«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Тормошонда иң мөһиме – күңел матурлығы



12.07.2013 Тормошонда иң мөһиме – күңел матурлығы

Тормошонда иң мөһиме – күңел матурлығыШаулап-гөрләп яҙ килгән мәлдә ергә йән өрөүсе, йәм биреүсе ләйсән ямғырын кем генә яратмай икән?
1992 йылдың 11 апрелендә Әбйәлил районының Ишкилде ауылында, һеңлем Нурия менән кейәүем Мансур Усмановтар ғаиләһенә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары Ләйсән донъяға килде. Ул бәләкәй сағынан наҙлы, һөймәлекле бала булды. Ләйсән килеп инһә, бөтә өйгә нур тулғандай була. Зифа буйлы, бөтә яҡтан да килгән, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ, итәғәтле ҡыҙ булып буй еткерҙе. Күңел матурлығы уны тағы ла һылыуыраҡ итә.
Ҡыҙыбыҙ бөтә яҡтан да маһир − матур йырлай ҙа, бейей ҙә, һүрәт тә төшөрә. Уның ҡул эштәре лә күҙ яуын алырлыҡ, бешергән аштары телеңде йоторлоҡ.
Хәҙерге ваҡытта Ләйсәнебеҙ Башҡорт дәүләт университетының инженерлыҡ факультетында белем ала.
Киләсәктә бөтә хыялдарың тормошҡа ашһын, ҡыҙым. Гел беҙҙе ҡыуандырып тор.

Фәүҡинур САФИНА.
Әбйәлил районы,
Амангилде ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға