04.04.2014 Илүзәгә ҡарап күңел һөйөнә
«һылыуҡай – 2014» бәйгеһендә «Йәшлек» гәзитенең «Интернет гүзәле» еңеүсеһе Илүзә Йәғәфәрова “Һылыуҡай – 2014” республика гүзәллек конкурсы барышында “Йәшлек”тең интернет тауыш биреүендә еңеү яулаған Ғафури ҡыҙы Илүзә Йәғәфәрова сибәр генә түгел, ихлас күңелле һәм аҡыллы ла булып сыҡты. Красноусол башҡорт гимназияһының XI синыфында белем алған ҡыҙ конкурста ҡатнашҡандарҙың барыһы кеүек үк сәхнәгә бәләкәй сағынан уҡ ғашиҡ. “Һылыуҡай”ҙа ҡатнашыу теләге лә шул осорҙа барлыҡҡа килде”, – ти Илүзә. 2012 йылда “Ғафури һылыуҡайы” конкурсында гран-при яулағандан һуң ҡанатланып, республика кимәлендә көс һынап ҡарарға баҙнат итә. Туғандары, дуҫтары уны тағы ла дәртләндерә, илһамландыра. Әйткәндәй, тап уларҙың ярҙамында гәзитебеҙҙең тауыш биреүендә еңеп сыҡҡан икән гүзәлебеҙ. Илүзә барыһына ла ҙур рәхмәтен һәм ихтирамын еткерә. Көсөргәнешле һынау ваҡытында яҡындарыңдың янда булыуы оло бәхет инде ул.
– Призлы урын яулай алмаһам да, бәйге һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәтмен. Сөнки тәү сиратта үҙ-үҙемде еңә алыу ҡыуанысын кисерҙем. Конкурсҡа әҙерлек барышында тыштан ғына түгел, эстән дә нурлы, гүзәл булырға өйрәттеләр, камиллыҡтың нигеҙен астылар. Минеңсә, матурлыҡ – имандан нурланған сифаттар шәлкеме. Иманлы кеше һәр ваҡыт матур, яҡты. Һәр кешелә бындай яҡтылыҡты табырға мөмкин. Минең сибәрлек эталоным юҡ, әммә күңелемә ятҡан бөтә кешенең яҡшы яҡтарын өйрәнергә, үҙләштерергә тырышам.
Гимназияның уҡыу алдынғыһы әлеге ваҡытта берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнә. Мәктәпте тамамлағас, сәнғәт юлынан китмәксе.
Һылыуҡайға ҡайҙа барһа ла, сәскәләргә күмелһен, үҙе лә гөл кеүек тыуған илебеҙҙе нурлаһын, тип теләйек!
Миңзәлә АСҠАРОВА.