«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » “Татлы һағыш – һөйөү һағышы”



27.05.2013 “Татлы һағыш – һөйөү һағышы”

Моң
“Татлы һағыш – һөйөү һағышы”
Йырла, йырсы, һуҙып моңло
йырың,
Йән иҙрәтһен сихри моңҡайың.
Бер аҙға булһа ла, хискә сумып,
Тормош мәшәҡәтен
он(о)тайым.

Моңға сорнап, ҡатҡан
күңелдәрҙең
Йыуҙыр әле бер аҙ юшҡынын.
Берәүҙәр һағынған тыуған яғын,
Берәүҙәр иҫләһен яҡынын.

Өҙөлдө моң… Гүйә төштә
күрҙем
Елеп үткән тормош юлымды.
Һис тә ҡайтҡы килмәй асылыма,
Мәңге тыңлар инем йырыңды.

Ҡурайым

Тормош төпкөлөнән килгән
Моңон юймаҫ ҡурайым.
“Ниңә шулай моңлоһоң?” – тип
Ҡурайымдан һорайым.

Сағылғандай моңдарыңда
Зөлхизәләр яҙмышы.
Салауаттың яу ораны,
Буранбайҙар һағышы.
Ҡурай шул саҡ телгә килде:
“Халҡым зарын йыйғайным.
Ҡайғыһында йыуатырлыҡ
Бер дауаһы булғайным.

Һалғанмын мин көйҙәремә
Шанлы йылдар аҙабын.
Һыйҙырғанмын эскәйемә
Шул йылдарҙың ғазабын.

Бына шуға моңломондор.
Ошо булыр яуабым”.

Мандолинам

Яҡын дуҫым күргән
мандолинам,
Һиңә ҡарап талам уйҙарға.
Бала саҡтан һине уйнап үҫтем,
Атайым өйрәтте уйнарға.

Төп эшемдә һәр саҡ терәк
булдың,
Мәктәп сараларын биҙәнек.
Һинең менән ҡайҙарҙа
булманыҡ,
Йыр-моңдарҙан һис тә
биҙмәнек.

Шатлыҡтарҙан башым
әйләнгәндә,
Ҡылдарыңды сиртеп ҡыуанам.
Хәсрәт-һағыштарҙан
алйығанда
Һиндә көй сығарып йыуанамын.

Мандолинам – минең
юлдашым.
Рәхмәт әйтәм һиңә, моңдашым!

Һөйөү һағышы

Һиңә әле һөйөү килмәгән,
Йөрәгең яндырып өтмәгән.
Ул килһә, илертә-тилертә,
Һағыштарға һалып тилмертә.

Татлы һағыш – һөйөү һағышы,
Йөрәктәрҙең ярһып ҡағышы.
Һөйөү – ялҡын, ул – янар усаҡ.
Бар булмышың ялмап аласаҡ.

Бер көн килер ул ярһып-шашып,
Тик ҡайҙалыр йөрөй аҙашып.
Әйҙә ҡалһын йөрәк көл-күмер,
Һөйөп-һөйөлөп үтһен ғүмер.

Йөрәктәр һөйһөндәр,
Янһындар, көйһөндәр.

Зәлифә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Архангел районы,
Муллаҡай ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға