09.04.2013 Тамырҙарыңды өйрән һәм конкурста ең
Башҡортостанда сираттағы «Шәжәрә байрамы» конкурсы иғлан ителде. Ул 1 апрелдә старт алды һәм 15 августа тамамлана. Халыҡ байрамы өс этапта үткәрелә. Унда ҡатнашыу өсөн ойоштороу комитетына заявка биреп, шәжәрәне тәҡдим итеү етә.
Конкурста биш номинация билдәләнгән. Улар – «Шәжәрәне ентекле өйрәнгән өсөн», «Иң тәрән тамырлы шәжәрә өсөн», «Шәжәрәне өйрәнеү һәм төҙөү барышында ғилми яңылыҡ өсөн», «Шәжәрә биҙәүҙә үҙенсәлелек һәм ижади ҡараш өсөн», «Шәжәрә төҙөгәндә һәм уның презентацияһын үткәргәндә заманса мультимедиа программаларын ҡулланған өсөн».
БР Мәҙәниәт министрлығынан әйтеүҙәренсә, беренсе этапта заявканы һәм материалды тәүҙә район (ҡала) комиссияһына тапшырырға кәрәк. Материалдар 25 майға тиклем ҡабул ителә.
Конкурстың икенсе этабы 1 июндән 30 июлгә тиклем үтә. Район комиссияһы тарафынан һайлап алынған шәжәрәләр республиканың ойоштороу комитетына ебәрелә. Һәр номинацияла тик берәр шәжәрә булырға тейеш.
Өсөнсө этапта конкурста еңеүселәр «Шәжәрә байрамы» республика халыҡ байрамында ҡатнашасаҡ. Был сара 29 сентябрҙә Ҡырмыҫҡалы районында үтәсәк, тип күҙалланған.
Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән БР Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин.