«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Уңғанһың да, һылыуһың да – Күҙ теймәһен үҙеңә!



14.05.2013 Уңғанһың да, һылыуһың да – Күҙ теймәһен үҙеңә!

Уңғанһың да, һылыуһың да – Күҙ теймәһен үҙеңә!Башҡорт ҡыҙҙары Рәсәй матурлыҡ бәйгеһендә гран-при яулаған
Гәлсәр таҙалыҡты, сафлыҡты һәм ябай бөйөклөктө кәүҙәләндерә. Юҡҡа ғына Сочиҙа үткән Милли костюм һәм ижад балалар конкурсын “Рәсәйҙең гәлсәр тажы – 2013” тип атамағандарҙыр.
Матурлыҡ бәйгеһендә Башҡортостандан Нәргиз Рәхимова (һүрәттә – уңда) 14 йәш) менән Зөһрә Шәкирйәнова (16 йәш) ҡатнашты. Ике һылыуҡай ҙа гран-при яулаған. Зөһрә “Иң яҡшы милли костюм” номинацияһында еңһә, Нәргиз “Бал королеваһы” титулына лайыҡ булған. Әйткәндәй, “Рәсәйҙең гәлсәр тажы” конкурсы киләһе йыл Өфөлә үтәсәк.
Ҡыҙҙар, редакцияға килеп, Сочиҙа алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Улар яғымлылыҡтары, гәлсәр тауыштары, эскерһеҙлектәре менән әсир итте.
“Конкурсҡа Рәсәйҙең төрлө төбәгенән 57 ҡыҙ килгәйне. Ентекләп әҙерләнһәк тә, бик ныҡ тулҡынландыҡ. Еңеүебеҙгә бик шатбыҙ! – тине улар. – Сочи йылыһы, йәшеллеге менән бик оҡшаны. Унда үҙебеҙгә яңы дуҫтар таптыҡ”.
Конкурсҡа нисек эләгеүҙәре тураһында һорашҡас, ҡыҙҙар былтырғы көҙҙән бирле Линара Таһированың “Һылыуҡай” студияһында шөғөлләнеүен әйтте. Был проекттың күп башҡорт һылыуҡайына яңы-яңы офоҡтар асыуы билдәле.
Зөһрә менән Нәргиз конкурста үҙҙәре менән таныштырған, милли кейемдәрен күрһәткән, шулай уҡ һәләттәрен сағылдырған. Зөһрә Башҡор­тостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова һалыуындағы “Ҡоралай” акробатик бейеүен башҡар­ған. Ә Нәргиз “Шатлыҡ” башҡорт бейеүен бейегән.
Бәйге мәлендә көтөлмәгән хәлдәр ҙә булған. “Иң һуңғы сығышта беҙ киске күлдәктә сәхнәгә сығырға тейеш инек. Ә Зөһрәнең күлдәге корсетлы. Мин уны шнурлай белмәйем, – ти Нәргиз. – Сәхнәгә сығырға бер нисә минут ҡалды, әммә Зөһрә әҙер түгел. Ярай әле беҙгә бер апай ярҙам итте. Хәҙер уйлаһаң, көлкөлө хәл кеүек, ә ул саҡта илағы килә ине... Ана шундай мәлдәр кешеләрҙе сыныҡтыралыр, моғайын”.
Нәргиз Өфө ҡалаһындағы 93-сө гимназияның 8-се класында уҡый. Ул бер нисә йыл бейеү түңәрәгенә йөрөгән. Башҡорт теле һәм теүәл фәндәр буйынса үткән олимпиадаларҙа тәүге урындарҙы яулаған. Ә Зөһрә 136-сы башҡорт лицейының 10-сы класында белем ала. Ул нәфис гимнастика менән оҙаҡ шөғөлләнгән, спорт мастерына кандидат. Ҡыҙ уҡыуҙа ла һынатмай. Киләсәктә эколог булырға йыйына. Ә Нәргиз, әсәһе кеүек үк, табип булырға ниәтләй.
Нәргиздең оҙон һәм ҡуйы толомо һоҡландырҙы. “Атайым, 18 йәшең тулғансы сәсеңә теймә, тигәйне. Бәләкәйерәк саҡта бер нисә тапҡыр ҡырҡтырырға уҡталһам да, тыйыла килдем, ә хәҙер бындай сәс миңә бик оҡшай. Киләсәктә лә оҙон сәс менән йөрөрмөн, моғайын”.
Сәс тәрбиәләү сере менән уртаҡлашыуын һорағас, ул туҡландырыусы ҡатнашмалар эшләүен, шулай уҡ сәстәрен кесерткән, ромашка ҡайнатмаһы менән йыуыуын әйтте.
“Һеҙҙеңсә, нимә ул ҡатын-ҡыҙ матурлығы?” – тигәс, Зөһрә:
– Һәр гүзәл зат үҙенсә һылыу. Әммә тышҡы матурлыҡ ҡына етмәй әле, үҙеңде дөрөҫ күрһәтә белергә лә кәрәк. Был кешеләр алдында үҙеңде тотоуҙа, эске күңелдә, алсаҡлыҡта, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүҙә сағыла. Шул уҡ ваҡытта килешле кейенеү һәм биҙәнеү серҙәрен дә белергә кәрәк.
– Мөмкинлектән файҙаланып, тиҫтерҙәремә бер нисә кәңәш еткермәксемен, – тип һүҙгә ҡушылды Нәргиз. – Ҡыҙҙар, туҡтауһыҙ камиллашығыҙ, яҡшы белем алығыҙ, төрлө түңәрәктәргә йөрөгөҙ, һөнәрҙәрегеҙ мөмкин тиклем күберәк булһын. Матур итеп һөйләшегеҙ, кәүҙәгеҙҙе дөрөҫ тотоғоҙ. Мода артынан ҡыуырға кәрәкмәй, тәбиғәт биргән гүзәллекте һаҡлағыҙ. Ғүмерҙең әлеге мәле бер ҡасан да ҡабатланмаясаҡ, ваҡытығыҙҙы заяға уҙғармағыҙ.
Линара Таһирова ҡыҙҙарға ҙур өмөт бағлай. Ул: “Зөһрә менән Нәргиз бик һәләтле, эшһөйәр, ауырлыҡтар уларҙы ҡурҡытмай. Тиҙҙән уларҙы “Мисс Азия” конкурсына әҙерләй башлаясаҡбыҙ”, – тине.
Эйе, ҡыҙҙарҙың киләсәге өмөтлө күренә. Улар хаҡында әленән-әле тик ҡыуаныслы яңылыҡтар ишетелеп торһон. Аҡ юл һеҙгә, һылыуҡайҙар!

Гүзәл БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға