«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Махсус биттәр » Ял сәғәттәрендә: Башҡортса кроссворд



14.02.2014 Ял сәғәттәрендә: Башҡортса кроссворд

Ял сәғәттәрендә: Башҡортса кроссвордГоризонталь буйынса: 2. Ыу. 4. Сәхнә аҫтындағы урын. 7. Һабаҡ. 8. Ҡөрьәндең беренсе бүлеге һәм шундағы доға. 9. Алланың илсеһе. 10. Гәзит-журналда баҫылған хәбәр. 12. Мифик зат. 15. Бик бәләкәй кәүҙәле ҡатын-ҡыҙ. 19. Сәй яратҡан кеше. 20. Шахмат. 21. Тәлмәрйенгә оҡшаған ер-һыу йәнлеге. 22. Ниҙелер ышҡып йыуыу өсөн махсус тотолған йомшаҡ нәмә. 23. Ыҫланған мал тиреһенән тар ауыҙлы, ялпаҡ итеп тегелгән бәләкәй һауыт. 26. Өйләнеп йөрөгән егет. 30. Һикәлтә-һикәлтә булып төшкән шарлауыҡ. 32. Емдек. 34. Ҡайғыртыу. 35. Бәләкәй сәсмә әҫәр. 36. Арпа ғына сәсһәң, сәс сиҙәмгә, яҙғы ла ғына (…) алмаһын (халыҡ йырынан). 37. Афғанстандағы ҡала. 38. Күлдең ҡыш көнө лә туңмай ятҡан урыны.
Вертикаль буйынса: 1. Ҡорот киптереү өсөн ваҡ таҡталарҙан ҡоршап бәйләп эшләнгән нәмә. 2. Бәләкәй генә дарыу шешәһе. 3. Эре ҡуян. 4. Краснодар крайындағы ҡала-порт. 5. Үлгән ир кеше. 6. Ҡылыҡ, холоҡ. 10. Ҡояштан дүртенсе планета. 11. Бит-ҡул йыуа торған аҫмалы ҡомған. 13. Теге донъя. 14. Зәйнәб Биишеваның романы. 16. Боронғо биш тинлек аҡса. 17. Бер нәмәнең төп мәғәнәһе, асылы. 18. Окись. 22. Нью-(…). 24. Ян. 25. Ат матуры – арҡанда, ҡыҙ матуры − (…)да (мәҡәл). 27. Ересь яҡлы кеше. 28. Өҫтө-өҫтөнә арҡыс-торҡос һалып өйгән көлтә. 29. Бәйләнерлек сәбәп. 31. Эре һағыҙаҡ. 33. Батша эргәһендәге юғары вазифалы кеше.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға