27.05.2013 “Сал быуаттар аҡлап сығыр үҙен, Мең тубырсыҡ бирһә ҡарағас”
Йәм
Сәйгенәнең тәме тәм түгелдер
Һинһеҙ, әсәйгенәм.
Өйгенәнең йәме йәм түгелдер
Һинһеҙ, әсәйгенәм.
Донъя ҡотон тотоп торған
Атай икән.
Ғаилә утын ҡурсып килгән
Атай икән.
Күңелебеҙ айы, ҡояшы ла
Әсәй, атай.
Ғүмеребеҙ яйы, таяуы ла
Әсәй, атай.
Ҡайын туйы
Оҙон юлдың буйын буйлап,
Ҡайын йөрөй туйын туйлап.
Ҡайын туйлай, туйҙан туймай,
Тиеп киләм әле уйлап.
Ҡайын-кейәү ҡайныһының
Ҡандай ҡыҙын етәкләгән.
Был аҙымға атай ҡайын
Фатихаһы этәләгән.
Кәләш-ҡайын алһыуланған –
Хөрмә тартҡан сикәһенә.
Эргәһендә тыйнаҡ ҡына
Бүләк көтә бикәсе лә.
Бикәсенә бүләк әҙер,
Ҡыштарына – көмөш һырға.
Көҙҙә алтын, йәйҙәрендә
Йәшмә ташлы таныш һырға.
Ҡәйнештәре янсыҡ һорап,
Шаярышып һүҙ ҡушалар.
Еңгә сабыр көтөп йөрөй,
Бикәсен ул ҡуша лаһа.
Ҡәйнә-ҡайын килен һөйә −
Мамыҡ шәлен иңгә яба.
Яулыҡтарҙың һәр төҫлөһөн
Әллә күпме еңгә яба.
Оҙон юлдың буйын буйлап,
Ҡайын йөрөй туйын туйлап.
Ҡайын еҙнә аҡса һибә
Оҙон юлдың буйын буйлап.
Ҡайын йөрөй туйын туйлап.
Олатайһыҙ киләсәк
Эсем боша, бошмаҫлыҡ та түгел,
Кис ултырып уйҙар уйлаһам.
Уйҙарымда үткән быуаттарҙы,
Килер быуаттарҙы буйлаһам.
Үткәндәрҙә − олатайҙар рухы,
Һаҡта тора һаман һалдаттай.
Көслө булған өсөн рухы тере,
Яуҙа баш һалһа ла ҡартатай.
Олатайҙар нигеҙендә буй еткерҙек,
Уй еткерҙек тойоп ҡеүәтен.
Кейеребеҙ, бәлки, ябай,
ә күңел – бай,
Һауыт-һаба булды сеүәтә.
Олатайым нигеҙендә буй еткерҙем,
Тиеп ғорурланған бер мәлдә,
Күңелемде һыҙып бер уй килде,
Мең ул булып баҫты шул мәлдә.
Мең ейәнгә киләсәктә беҙҙәй
Ғорурланыр урын булырмы?
Уларға ла олаталарынан
Рух көсө һәм нигеҙ ҡалырмы?
Заман олатаһын ваҡыт ҡолатырҙай,
Ен ҡағылған, әллә зәхмәт тейгән.
Өләсәйҙәр нигеҙендә буй еткерер,
Уй еткерер микән мең ейән?
Өләсәйле булғанына мең
ҡыуанһам,
Олатайһыҙ булғанына мең көйәм.
Көймәҫлекме, ҡанлы һуғыш та юҡ,
Олатайһыҙ үҫә мең ейән.
Эсем боша.
Бүрәнә
Меңйәшәрҙәр заты – ҡарағастың
Торған ере – урман түрендә.
Аҫыл ғүмеркәйен ҡыйыр өсөн
Түрә килә, түрә-бүрәнә.
Ҡарағастың тамырҙары тәрән.
Быуат төпкөлөнә тоташа.
Шуны белеп йәнһеҙ был бүрәнә
Ҡарағасты ҡырҡып маташа.
Бүрәнәләр заманына ҡалғас
Яҙмыштары аҫыл заттарҙың,
Сараһыҙҙан, йән яраһы һыҙлап,
Буйһондолар эйеп баштарҙы.
Буйһондо, тик аҡыл туплар өсөн,
Баш эйелһә, балта турамаҫ.
Сал быуаттар аҡлап сығыр үҙен,
Мең тубырсыҡ бирһә ҡарағас.
Таҫма ал төҫтән
Шуҡ шатлығым ҡасып сығып китте,
Ҡыҫып ҡосоп алды ҡарт һағыш.
Һин йәшәгер, һин йәшәрер ҡартҡа
Мин йәшләнер генә йәш табыш.
Һин ҡартыҡай, һин артыҡҡай бит ул,
Артыҡҡайым, моңһоу ҡартыҡайым.
Туҡтауҙарың оҙаҡ булып китте,
Һин түгел дә йәрем-яртыҡайым.
Ҡуй, килешмәҫ, һағыш ҡосоп
йәшәп,
Һин ары кит, йәме, ҡартласым.
Тағы килеп ҡосороңдо беләң,
Бар инде, бар, торма ҡыртлашып.
Тиҙүк шатлыҡтарым миңә табан
Сабыйҙарым кеүек сабырҙар...
Ҡайтты көткәндәрем, әммә улар
Әүәлгесә түгел сабырҙар.
Хатта бер аҙ моңһоулана төшкән,
Баҙыҡланған көмөш сал төшкән,
Толомонда ғына шатлығымдың
Тороп ҡалған таҫма ал төҫтән.
Ҡарҙар тағы яуыр инде
Ҡарҙар тағы яуыр инде,
Күңелгә моң һалыр инде.
Ағастарҙың алҡыштары,
Япраҡтарҙың балҡыштары
Йырланмайса ҡалыр инде.
Ҡарҙар тағы яуыр инде,
Йылдар йылға шылыр инде,
Бөртөк ҡарҙың семәре лә,
Сатнаманың ҡомары ла
Мөғжизәләр ҡылыр инде.
Ҡарҙар тағы яуыр инде,
Ҡыш бауыры тыуыр инде,
Дыуамал буран шуҡ ҡарҙарҙың
Осор юлын ҡыйыр инде,
Шаянлығын тыйыр инде.
Ҡарҙар тағы яуҙы, яуҙы,
Ә күңелде яҙ йылытты,
Уҫал буран ҡәҙимгесә
Бураланһа бураланды,
Етер инде, былтырҙары
Йөҙ уйлатып, йөҙ илатты.
Ҡарҙар тағы яуыр инде.
Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА.
Әбйәлил районы,
Күсем ауылы.