«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » “Тормош үҙе бер йәннәт”



24.05.2013 “Тормош үҙе бер йәннәт”

Ҡәләм

Дуҫтар эҙләп ураманым
Һис тә бөтөн ғаләмде.
Яҡын дуҫ янымда ғына –
Ҡулда тотҡан ҡәләмем.
Күңел кисерешен бит ул
Шундуҡ тойомлап ала.
Хәрефтәрҙән семәр үреп,
Ҡағыҙға теҙеп һала.
Тормошомдоң һәр битенә
Өлөш индергән ҡәләм.
Ул биттәрҙә ярылып ята
Йөрәктән килгән сәләм.
Шатлығыма һөйөнәм дә,
Ҡайсаҡ илап түгеләм.
Күңел серен бушатырға
Ҡәләмемә үреләм.

Тормош карабы

Фанилыҡтың карабында
Еләбеҙ йөҙләп, меңләп.
Тәҡдир – ел алға ҡыуалай,
Тормош диңгеҙен иңләп.
Караптағы кешелек тә
Үҙенсә төрлө-төрлө.
Берәүҙәре саф күңелле,
Ә бәғзелә ул керле.
Вайымһыҙҙар ҙа бар бында
Һәр нәмәнән ҡәнәғәт.
Берәүҙәре мөғжизә көтә,
Һанайҙар минут, сәғәт.
Ижадҡа сумған ҡайһылар,
Уларға шундай рәхәт.
Берәүҙәр аҡса хисаплай,
Байлыҡта, тиеп, бәхет.
Батырҙарҙың күҙендә − ут,
Ҡайһылар тос фекерле.
Берәүҙә яҡшы уйҙар ҙа,
Икенселә − мәкерле.
Ғашиҡтар ҙа был карапта
Мөхәббәттән иҫерә.
Бәғзеләрҙе бөтмәҫ бурыс
Бар донъянан биҙҙерә.
Изге булһаң, был карапта
Рухың булыр сәләмәт.
Дөрөҫ юлдан тайпылмаһаң,
Тормош үҙе бер йәннәт.

Ғүмеремдең ете
йәйғор төҫө

Ғүмеркәйҙәр сағыу булмаҫ ине,
Төҫһөҙ булһа, оҡшап тамсыға.
Шуға ла бит Хоҙай был
тормошто
Йәйғор төҫтәренә мансыған.
Ғүмеремдең еңеү, намыҫ
төҫө –
Ҡыҙыл төҫө бер ҙә уңмаған.
Ҡыҙыл уттай яна йөрәгем дә,
Ҡышҡы һалҡындарға туңмаған.
Йәйғорҙоң бар тағы
йәшел төҫө,
Йәшлегемме шундай төҫ
алған?
Ғүмеремдең матур йәйҙәре
Гөл-сәскәгә генә сорналған.
Йәшәйештә һары төҫтө алған
Һағыштарҙан азат түгелмен.
Ғүмер көҙөм йонсоу килгән
мәлдә
Ямғыр булып йәшем түгермен.
Таҙалыҡ та, бәхет төҫө – аҡтыр,
Юлдаш булыр ғүмер ҡышымда.
Ул төҫтәргә тоғро була ҡалһам,
Бәхеткәйем торор ҡаршымда.
Йәйғоромдоң зәңгәр төҫө иһә –
Ирек ҡошо оса күңелдән.
Фанилыҡта кеше булып ҡалыу
Түгел икән бик үк еңелдән.

Римма МЫРҘИНА.
Баймаҡ районы,
Һәмән ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға