04.06.2013 «Тормош ниндәй матур!»
Был һүҙҙәрҙе сөм ҡара күҙле ошо һылыу ҡыҙҙан йыш ишетәм.
Ул – Ләйсән Ҡыуатова. Ейәнсура районының йәмле Сәғит ауылынан. Әлеге мәлдә БДУ-ның инглиз һәм башҡорт теле бүлегендә уҡып йөрөй.
Ыжғырып торған буранлы ғинуар айында тыуыуына ҡарамаҫтан, күңеле яҙ ҡояшы кеүек, ул да тирә-яҡҡа йылы, наҙлы нурҙарын сәсә, йөрәгенән тик изгелек кенә бөркә.
Ләйсән бәйләмгә, бейеүгә оҫта. "Ейәнсура һылыуы" конкурсында ҡатнашып, 2-се урын яуланы.
Ата-әсәһенең, туғандарының таянысы-терәге ул.
Аҡйондоҙ ЙӘНЕШЕВА.