«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Автомобиль хужаһы — Илнар Шәрәфетдинов!



09.04.2013 Автомобиль хужаһы — Илнар Шәрәфетдинов!

«Дуҫлыҡ моңо» конкурсына мәшһүр йырсы Фәриҙә Ҡудашеваның исеме бирелде
Автомобиль хужаһы — Илнар Шәрәфетдинов!4 – 6 апрелдә Нефтекама сираттағы “Дуҫлыҡ моңо” башҡорт һәм татар йырҙары халыҡ-ара фестиваленә саҡырҙы. Вокалсылар бәйгеһен БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Нефтекама ҡалаһы хакимиәте ойошторҙо. Сара ҡалаға нигеҙ һалыныуға 50 йыл тулыуға ла арналды.
Конкурс башҡа исем аҫтында 1991 йылдан ике йылға бер тапҡыр уҙғарылһа, уның “Дуҫлыҡ моңо” тип аталыуына – ете йыл. Ижади бәйге быйылдан Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостан­дың һәм Татарстан­дың халыҡ артисы, мәшһүр йырсы Фәриҙә Ҡудашева исемен йөрөтәсәк.
Конкурста Төркиә, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Башҡортостан, Та­тарстан, Удмурт Республикалары, Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Пенза өлкәләре, Пермь крайынан 16 – 35 йәштәге үҙешмәкәр башҡарыусылар һәм сәнғәт училищеларының вокал бүлегендә белем алған беренсе һәм икенсе курс студенттары ҡатнашты. Халыҡ-ара фестиваль өс этапта үтте. Һәр ҡатнашыусы башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын, башҡорт һәм татар профессиональ композиторҙарының эстрада йырҙарын башҡарҙы.
Фестиваль гала-концерт менән тамамланды, унда Баш­ҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Тантанаға БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һәм тирә-яҡ райондарҙың хакимиәт башлыҡтары ла килгәйне.
– Хөрмәтле дуҫтар! Бөгөн Нефтекамала матур байрам. Башҡорт һәм татар халыҡтарының күркәм фестивале. Исеме лә матур, яҡты – «Дуҫлыҡ моңо». Бөтәгеҙҙе лә ысын күңелдән тәбрикләйем. Һеҙҙең менән бергә рухи берҙәмлек тантанаһында ҡатнашыуыма бик шатмын. Фестивалгә Фәриҙә Ҡудашева кеүек мәшһүр йырсының маҡтаулы исемен биреү иң иҫтәлекле һәм мөһим ваҡиға булып күңелдәрҙә ҡалыр. Башҡортостан­дың данлы ҡыҙына оло хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм уның исемен мәңгеләштерәбеҙ. Сөнки Фәриҙә Йә­һүҙә ҡыҙы күп йыллыҡ эшмәкәрлеге менән башҡорт һәм татар сәнғәтен бер-береһенә яҡынайтыу өсөн баһалап бөткөһөҙ эш башҡырҙы. Әйткәндәй, 20 йылдан ашыу барған фестиваль Нефтекаманың сағыу визит карточкаһына әйләнде. Быйыл ҡала үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын байрам иткәндә музыкаль форум Нефтекама халҡына бына тигән бүләк булды, – тине Рөстәм Зәки улы, “Дуҫлыҡ моңо”н сәләмләп. – Йылдан-йыл фестиваль бер­ҙәмлек сиктәрен арттыра бара, был – бик ҡыуаныслы хәл. Бөтә­геҙҙе лә йыр-моң байрамы менән ихлас ҡотлайым! Уңыштар һәм аҡ бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә! Башҡортостан менән Татарстан сәскә атһын! Дуҫлыҡ ептәре нығынһын! Байрам менән!
РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Морта­зина етәкселек иткән жюриға – РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре Фәрзәнә Сәғитова, Нур Дауытов, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев, БР-ҙың халыҡ артисы Азамат Тимеров һәм башҡаларға өс көн буйына йәш йырсыларҙы тыңлап, “иң-иң”дәрен һайлап алыу еңелдән булмағандыр. Шулай итеп, “Дуҫлыҡ моңо − 2013” халыҡ-ара конкурсында төп еңеүсе Илеш районынан Илнар Шәрәфетдинов булып сыҡты. Ул “Лада” автомобиле менән бүләкләнде. Беренсе урынға ике кеше – Нефтекаманан Ринат Сәлихйәнов һәм Ҡазандан Фәриҙә Сөнәғәтова лайыҡлы тип табылды.
Икенсе урынға бер юлы дүрт йырсы сыҡты – Илдар Жамалов (Учалы районы), Нияз Хәмәтшин (Яр Саллы), Нурзат Садиҡов (Бешкәк) һәм Айгөл Әхмәтшина (Өфө). Быйылғы жюри үҙенең киң күңеллеге менән айырылып торҙо – өсөнсө урынды бер юлы биш йырсыға бирҙе. Улар – Марсель Фәт­ҡуллин (Шаран), Татарстандан Ал­мас Хәсәнов (Ҡазан), Розалия Тали­бул­лина (Cарман), Лилиә Хөсә­йенова (Аҡтаныш) һәм Айгөл Гәрдисламова (Мөслим районы).
Дипломанттар – Антонина Кли­мен­ко (Миәкә), Әлфиә Мырҙа­баева (Ейәнсура), Илгиз Фазылов (Ша­ран), Айҙар Әхиәров (Яңауыл), Сәлимә Ғарифуллина (Бөрйән), Эрнест Арыҫланов (Борай), Рәмил Ҡотосов (Ғафури), Юлиә Кәримова (Силәбе ҡалаһы), Лиана Тимер­кәева (Пермь крайы), Илнар Хәми­ҙуллин (Златоуст), Гөлнара Есенеева (Пермь ҡалаһы).
БР Мәҙәниәт министрлығының призына Ҡырғыҙстандан Нурзат Садиҡов менән Ҡазандан Фәриҙә Сөнәғәтова лайыҡ булды. Ә Татарстан Республикаһының Мәҙә­ниәт министрлығы үҙенең бүләген Илгиз Миңләхмәтов (Нефтекама) һәм Динар Ғөбәйҙуллинға (Сибай) тапшырҙы. Башҡорт-татар йырҙарын һаҡлау һәм пропагандалаған өсөн Эйгиз Озайдын (Анкара), Ҡайрат Салмаҡаев (Ҡырғыҙстан), Ғәлиә Үтәймешева (Ҡаҙағстан) һәм Нурзат Садиҡов бүләкләнде. “Халыҡ йырҙарын профессиональ эшкәрткән өсөн” номинацияһында Айҙар Хәмзин (Мәскәү) билдәләнде, “Фестиваль өмөтө”н Илнара Закирова (Балтас районы) алды.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
А. Нурмөхәмәтов фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға