24.01.2014 «Башҡорт рухы йәшәй ҡанымда»
Рухи ҡиммәттәр, күңел матурлығы онотола барған заманда ихлас, күркәм сифаттарға эйә булған йәштәребеҙҙе осратыу һирәк күренеш. Шулай ҙа һәр яҡтан камиллыҡҡа ынтылған ул-ҡыҙҙарыбыҙ бар әле. Һеҙгә фотоһүрәттән яғымлы йылмайып ҡараған яҡын әхирәтем Эльвина Флүр ҡыҙы Шафиҡова – үҙендә аҫыл кешелек сифаттарын йөрөткән башҡорт һылыуҡайы.
Тәрән фекерле, тынғыһыҙ, туған йәнле ҡыҙ сығышы менән таланттар төбәге булған Миәкә районының Ҡаран-Ҡунҡаҫ ауылынан. Кендек ҡаны тамған тыуған тупрағын уратып алған ҡайындарға һоҡланып, Дим йылғаһы, Ҡаран шишмәһе һыуын эсеп буй еткергән, арҙаҡлы Шафиҡовтар нәҫеленең ғорур ҡыҙ балаһы Эльвина зифа буй-һыны, ут сәсрәтеп торған үткер ҡарашы, халыҡ йыр-моңдарына тулы булмышы менән күптәрҙе һоҡландыра, егет-еләнде төн йоҡоларынан яҙҙыра.
«Тапанылармы? ТОР! Булмаймы? БУЛДЫР! Күҙ йәштәре? ҺӨРТ! Һыҙланаһыңмы? ТҮҘ! Булмаймы? ИҪБАТЛА! Һүҙһеҙ ҡалдыңмы? ӨНДӘШ! Рәнйенеңме? ОНОТ! Нисек итепме? НИСЕК ИТЕП БУЛҺА ЛА!..» Ғәҙеллеккә, мәрхәмәтлеккә, дөрөҫлөккә ынтылған рухташым был һүҙҙәрҙе тормош девизы итеп алған.
Әлеге көндә әхирәтем, Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, журналистика өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөй. «Хәҙерге башҡорт повестарында заман проблемалары һәм замандаш образы» темаһын ғилми яҡтан өйрәнеп, үҙен фән өлкәһендә лә һынай.
Гүзәл ВӘЛИЕВА.
Белорет районы,
Абҙаҡ ауылы.