10.01.2014 Әхирәтем кеүек тырыш ҡыҙҙар бик һирәк
Һүрәттәге hылыуҡайҙың исеме – Зәлиә Әбдрәхимова. Ул Әбйәлил районының йәмле Атауҙы ауылында тыуып үҫкән.
Йыр-бейеүгә маhир, шиғри күңелле ҡыҙ менән яңыраҡ ҡына танышhаҡ та, тәүге көндәрҙән үк ул минең ысын тоғро дуҫыма, яҡын серҙәшемә әйләнде. Әлеге ваҡытта Зәлиә Өфөлә, Башҡорт дәүләт иҡтисад hәм сервис университетының икенсе курсында белем ала.
Ваҡытын бушҡа уҙғарырға яратмаған әхирәтем менән бик ғорурланам. Сөнки ул төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, үҙенең һәр йәһәттән өлгөр, булдыҡлы, һәләтле икәнен күрһәтә. Зәлиә, уҡыуҙан тыш ваҡыт табып, Айгөл Үтәгәнова етәкләгән «Һомай» театр-дефиле мәктәбендә шөғөлләнә, матурлыҡ серҙәренә төшөнә. Һәр яҡлап үҫешергә ынтылған әхирәтем уҡыу йортонда ла алдынғы студенттарҙың береһе. Сит телдәр менән ҡыҙыҡhына, инглиз, төрөк, испан телдәрен бик яҡшы белә.
Зәлиә кеүек тырыш ҡыҙҙар бик hирәктер, тип уйлайым. Уның йөҙөнә бер hирпелеп ҡарауҙан уҡ гүзәллегенә хайран ҡалһаң, һуңынан уның илhөйәр, телhөйәр, булдыҡлы ҡыҙ икәнен белеп, тағы ла нығыраҡ ихтирам итә башлайһың.
Зәлиә МОТАЛЛАПОВА.