30.10.2010 Афарин, килдеғолдар!
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре!
Беҙ, Бөрйән районының Килдеғол ауылы халҡы, 2009/2010 уҡыу йылында бөтә ауылыбыҙ менән «Йәшлек»кә яҙылып, үҙебеҙҙе һынатманыҡ.
Һеҙ иғлан иткән «Йәшлек»кә реклама» конкурсында ла бәхетебеҙҙе һынап ҡарарға булдыҡ. Информатика түңәрәгендә (етәксеһе – И. Үтәбаев) үҙебеҙҙең мәктәп тауындағы таштар менән «Йәшлек» – хәтәр шәп гәзит!» тип яҙып та ҡуйҙыҡ. Бәләкәй генә анимация ла эшләнек, фото менән роликты һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.
Ноябрь аҙаҡтарында, бәлки, декабрь баштарында үтәсәк «Матбуғат байрамы – 4»-тә һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!
Оло ихтирам менән – «Йәш информатик» түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр.
Быйыл гәзитебеҙ үҙенең «Йәшлек» исеме аҫтында сығыуына 20 йыл тулыуҙы билдәләй. Ошо бәләкәй генә юбилей айҡанлы 23 октябрь һанында бик үҙенсәлекле конкурс иғлан иткәйнек. «Йәшлек»кә реклама» тип аталған бәйгенең шарттары ябай ғына: яратҡан баҫмағыҙға шиғри юлдар ашамы, йыр рәүешендәме, таштарҙы соҡопмо, туҡымаға тегепме, сигепме, бәйләм бәйләпме, рәсми итепме, йәғни ниндәй ысулдарға фантазияғыҙ етә – шул рәүешле реклама эшләргә тейешһегеҙ. Хатта реклама ролигы ла, фильм да төшөрөргә мөмкин. Унда «Йәшлек» исеменең сағылыуы мотлаҡ. Эшләгән эштәрегеҙҙе редакцияға ебәрегеҙ йәки фотоһын, күсермәһен һалығыҙ. Бүләккә – ҙур төҫлө телевизор. Әгәр конкурсҡа шаҡ ҡатырырлыҡ реклама ебәреүселәр күбәйһә, йомартланып китеп, башҡа шәп бүләктәр ҙә биреп ҡуйыуыбыҙ ихтимал.
Тәүгеләрҙән булып үҙҙәренең ижад емешен тәҡдим итеүсе Бөрйән районының Килдеғол мәктәбе уҡыусыларының «аяҡтары еңел булһын»!
Мөхәрририәт.