«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » "Мөхәббәт Ҡартаймай"



20.09.2013 "Мөхәббәт Ҡартаймай"

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Ә һеҙ оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп бергә йәшәгән парҙарҙы беләһегеҙме? Һәр кемдең таныштары араһында ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтарлыҡ, күгәрсендәй гөрләшеп йәшәгән әбей-бабайҙар юҡ түгелдер. “Йәшлек” гәзите тап ошондай бер бөтөнгә әүерелгән һоҡланғыс парҙар араһында “Мөхәббәт ҡартаймай” фотоконкурсын иғлан итә. Төп шарт – ғаилә портреты һәм 50 йыл һәм унан да күберәк ғүмер итеп, ғашиҡлыҡты оло тойғоға әйләндерә алған бәхетле парҙың серен яҙып ебәрергә кәрәк. Ә инде оло йәштәгеләрҙең үҙ фотоһын ебәрергә мөмкинлеге булмаһа, был эште балалары, ейәндәре, туғандары йәки күрше-күләне, ауылдаштары башҡарыр, тип өмөтләнәбеҙ. Бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ, хаттарҙы почта аша йәки “Бәйләнештә” сайтында vk.com/blog.ye02 адресы буйынса (“Йәшлек” гәзите) көтөп ҡалабыҙ!
Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға