«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » “Иң ҙур хыялым – донъя буйлап сәйәхәт итеү”



04.04.2014 “Иң ҙур хыялым – донъя буйлап сәйәхәт итеү”

“Иң ҙур хыялым – донъя буйлап сәйәхәт итеү” Юльвина Рәсих ҡыҙы Исмәғилева булам. Миңә 20 йәш, Дыуан районының Әбдрәшит ауылында тыуып үҫкәнмен.
Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетының өсөнсө курсында белем алам.
Яратҡан шөғөлөм – бейеү. Шулай уҡ психология менән мауығам. Университетта был йүнәлеш буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре алып барам, сит телдәрҙе һәм илдәрҙе өйрәнәм.
Иң ҙур хыялдарымдың береһе – донъя буйлап сәйәхәт итеү. Тормош девиздарым: "Хыялыңа ышан!", "Эҙләгән һәр саҡ табыр!", "Бер ҡасан да бирешмә!"







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға