«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Гөлнара ФӘХРЕТДИНОВА: «Хыялдар маҡсатҡа илтә»



23.04.2013 Гөлнара ФӘХРЕТДИНОВА: «Хыялдар маҡсатҡа илтә»

Гөлнара ФӘХРЕТДИНОВА: «Хыялдар маҡсатҡа илтә»Һеҙ һүрәттә күргән ҡыҙ бөтмәҫ-төкәнмәҫ ер аҫты хазиналары, тәбиғәт байлыҡтары, эшсән халҡы, таланттары менән дан тотҡан төбәктән булыр. Баймаҡ ҡалаһынан Гөлнара Фәхретдинова быйыл 11-се класты тамамлай.
«Хыялым – алдынғы ҡарашлы һәм үткер ҡәләмле билдәле журналист булыу. Шуға ла ошо йүнәлеш буйынса төплө белем алыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанмын. Киләсәктә өмөттәрем аҡланһын өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын», – ти Гөлнара.
Һәр ваҡыт йөҙөнән йылмайыу китмәгән, мөләйем, алсаҡ, дәртле, йыр-бейеүгә маһир, уҡыуҙа ла, мәктәп тормошонда ла әүҙем был һылыу киләсәктә үҙ ниәтенә ирешер һәм иленә кәрәкле кеше булыр, тормошта үҙ урынын табыр, тип ышанғы килә.

С. КЕЙЕКБИРҘИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға