итеп, балалар һөйөп үҫтем. Артабанғы уҡыу йортон һәм һөнәр һайлауыма был да ҙур йоғонто яһаны.
Әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы бүлегендә белем алам. Буласаҡ һөнәрем – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигән ата-бабаларыбыҙ. Шуға ла тормошта һәр ауырлыҡты еңеп, алға барыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанмын.

Һылыуҡайҙар! Бар республикаға һәм сит өлкәләргә үҙегеҙҙе танытҡығыҙ килһә, “Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсына рәхим итегеҙ. Төркөмдөң “Бәйләнештәге” адресы – https://vk.com/ye02guzel
Фотоларҙы, үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәтте шулай уҡ “Йәшлек” гәзите” аккаунтына (https://vk.com/yeshlek02) шәхси хәбәр менән ебәрә алаһығыҙ. Сәхифәләрегеҙ (“личка”) асыҡ булырға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға