«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Француздар шарап тәмләһә, башҡорттар ҡымыҙҙы баһалай!



02.08.2013 Француздар шарап тәмләһә, башҡорттар ҡымыҙҙы баһалай!

Учалы районында ҡымыҙ бешеүселәрҙең VIII республика семинар-конкурсы үтте
Француздар шарап тәмләһә, башҡорттар ҡымыҙҙы баһалай!− Мин − ат ене ҡағылған кеше, − тине ҡымыҙ бешеүселәрҙең семинар-конкурсына Федоровка райо­нының Балыҡлы ауылынан килгән Салауат Насиров. − Олатайыбыҙ урта хәлле кеше булған, малды күп аҫраған, заманында аттарын биреп, колхозға ингән. Вафаты алдынан улына (минең атайға), донъя гел былай булып тормаҫ, мөмкинлек булһа, айырым хужалыҡ ойоштор, тип әйткән. Шул уҡ һүҙҙәрҙе атайым миңә аманат итеп тапшырҙы. Һәм 2003 йылда айырым хужалыҡ ойоштороп, сусҡасылыҡ менән шөғөлләнә башланым. Тик күңелем ятмағас, йылҡысылыҡҡа тотонорға булдым. Ауыл хужалығы производство кооперативынан сыҡҡанда ике ат биргәйнеләр, яйлап шуларҙы арттырҙыҡ. Кешеләрҙең атын көтөп тә, аҡса урынына ат алып, өйөр йыйҙыҡ. Элек Орлов тоҡомло аттар көтһәм, хәҙер башҡорт тоҡомло дүрт айғыр алдым, сөнки башҡорт аттарын аҫрау күпкә отошло.
Француздар шарап тәмләһә, башҡорттар ҡымыҙҙы баһалай!− Мин һөнәрем буйынса бухгалтер, ә хәҙер ҡымыҙ бешәм, − тип һүҙгә ҡатыны Рима ҡушылды. − Егерме дүрт бейә һауабыҙ, көнөнә һикһән литр ҡымыҙ етештерәбеҙ (тулыһынса һатылып бөтә). Үҙе­беҙҙе күрһәтеп, башҡаларҙы ҡарап, тигәндәй, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсаты менән конкурсҡа килдек.
Ҡымыҙ бешеүселәрҙең VIII республика семинар-конкурсында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла, моғайын, тап ошондай маҡсаттар менән килгәндер. Семинарҙың пленар өлөшөндә БР ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнгән белгестәр, хужалыҡтарҙың баш зоотехниктары, Силәбе өлкәһенән ҡунаҡтар ҡатнашты. 2006 йылда Учалы районында старт алған семинар-конкурс шарттарына ярашлы, етди һөйләшеүҙәр, төплө фекер алы­шыу­ҙарҙан һуң барыһы ла былтыр­ғы еңеүсе − «Юлдаш» хужалығына юл алды. Тоҡомсолоҡ заводының ҡымыҙ фермаһында аттарҙы көтөү технологияһы менән таныштырҙылар, «Деловаль» (Швеция) фирмаһының һауыу аппараты менән бейәләрҙе һауып күрһәттеләр. Ҡолаҡтарын ҡайсылап, тояҡтары менән ер тырнап, ауыҙҙарынан күбек сәскән башҡорт тоҡомло айғырҙарҙы күреп, ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ир-егеттәр ҙа «аһ» итте. «Был айғырҙар ут инде ул, ут, − тип ҡылыҡһырланы уларҙы хужалыҡ етәксеһе Ғәли Сибәғәтуллин. − Яндарына әүрәтеп бейә ҡуймаһаң, кәртәне емерә лә сығалар!».
Француздар шарап тәмләһә, башҡорттар ҡымыҙҙы баһалай!«Хәтәр ҡеүәтлеләр!» − тип тел шартлатҡандар айғырҙарҙың, бейәләрҙең хаҡы менән дә, ҡымыҙ бешеү процесы менән дә ихлас ҡыҙыҡһынды. Былтыр конкурста еңеү яулаған Лилиә Лоҡманованың ҡымыҙ бешкәнен дә ентекләп ҡараусылар табылды. Лилиә Нәдим ҡыҙы 2002 йылда, «Ирәмәл» ат-спорт комплексында эшләгәндә, ҡымыҙ бешә башлаған. Шифалы эсемлекте әҙерләү серҙәренә уны Байрамғолдан оҫта ҡымыҙсы Сәүиә Ғарипова өйрәткән.
− Ҡымыҙ бешкәндә тик яҡшы уйҙар ғына булһын башыңда, на­сар­ҙарын ҡалдырып тор, юғиһә эсемлектең шифаһы булмаҫ, тип өйрәтте Сәүиә Сабит ҡыҙы, мин шул һүҙҙәрҙе теүәл үтәйем, − ти Лилиә Лоҡманова. − Ҡымыҙға насар кәйеф менән тотонорға ярамай, ул бар күңелде һалып әҙерләһәң генә уңа. Ярҙамсым Анна Төйәкпаева ла хәҙер ҡымыҙ бешергә оҫтарҙы.
Әйткәндәй, Лилиә Лоҡманова ҡымыҙсылар конкурсында быйыл да һынатманы − икенсе урынды яуланы. Ә беренсе урынға Күгәрсен районының «Тәүәкән» предпри­я­тие­һы сыҡты. Уларға, I дәрәжә дипломдан тыш, алтын миҙал һәм уйнаҡлап торған айғыр бүләк ителде.
Француздар шарап тәмләһә, башҡорттар ҡымыҙҙы баһалай!− Еңеремде уйламаным да! − тине ҡыуанысынан юғалып ҡалған ҡымыҙ бешеүсе Гөләйшә Әхмә­това. − Батырҙар эсемлеген әҙерләргә әсәйем өйрәткәйне, тимәк, был еңеүҙә уның да өлөшө бар.
Өсөнсө урын Әлшәй районы ҡымыҙсыһы Айрат Ғәниевҡа эләкте. Ауырғазы районының «Таштамаҡ» хужалығына − дүртенсе урын, Ейәнсура районының «Бөркөт» хужалығына бишенсе урын бирелде. Шулай уҡ Тәтешле районының «Крупская» хужалығы, Өфө ат заводы, Стәрлетамаҡ районының «Малакян», Миәкә районының «Илсеғол» хужалыҡтары, Әбйәлил районының «Зауралье» МТС-ы, Йәрмәкәй районының «Приютов­агрогаз» йәмғиәтенә лә приздар тапшырылды. Дүрт тиҫтәгә яҡын хужалыҡтың ҡымыҙы араһында иң-иң тәмлеһен һайлап алыу мөмкин дә түгел һымаҡ. Ләкин белгестәр өсөн был эш бик үк ҡыйындан булманы, һәр ҡымыҙҙың сифатын улар ауырлыҡһыҙ билдәләне.
Француздар шарап тәмләһә, башҡорттар ҡымыҙҙы баһалай!− Эсемлекте тәмләп ҡарар алдынан мотлаҡ рәүештә ауыҙҙы минераль һыу менән сайҡайым, − тине комиссия ағзаһы, ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры Ираида Әхәтова. − Ҡайсаҡ эсемлекте тәмләү менән баһалап, артабан китә башлаһаң ғына ҡымыҙҙың төп тәме беленә. Ошо майлы тәм бик юғары баһалана ла инде! Унда туғайҙарҙа үҫкән сәскәләрҙең тәме, һуты һаҡлана кеүек.
Һабантуй үткән яланда ҡымыҙ бешеүселәр өсөн учалылар матур йөкмәткеле концерт ҡуйҙы, ат сабышы ла үткәрелде. Конкурс алдынан сығыш яһап, ҡымыҙсыларҙы тәбрикләгән Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин, бүлек начальнигы Ревнер Бәйтуллин, «Росплемкон­завод» ассоциацияһының генераль директоры Александр Тимченко һәм ғилми-тикшеренеү институты профессоры Барый Сатыев һәр кемгә байрам кәйефе теләгәйне. Ошо теләк ҡабул булды кеүек, сөнки еңеүселәр еңеү өсөн шатланһа, призһыҙ тороп ҡалыусылар: «Быйылдың киләһе йылы бар, уңыш беҙгә лә йылмаясаҡ!» − тип, яҡты өмөттәр менән ҡайтып китте. Һәм кем белә, бәлки, Күгәрсен районында үтәсәк IX республика семинар-конкурсында уларҙы еңеүселәр сафында күрербеҙ ҙә. Ә әлегә улар ҡымыҙ сифатын яҡшырта, ҡымыҙ бешеү оҫталығын камиллаштыра торор.
Француздар шарап тәмләһә, башҡорттар ҡымыҙҙы баһалай!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға