«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Кем иң оҫта рәссам?



07.05.2013 Кем иң оҫта рәссам?

Өфө ҡалаһының 155-се башланғыс һөнәри белем биреү лицейы сағыу һәм бай тарихҡа эйә. Ҡасандыр «Ағи­ҙел» художество берекмәһенең уҡыу базаһы булараҡ эшләй башлай ул. Әммә тиҙ арала үҙ аллы уҡыу йортона әүерелеп, бөгөн республиканың башланғыс профессиональ белем биреү системаһында лайыҡлы урын биләй.
Лицей хаҡлы рәүештә үҙенең ҡаҙаныштары менән ғорурлана ала. Мәскәүҙән, Германия, Иран, Афғанстан­да үткән күргәҙмәләрҙән алып ҡайтҡан дипломдар, грамоталар уҡыу йортоноң абруйын бермә-бер күтәрә. Бында уҡырға килгән йәштәр таштан, ағастан биҙәп әйбер­ҙәр эшләргә, туҡымаға биҙәк һалырға, шулай уҡ дизайн оҫталығына, компьютер графикаһына өйрәнә. Иң талап ителгән һөнәрҙәрҙең береһе – парикмахерға ла уҡыталар. Иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе – тик 155-се лицейҙа ғына буласаҡ ювелир-рәссамдарҙы әҙерләйҙәр.
Күптән түгел лицейҙа ойошторолған «Профес­сио­наль оҫталыҡ» конкурсы ла бында ысын оҫталар әҙерләнеүен иҫбатланы. Уҡыусы­лар ағасты хохлома техникаһы менән һырлап биҙәү буйынса үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте. Уларҙы конкурсҡа лицейҙың алдынғы белгесе Ольга Гладких әҙерләне. Етди ижа­ди ярыш барышында асыҡланған еңеүсе «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» тигән исемгә лайыҡ булды.
Лицейҙа башҡорт сәнғәте нигеҙҙәрен өйрәнеүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Уҡыусы­ларҙың конкурс эштәрендә лә ул сағылыш тапты. Хохлома менән биҙәүҙә улар башҡорт орнаменттарын да ҡулланған. Уҡыу йортон та­мамлағас, «Ағиҙел» художество берекмәһенең эксперименталь лабораторияһында эшләйәсәк лицеистар өсөн ул бик яҡшы күрһәткес.

Ирина Бакке.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға