«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Комбайнсыға – “комбайн”...



07.03.2014 Комбайнсыға – “комбайн”...

Комбайнсыға –  “комбайн”...йәки Әбйәлилдәрҙең йәнә ал бирмәүе
“Йәшлек” уҙғарған ниндәй генә конкурс булмаһын, әбйәлилдәрҙең һынатҡаны юҡ тиерлек. Даланлыҡтанмы, әүҙемлектәнме – билдәһеҙ, әммә уларҙың ауыр саҡтарҙа ла гәзит-журналһыҙ ҡалмағанына инанғанбыҙ инде. Шулай булмай, һыу баҫыуҙан зыян күреп тә, гәзитте иң күп алдырыусылар тап ошо район халҡы бит әле! Күптән түгел нәҡ ошо төбәктә булып, сираттағы еңеүселәребеҙҙе тәбрикләп ҡайтырға тура килде.
Район үҙәгенән егерме саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Ишҡол ауылы йәнле ҡаршы алды. Ул ғына түгел, яңыраҡ мәктәп янында хоккей майҙансығы эшләп ҡуйғандар. Спорттың был төрөн үҙ итеүсе уҡыусылар дәрестән сығыу менән, өйҙәренә ҡайтып та тормай, конькиҙа шыуа, шайба һуға икән. Төп маҡсатыбыҙҙы башҡарыу ниәтенән мәктәпкә йүнәләбеҙ. Маҡсатыбыҙмы? Ул да булһа – бөтә класс менән “Йәшлек”кә яҙылған унынсыларға бүләктәр тапшырыу.
Йыр-моңға ла маһир булып сыҡты Ишҡол мәктәбе уҡыусылары. Кемдер ҡунаҡтарҙы һандуғастай тауышы менән әсир итһә, белем усағының “Йәшлек” ансамбле бейеүселәре сәхнәлә осҡондар сәсрәтте. Ғөмүмән, мәктәптәге стендтарға күҙ һалғандан һуң бында рух һәм илһөйәрлек тәрбиәһенә ҙур иғтибар бирелеүенә инанаһың. Ә гәзит-журналдарға яҙылыуҙы октябрь айында уҡ тамамлап ҡуялар икән.
– Был эште ата-әсәләрҙең, класс етәкселәренең әүҙемлеге һәм тырышлығы менән башҡарып сығабыҙ. Педагогик коллектив был йәһәттән үҙҙәре үк өлгө күрһәтә. Мәҫәлән, уҡытыусыларҙың барыһы ла “Йәшлек” гәзитен алдыра. Баҫманың һәр номерын фойелағы стендҡа элеп барабыҙ. Ҡайһы бер һандары хатта ҡулдан-ҡулға йөрөп теткеләнеп тә бөтә, – ти был хаҡта китапханасы Дания Вәлиева.
Әйткәндәй, Ишҡол, Тәпән, Исҡужа, Дәүләтша, Рауил уҡыусыларын туплаған Ишҡол урта мәктәбендә 200-ҙән ашыу бала белем ала. “Йәшлек”тең дуҫтары – унынсылар ҙа мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй. Әлмира Бәхтийәрова республика кимәлендә үткән саңғы ярыштарында ал бирмәһә, Инйәр Мораҙымов, Илһам Низамов, Фидалиә Хәсәнова, Фаягөл Дауытова, Әлиә Ниғмәтул­лина районда үткән олимпиада-конкурстарҙа һынатмай. Ҡыҫҡаһы, кластағы 18 баланың һәр береһенең үҙ шөғөлө, үҙ ҡыҙыҡһыныуы бар. Класс етәксеһе Айһылыу Мөхәмәт­динова әйтеүенсә, уҡыусылар гәзиттә баҫыл­ған мәҡәләләр һәм әҙәби әҫәрҙәр хаҡында йыш фекер алыша. Бигерәк тә “Ғәләмәт донъя” рубрикаһы күңелдәренә яҡын. Тағы ла шуныһы: улар йыл да бер баҫмаға яҙыла. Мәҫәлән, үҫә килеү тәртибендә класс менән “Йәншишмә”гә, “Аманат”ҡа, “Шоңҡар”ға яҙыл­ғандар, быйыл сират “Йәшлек”кә еткән.
– Йыл да төрлө урындарға сәйәхәт итеүҙе матур йолаға әйләндергәнбеҙ. 5-се кластан алып Бөрсөнсө, Талҡаҫ күлдәрендә, Ғәҙелша шарлауығында, Шүлгәнташ мәмерйәһендә булдыҡ. Бер нисә йыл элек Өфөгә барып, ундағы мәҙәниәт һәм белем усаҡтары менән танышып ҡайттыҡ, – ти Айһылыу Марат ҡыҙы.
Гәзиттең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков һәм РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһарина уҡыусылар алдында сығыш яһап, Марсель Харис улының бүләктәрен тапшыр­ҙы. Йәғни милли көрәш буйынса алдынғылыҡты бирмәгән ишҡолдарға ошо йүнәлештәге уҡыу әсбаптарына эйә булыу ҙур бәхет булһа, унынсылар иһә “Йәшлек”тең шөһрәтнамәһен, логотиплы футболкалар һәм туптар алып ҡыуанды. Осрашыу йәнле фекер алышыуға әйләнде лә ҡуйҙы. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа теләк-тәҡдимдәрен һәм һорау­ҙарын ихлас еткерҙе.
Гәзитте ҡыҙыҡлы кроссворд-сканвордтары менән биҙәгән Илдар Ғәбитовҡа ла һорауҙары күп булды белем алыусыларҙың. Кроссвордтар оҫтаһы булып танылған яҡташтары фокустар оҫтаһы ла булып сыҡты. Фокус күрһәтеп, малай-ҡыҙҙарҙың күңелендә һорау­ҙарға урын ҡалдырҙы.
Артабан Ишбулды ауылына юлландыҡ. Унда беҙҙе “Йәшлек”-фараз” конкурсы еңеүсеһе Ансар Хажин көтә ине.
Комбайнсыға –  “комбайн”...– “Йәшлек”те “Ленинсы” сағынан яратып уҡыйбыҙ, – тип ҡаршы алды беҙҙе еңеүсебеҙ. – Ҡатынға рәхмәт инде. Квитанцияны тултырып, минең исемдән редакцияға ебәргән.
Гөлнара һәм Ансар Хажиндарҙың йорт биләмәһе әллә ҡайҙан бында тырыш ғаиләнең йәшәүен күрһәтеп тора. Ихата эсендәге трактор менән йөк машинаһы ла уларҙың йүнселлеген дәлилләй.
Йортҡа ингәс, хужалар өҙмәй ҙә ҡуймай һый-ниғмәттән һығылған өҫтәлгә саҡырҙы. Йәнә йәнле әңгәмә ялғанды. Ғаилә башлығы ваҡытында урындағы Киров исемендәге хужалыҡта тракторсы булып эшләгән, ул тарҡалғас, бер нисә йыл һөт йыйыусы булған да, хәҙер инде алтынсы йыл Урал аръяғы МТС-ның Әбйәлил филиалында комбайнсы. Баш мөхәрриребеҙ менән Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ансар Хажинға депутат ҡуйған төп бүләкте – электр ит турағысын тапшырҙы. “Кәрәкле әйбер”, – тип ҡыуанып ҡабул итте Хажиндар. Ә ҡунаҡтар “комбайнсыға – комбайн” тип шаяртып та алды.
Һөнәре буйынса шәфҡәт туташы булған Гөлнара апайҙың төп бурысы – йорт усағын һүндермәй дөрләтеү. Ауыл ерендә эш бөтәме ни, ҡурала тиҫтәнән ашыу һыйыр малы, ҡош-ҡорт, умарталары булыуы буш ултырырға һис мөмкинлек бирмәй. Хажиндар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкәндәре – Язар Магнито­горскиҙа эшләп йөрөй, ә ҡыҙҙары Гөлгөнә ошо уҡ ҡаланың медицина колледжында белем ала. Бәләкәстәре Ғайсар ауылдағы мәктәптең 3-сө класында уҡый.
Хажиндар “Йәшлек”тә сыҡҡан кроссвордтар һәм сканвордтарҙы сисеүгә лә оҫта икән. Хатта бер нисә йыл элек гәзиттең махсус бүләгенә лә лайыҡ булғандар.
Еңеүселәребеҙ менән хушлашып, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. “Гәзитегеҙҙе көтөп алабыҙ, уҡымлы, киләсәктә ауыл тормошон яҡ­тыртыу­ға күберәк иғтибар бирегеҙ”, – тигән тәҡдимдәрен еткереп оҙатып ҡалды улар.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН,
«Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға