«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Өс таған таймаҫ



07.03.2014 Өс таған таймаҫ

Өс таған таймаҫБөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе Әлфинә Зәйнуллина «Йәшлек»-фараз»да икенсе тапҡыр ғына ҡатнашһа ла, уңыш ғали йәнәптәре уға фен отторҙо
Бөрйән районының Әбдел­мәм­бәт ауылына килеп етеп, Зәйнуллиндарҙың йортон эҙләп йөрөгәндә тырышып-тырышып ҡул болғаған малай күҙгә салынды. Ҡыуанып, уның яғына боролдоҡ. Беҙгә юл күрһәткән бала, баҫалҡы ғына йылмайып, әйҙәгеҙ, тип өйгә эйәртеп алып инде. Беренсе синыф уҡыусыһы Арыҫлан – «Йәшлек»-фа­раз» кон­курсында бүләк отҡан Әл­финә һәм Руслан Зәйнул­линдарҙың өлкән улдары. Ул – ата-әсәнең уң ҡулы, төп ярҙамсыһы. Беҙ барған көндө ҡыуаныс­тар, әйтерһең дә, был нурлы йортҡа сиратҡа баҫҡайны: Арыҫлан мәктәптә үткән «Иң шәп егет» конкурсында икенсе урын яулап ҡайтып тора ине (Маҡтау ҡағыҙы «һыуы­нып» та өлгөрмәгәйне). Шәп егетте маҡтап, ҡотлап, ҡулын ҡыҫтыҡ, әсәһенә бүләгебеҙ – фенды, дипломды тапшырҙыҡ. Йәш ғаиләнең яңы өйҙәрен нурға сумдырып, күңелле тауыштарға тултырып, тағы ике бала – Сыңғыҙ менән Сынтимер Арыҫланға иш-ҡуш булып үҫеп килә. Дүрт йәшлек Сыңғыҙҙы урамда танып бөткәндәр, сөнки ул, тартынып тормай, үткән һәр кемгә, һаулыҡ һорашып, һин кем, тип һүҙ ҡуша, танышырға самалай. Миңә һыйынып ултырып ашап алғас, фотоңды ҡалдыраһыңмы, тип һорарға ҡыйыулыҡ итте әле ул. Ни тиһең, бик батыр егет!
– Сынтимер ҙә ағайҙарынан ҡалышмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ, – тип бәләкәсте һөйҙө әсә. – Былтыр, бәпәй алып ҡайтып йөрөп, «Йәшлек»кә яҙылмай ҡалдыҡ, эй, ҡыйын булды! Кис етһә, ҡулға алып, яратҡан гәзитте уҡығы килә, әммә юҡ! Башҡортостан юлдаш телевидениеһына көс төштө. Ләкин канал – үҙ урынында, баҫма үҙ урынында икән... Шуға ла гәзиткә алдан уҡ барып яҙылып ҡуйҙым.
«Йәшлек»-фараз» конкурсында икенсе тапҡыр ҡатнаша Әлфинә Әнүәр ҡыҙы (элек ат отторған саҡта көсөн һынап ҡараған). Быйыл бүләк отҡас, дәртләнеп, таҡмаҡтар конкурсында ла ҡатнашырмын, ауыл мәҙәктәрен дә яҙып ебәрермен, тип ниәтләгән: «Тик балалар мөмкинлек бирһен инде». Мәктәптә уҡыған сағында ул «Йәншишмә»гә хәбәрҙәр ебәреп торған, яҙыу-һыҙыу эшендә тәжрибәһе бар. Әйткәндәй, Әлфинәнең бер туған һеңлеһе Гөлфинә гәзит уҡыусылар­ға таныш: бер йылы ул «Салауат йыйыны»нда «Сая ҡыҙҙар» бәйгеһендә еңеп, беҙ уның тураһында яҙғайныҡ (сая ҡыҙ шул йыйында танышҡан «Салауат батыры» Илнар Салауатов менән сәстәрен сәскә бәйләп, бөгөн ике бала үҫтерәләр).
Иҫтәлеккә фотоға төшөргә тигәс, егеттәр «һә» тигәнсе әҙер булды, тик ғаилә башлығы Руслан Радик улы эш менән йөрөп, ҡайтып өлгөрмәне. Тағы ҡасан киләһегеҙ, тип моңһоуланып оҙатып ҡалған Сыңғыҙға, тиҙҙән, тип вәғәҙә иттек.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға