«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Донъяға матурлыҡ бирер өсөн йәшәйем»



07.02.2014 «Донъяға матурлыҡ бирер өсөн йәшәйем»

«Донъяға матурлыҡ бирер өсөн йәшәйем»Ғинуар айында күк йөҙөнән бер ҡар бөртөгө килеп төшә. Ҡояш нурҙарына сумып, тамсыға әйләнә. Был урында ҡып-ҡыҙыл мәк сәскәhе атасаҡ. Ниңә ул ҡышҡыһын, ап-аҡ ҡарҙа таждарын асмай икән? Шул тиклем йәмле булыр ине...
Үҙемде ҡышҡы мәк сәскәһендәй тойоп, фотоға төшкәс, мин дә "Йәшлек" гүзәле – 2014" конкурсында Ҡышһылыуҙар бәйгеһендә ҡатнашырға теләк белдерҙем.
Мин Анна Михаил ҡыҙы Грецу булам. 1991 йылдың март айында тыуғанмын. Республикабыҙ­ҙың матур төбәге Бөрйәндә, сихри тәбиғәтле Әтек ауылында йәшәп, Ҡана һыуын эсеп үҫтем. Үҙемде ысын башҡорт ҡыҙы тип тоям.
Мәктәптә уҡып, Белорет педагогия колледжының информатика бүлеген тамамлап, хәҙер БДУСИ-ҙа "Бухгалтер учеты, анализ һәм аудит" һөнәре буйынса белем алам. Иҫке Собханғолда эшләйем.
Иң яратҡан шөғөлөм – аш-һыу әҙерләү, спорт менән шөғөлләнеү.
Тормош хыялым – сит илдәргә сәйәхәткә сығырға.

Әйткәндәй

Аннаның фотоһүрәттәре, ысынлап та, конкурстың "Ҡышһылыу"ҙар һайлау этабына тура килә.
Үҙҙәренең көсөн һынап ҡарарға теләгән һылыуҡайҙарға Аннаның фотоларынан өлгө алырға саҡырабыҙ. Улар төркөмгә ҡуйылған.

(“Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсының “Бәйләнештә”ге адресы – vk.com/ye02guzel).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға