23.08.2013 Тиҙҙән финал башлана
Тарих төпкөлдәрен байҡағанда, палеозой эраһында Башҡортостан урынында океан йәйрәп ятҡан, ә әлеге шихандар, фаразлауҙарынса, риф массалары булған. 300 миллион йыллыҡ шихандарҙа һаман да ҡатып ҡалған диңгеҙ үҫемлектәрен, мәрйендәр, энә терпелеләрҙе табырға була. Шуға күрә шихандар уникаль геология һәйкәле тип иҫәпләнә, ә халҡыбыҙ өсөн айырым мәғәнәгә эйә. Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан Торатау (диңгеҙ кимәленән 406 метрға олғашҡан) – элек-электән юрматыларҙың изге урыны, йыйын ере тип һаналған. Йөрәктау (338 метр) – нигеҙенең төньяҡ битләүендәге шишмәләре һәм тау аҫтындағы Муҡша күле менән дан алған. Ҡуштау (357 метр), иһә ике ҡуш һырт формаһында төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылған, көнсығышта “Ҡуштау” тау саңғыһы комплексы бар. Тик бына дүртенсе шихан – Шахтауҙан бер ни ҙә ҡалмаған тиергә була – урындағы сәнәғәт гиганты тауҙы эшкәртеп бөткән. Бөгөн был урында тау нигеҙе ҡалдыҡтары һәм геология музейы. Бөтә донъя буйлап ғалимдар аяҡ аҫтында ятҡан палеонтологик ҡомартҡыларҙы өйрәнеп ҡалырға ҡабалана, сөнки ҡалған шихандарҙың да юҡҡа сығыу ҡурҡынысы бар…
Башҡортостандың визит карточкаһы – Салауат Юлаев һәйкәле – Европала иң бейек атлы статуя. Бронза суйынынан 40 тонналыҡ һәйкәлгә скульптор Сосланбәк Тавасиев 30 йыл ғүмерен бағышлай һәм юғары кимәлдә башҡарылған хеҙмәте өсөн СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ була.
Был үрҙәге ике – тәбиғәт һәм скульптура ҡомартҡыһы “Рәсәй – 10” конкурсында ҡатнаша. Барыһы 80 ҡомартҡы араһында 31 августа иң күп тауыш йыйған тәүге 30 һәйкәл финалға сығасаҡ. Әлегә шихандар – 35-се, ә Салауат Юлаев һәйкәле 49-сы урында бара.
Был бәйгегә битараф булмағандар http://10russia.ru/ сайтында тауыш бирә ала. Тағы ла кеҫә телефонын да ҡулланырға мөмкин – 1880 номерына шихандар өсөн 12 12 12, ә һәйкәлгә 13 13 13 йөкмәткеле смс хәбәр ебәрегеҙ. Иғтибар: һандарҙың араһында бушлыҡ ҡалдырырға онотмағыҙ! Смс хаҡы ни бары 3,54 һум, 1 хәбәр өс тауышҡа тиң. Барыһын да берләшергә саҡырабыҙ, сөнки һәйкәлдең иң күп тауыш йыйыуы республиканың данын арттырһа, шихандарҙың еңеүе был уникаль тауҙарҙы һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк!
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.