«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Башҡорт ҡыҙҙарының кейеменә ҡытайҙар таң ҡалған



12.07.2013 Башҡорт ҡыҙҙарының кейеменә ҡытайҙар таң ҡалған

Башҡорт ҡыҙҙарының кейеменә ҡытайҙар таң ҡалғанХалҡыбыҙ һылыуҡайҙары ҡайһы сәхнәне генә һоҡландырманы икән?! Ошо көндәрҙә Ҡытайҙа “Азия супермоделе – 2013” халыҡ-ара телевизион конкурсы бара. Унда 20 һылыуҡай ҡатнаша. Австралия, Һиндостан, Корея, Монголия, Яңы Зе­ландия, Таиланд, Вьетнам кеүек илдәрҙән башҡа, Рәсәй исеменән беҙҙең ике милләттәшебеҙ сығыш яһай.
Эмма Фәхрисламова менән Ләйсән Мостафина ”Һылыуҡай” (тулыһынса “Һылыуҡай – Bashkirian Beauty”) студияһында шөғөлләнә. Конкурс шарттары буйынса, ҡыҙҙар инглиз телен яҡшы белергә, оҫта йөҙөргә һәм модель параметрҙарына эйә булырға тейеш. Әлбиттә, халҡыңдың мәҙәниәтен күрһәтеү ҙә – төп талаптар рәтендә.
Башҡорт ҡыҙҙарының кейеменә ҡытайҙар таң ҡалған”Һылыуҡай” студияһы директоры Линара Таһирова әйтеүенсә, уның ҡыҙҙары Ҡытайҙа тәүгә түгел. Былтыр ошондай сарала ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ “Тамашасы һөйөүе” титулына лайыҡ булған – улар өсөн 60 миллион ҡытай тауыш биргән.
Быйыл да һынатмаясаҡтарына өмөт бар. Әле үк ойоштороусыларҙы башҡорт милли кейеме һоҡландырған. Күлдәктәрҙәге ҡиммәтле йәнлек тиреләре бигерәк тә ҡыҙыҡһындырған, сөнки бындай биҙәү Азия халыҡтарына әллә ни хас түгел. Шуға ла Ләйсән менән Эмма беренсе фотосессиянан уҡ иғтибар уртаһында.
А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға