07.03.2014 Иле, теле өсөн янған дәртле, сәмле башҡорт ҡыҙы
Һаумыһығыҙ!
Әссәләмәғәләйкүм!
Матур яңғырай халҡым
сәләме.
Бер ябай һүҙ –
әссәләмәғәләйкүм,
Ә үҙеңдә йәшәү мәғәнәһе.
Ата-бабаларҙан йола
ҡалған –
Бер-береңә сәләм
тапшырыу.
Минең халҡым күпте
күргән,
Хәйер-фатихалы һәр
ырыу.
Мин – Әйле башҡорт
ҡыҙы.
Ырыуым – ҡошсо,
Ағасым – зифа буйлы
аҡ ҡайын,
Ораным – Салауат,
Күңелем – тыныслыҡ,
Ә илкәйем – алтын бишек
Башҡортостан!
Римма була исемем,
Әсәйемдән һылыулыҡ.
Атамдан да ҡалышмайым –
Бар үҙемдә ҡыйыулыҡ.
Халҡым минең саф
йөрәкле,
Һәр беренә киң күңелле.
Берҙәмлек һәм тыныслыҡ
Һәр беребеҙгә кәрәкле.
Теләйем мин һеҙгә:
Тыныс көндәр, яҡты уйҙар.
Әйтәм мин:
Һаумыһығыҙ, дуҫтар!
Мин, Римма Әбүбәкерова, йәмле Мәсетле ерендә тыуып үҫкәнмен. Ғүмеремдең матур мәле – ун һигеҙенсе ҡышым. Әлеге ваҡытта Оло Ыҡтамаҡ лицейының 11-се синыфында белем алам. Донъяға һоҡланып бағып, хыялға сумған сағым. Хыялдарым да бар: етем балаларға ихлас ярҙам ҡулын һуҙырға. Тормошомда юлдаш булыр бейеү, йырҙарым да: башҡорт ҡаны урғыла бит тамырҙарымда. Дәрт, сәм бар иле, теле өсөн янған башҡорт ҡыҙҙарында!