«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Ял ваҡытында - кроссворд



27.12.2013 Ял ваҡытында - кроссворд

Ял ваҡытында - кроссвордГоризонталь буйынса: 4. Кешенең фамилияһын билдәләгән үҙ яҙыуы. 9. Фәрит Рәмов уны ертаныр тип йөрөтә. 10. Енәйәтле эш. 11. Өрөк ағасы.
13. һис кенә лә баш бирмәйсә,
Иректә аттар һымаҡ
Хистәремде дер һелкетеп
Саба йөрәк – арғымаҡ.
(Авторы).
15. Ваҡ ҡыуаҡтар үҫкән урын. 19. Бөйө үрмәксеһе. 23. Сәйәхәт. 24. Өйрөлөп юғары күтәрелгән көслө саң бураны. 25. Ағастың сөсөгө, күшкә. 27. Бер-береһенә кейҙерелгән ваҡ дүңгәләктәр теҙеменән торған, ғәҙәттә, аҫыл металдан эшләнгән бау. 28. «Төлкө тотам тип (…)дан ҡоро ҡалма». 29. Ҡаҙылған оҙон тар соҡор. 30. Ашарға яраҡлы үлән. 32. Кеблә бөжәк булараҡ. 36. Бостон бейеүе. 37. Дүртенсе бармаҡ. 38. Дин әһеле. 40. Көтөүлек. 41. Ойошманан ҡайҙалыр һайланған вәкил. 44. Туҡмас таяғы. 45. Яңғыҙ йыр. 46. Илбаҫар. 48. Флот «генералы». 50. Хайуандар «батшаһы».
51. Тайҙар көткән тауға менәм,
Булған тим ҡыҙыҡ заман.
Картуф күмгән, усаҡ һүнгән,
Ә тайҙар йөрөй һаман.
(Авторы).
53. Берәй эш һәм эшмәкәрлек дауам иткән ваҡыт араһы. 54. «Улға ҡараған – (…)ға ҡараған». 55. Кольраби йәки брокколи. 57. «Йәшен газы». 58. Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы. 59. Ҡала сите.

Вертикаль буйынса:
1. Ваҡыт толпарында елеп-сабып,
Уҙып китһәләр ҙә йылдарым,
Килер заманда ла күкрәр
өсөн Уралымда ҡалыр моңдарым!
(Авторы).
2. Шаян актер. 3. Һуғышты туҡтатыу өсөн төҙөлгән үҙ-ара килешеү. 5. Европаны дер һелкеткән милләт. 6. Аҡ йәки һары төҫтәге эре сәскәле һыу үҫемлеге. 7. Шартлатҡыс. 9. Хоҙай, Тәңре. 12. Аттың бәкәлендәге оҙон йөн. 14. «Кейәү һыйы – (…) һыйы». 15. Дегет ҡайната торған һауыт. 16. Йылҡы йылында тыуған был шағирҙың «Һы­бай сыҡтым», «Бәйге», «Оран», «Майҙан», «Толпа­рым» тигән китаптары бар. 17. Яҙыусы, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире. 18. Эстрада. 19. Помидор. 20. Тайыш табан. 21. Тәрән ятыу. 22. Грузия валютаһы. 26. Одеколон бөркөүесе. 27. Ҡаптырмалы өҫкө кейемдең салғыйы. 29. Грек ир-аты. 31. Эсенә төрлө төҫтәге быяла ярсыҡтары һалып яһалған уйынсыҡ. 33. Баймаҡ райо­нындағы күл. 34. Йүкә аяҡ кейеме.
35. Үҙе түгел, аты абынһа ла,
Намыҫланыр ирҙең аҫылы.
Төн эсендә сәсе ағарһа ла,
Ир-егет ул ҡалмаҫ баҫылып.
(Авторы).
37. Фин мунсаһы. 39. Ике ағасҡа эленгән ял урыны. 42. Күңелһеҙ, хәүефле ваҡиға, бәрелеш. 43. Химик һауыт. 47. Депо транспорты. 49. Самауыр батмусы. 52. Ҡыш яланғас, йәй булһа, кейенә. 56. Балалы ҡатын.

Ошо өс кроссвордтың яуаптары араһында нисә һүҙҙә “ф” хәрефе барлығын редакцияға хәбәр итегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға