14.02.2014 Тормошҡа ғашиҡ ҡыҙ
Әлфинә Хәмзина күптәргә элекке “Артылыш” тапшырыуынан таныштыр тип уйлайым. Әлеге көндә БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем ала. Дәртле, тырыш ҡыҙҙың ҡыҙыҡһынмаған өлкәһе юҡ: хореография, драматургия, журналистика. Оҫта бейеүсе лә: мәктәп йылдарында “Аҡйондоҙ” бейеү ансамблендә шөғөлләнә, әле лә яратҡан ансамбле менән концерттарҙа ҡатнаша. Башҡорт халыҡ бейеүҙәрен айырыуса маһирлыҡ менән башҡара.
Вәсилә ӘБДРӘХИМОВА.