09.05.2014 "Кешенең тышҡы ҡиәфәте генә түгел, күңеле лә матур булырға тейеш"
Мин – Илмира Раян ҡыҙы Мырҙагәрәева булам. Миәкә районының Исламғол ауылы һылыуымын. 1991 йылдың 4 ноябренда Саян йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгәнмен. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих факультетында III курста ситтән тороп белем алам. Быйыл Салауат ҡалаһында үткән “Һылыуҡай” конкурсында 3-сө урынға лайыҡ булдым.