11.04.2014 “Яҡшылыҡ сәс донъяға, емештәре булыр бик татлы”
Мин Сәриә Миңлесәлих ҡыҙы Йәнтүрина булам. 1993 йылдың 11 сентябрендә, йәй китеп көҙ үҙ тәхетен алып өлгөрмәгән мәлдә, Миәкә районының Илсеғол ауылында, Миңлесәлих менән Сажиҙә ҡорған йәш ғаиләлә беренсе мөхәббәт емеше булып донъяға килгәнмен.
11-се класты тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының педагогика һәм психология факультетында уҡый башланым, әле өсөнсө курстамын. Башланғыс кластар уҡытыусыһы булырға йыйынам.
Башҡорт бейеүҙәрен яратам, буш ваҡыт булғанда шиғырҙар яҙам. Киләсәктә үҙем һайлаған һөнәр буйынса эшләргә теләйем. Бала саҡтан кешегә бар яҡшылыҡты ямандан айырырға өйрәтергә кәрәк. Шул һүҙҙәрҙе иҫемдә тотоп, өлгөлө, тәрбиәле, уңған, эшһөйәр, аҡыллы, бар яҡтан да талантлы балалар уҡытып, үҫтереп сығарғым килә.
Тормош девизым – яҡшылыҡ сәс донъяға, емештәре булыр бик татлы.