«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » “Ысын башҡорт ҡыҙы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам”



21.02.2014 “Ысын башҡорт ҡыҙы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам”

“Ысын башҡорт ҡыҙы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам”Мин, Гөлдәр Тимерйән ҡыҙы Әлибаева, 1993 йылдың йәмле май айында, тәбиғәттең иң матур, бөтә донъя уянып, гөл-сәскәгә күмелгән яҙ мәлендә Белорет районының Йөйәк ауылында донъяға килгәнмен. Әлеге ваҡытта Өфөлә, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының өсөнсө курсында белем алам. Буш ваҡытымды бәйләм бәйләүгә, һүрәт төшөрөүгә, әхирәттәрем менән аралашыуға бүлергә яратам.
Ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, тик алға ғына! Алдыма ошондай маҡсат ҡуйып, киләсәктә тыуған еремде – Башҡортостанымды үҫтереүгә бар көсөмдө һаласаҡмын. Ошондай гүзәл ерҙә тыуғаныма, ысын башҡорт ҡыҙы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.

Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Йәшлек” гүзәле – 2014” төркөмөндә 13 февралдән “Һылыуҡай – 2014” республика матурлыҡ бәйгеһендә ҡатна­шыу­сы ҡыҙҙар өсөн тауыш биреү асылды. Әлегә унда Илүзә Йәғәфәрова (Ғафури районы) 540 тауыш менән беренсе урында килә. Икенселә – 293 тауыш йыйып, Әбйәлил ҡыҙы Эльвира Иҫәнбулатова, өсөнсөлә – Ләйлә Харисова (Ейәнсура районы, 216 тауыш).
Март башына тиклем үҙегеҙгә оҡша­ған ҡыҙға тауыш биреү мөмкинлеге бар. Беренсе урын алыусыға махсус приз тапшырыласаҡ, фотоһы гәзиттә сығасаҡ.

“Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы төркөмөнөң адресы – vk.com/ye02guzel.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға