«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Айгөл МОЗАФАРОВА: «Бер нәмәгә бирешмәйсә, ғорур атлап алға барырға!»



14.03.2014 Айгөл МОЗАФАРОВА: «Бер нәмәгә бирешмәйсә, ғорур атлап алға барырға!»

Айгөл МОЗАФАРОВА: «Бер нәмәгә бирешмәйсә, ғорур атлап алға барырға!»
Йөрәгемде бер кескенә
Серле тойғо биләне.
Тора-бара был теләгем
Ҙур маҡсатҡа әүерелде.
Гүзәллеккә ынтылышым
Биләп алды күңелемде.
Был бәйгелә ҡатнашырға
Ышанысым күндерҙе.
"Сәләм!" – тиеп
иҫәнләшәм
Мин бөтә ғаләм менән.
Үҙем тураһында һеҙгә
Ҡыҫҡаса бәйән итәм.
Гүзәл Йылайыр ҡыҙы мин,
Түңгәүер ырыуынан.
Ғорур атлап, шат
йылмайып,
Гел алға табан барам.
Мин Айгөл Салауат ҡыҙы Мозафарова булам. 1996 йылдың 21 авгусында йәмле Йылайыр районының Йома­ғужа ауылында донъяға ауаз һалғанмын. Ғаиләбеҙҙә иң бәләкәсе булғанға күрә атай-әсәйемдең ҡосағында иркәләнеп, һөйөлөп кенә үҫтем.
Әле Йомағужа мәктәбенең 11-се класында белем алам. Алла бирһә, имтихандарымды яҡшы ғына тапшырып, киләсәк юлымды туризм менән бәйләргә уйлайым. Үҙебеҙҙең Рәсәйҙә, Баш­ҡортостанда был тармаҡ бик үк үҫешеп етмәгәнгә күрә ошо өлкәне үҫтерергә көсөмдө һалыр инем.
Буш ваҡытымда һыбай йөрөргә яратам, шулай уҡ волейбол түңәрәгендә шөғөлләнәм. Бейергә, йырларға бик тә әүәҫмен. Район кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙа ҡатнашып торам. Былтырғы "Яҙғы тамсылар" конкурсында – 3-сө, шулай уҡ "Йәшлек-шоу"ҙа бейеү буйынса 2-се урынға лайыҡ булдым.
Шиғырҙар яҙам. Улар гәзит биттәрендә лә баҫылып сыҡты.
Тормош девизым: "Бер нәмәгә бирешмәйсә, ғорур атлап алға барырға!"







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға