16.05.2014 “Донъяны, тормошто төрлө яҡлап өйрәнергә кәрәк!”
Мин, Зөбәржәт Родион ҡыҙы Мортазина, 1996 йылдың 3 июлендә хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылында тыуғанмын. Бала саҡтан башҡорт һәм шәреҡ ҡыҙҙары бейеүҙәренә ғашиҡ булып үҫтем. Илһам килгәндә шиғырҙар ҙа яҙам, йырҙар ижад итәм.
2010 йылдан Рәми Ғарипов исемен йөрөткән данлыҡлы 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында уҡыйым. Бында белем алыуыма сикһеҙ шатмын, сөнки ысын башҡорт рухын тәрбиәләйҙәр. "Таңсулпан" балалар театрында уйнап, тамашасы һөйөүен яулауға өлгәштем. Ғөмүмән, сәхнәне үҙ итәм.
Әхирәтем менән "Йыһан" төркөмөн төҙөп, үҙебеҙ ижад иткән һүҙҙәргә йырҙар яҙҙырып, "Йәшлек-шоу – 2014" фестивалендә дипломға лайыҡ булдыҡ.
11-се класс уҡыусыһымын. Күңелем мәҙәниәтте яҡын күрһә лә, киләсәктә үҙемде иҡтисад өлкәһе менән бәйләп, уңыштарға өлгәшермен, тип ышанам.
Донъяны, тормошто төрлө яҡлап өйрәнергә кәрәк!